Абхазияла ислам — өлөшләтә танылған Абхазия дәүләте территорияһында ислам дине. Дингә мөнәсәбәт тураһында һорауламаларҙа алынған мәғлүмәттәр буйынса, Абхазия халҡының (244 832 кеше) яҡынса 15-16%-ы — Ислам дине тарафдары (2003).

Абхазияла ислам
Дәүләт  Абхазия Республикаһы[d]
 Грузия
Урын Абхазия
 Абхазияла ислам Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

 
Кавказ 750-се йылдарҙа

Абхазия халҡының 60 %-ы христиандар (православие динен тотоусылар), 16 %-ы мосолмандар (2003)[1].

737 йылда Кавказ аръяғы ерҙәренә ғәрәп ғәскәрҙәре һөжүм итә. Ғәрәптәрҙе был ерҙәрҙән тулыһынса IX быуат урталарында ғына ҡыуып сығаралар. Шул уҡ ваҡытта ғәрәптәрҙең күпселеге, бөтә баҫып алынған райондарҙағы кеүек үк, урындағы халыҡ менән ассимиляциялана.

VI быуатта Абхаз батшалығы төҙөлә. Абхазия дәүләтенә Көнбайыш Грузия ла кергән. VII быуатта үҫешкә ирешкән һәм VIII быуатта (Византиянан һәм Хәлифәттән) туп-тулы бәйһеҙлеккә өлгәшкән.

Абхазия тарихында беренсе мосолмандар булып Генуя (Италия) сауҙагәрҙәре тарафынан (XIII—XIV быуаттар) Мысырға ҡоллоҡҡа һатылған абхаздар һанала.

Беренсе тапҡыр Сухум (ул ваҡытта Себастополис) мосолмандары XIV быуат башындағы документтарҙа телгә алына.

XVI быуаттың икенсе яртыһында Абхазия һәм Көнбайыш Грузияның Ғосман империяһына бәйлелеге көсәйә. Ғосман дәүләте дәүерендә XVI—XVIII быуаттарҙа Абхазия халҡы күпләп Ислам динен ҡабул итә.

1810 йылдың 17 февралендә (1 март) Александр I Абхаз кенәзлеген Рәсәй империяһына ҡушыу тураһында Манифест сығара. 1858 йылда Абхаз кенәзлеге халҡы 94 023 кеше тәшкил иткән. 1864 йылдың июнендә рус батшаһы Абхаз кенәзлеген бөтөрә. Абхазия Рәсәй империяһының Сухум хәрби бүлеге итеп үҙгәртелә. 1864 йылда бер нисә мең абхаз Төркиәгә китергә мәжбүр ителә. Бөгөн Төркиәлә донъяла иң ҙур абхаз диаспораһы йәшәй.

Абхазияла Совет власы урынлашҡас, дәүләт структуралары исламды таныуҙан туҡтаған. Яңы совет власы яғынан күп һанлы эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, ислам тарафдарҙары хакимиәттән йәшерен рәүештә мосолман йолаларын башҡарыуҙы дауам итә. СССР тарҡалғандан һуң, Абхазия Юғары шураһы 1992 йылдың 23 июлендә Абхазия территорияһында 1925 йылғы Абхазия Конституцияһын тергеҙергә ҡарар итә.

1997 йылда диндәр тураһында һорауламала ҡатнашыусыларҙың 55 %-ы-үҙҙәрен христиандар, 17 %-ы мосолман тип атаған, 14,6 %-ы дингә ышанмай. 2003 йылда һорауламала ҡатнашыусыларҙың 60 %-ы үҙҙәрен христиандарға, 16 %-ы — мосолмандар, 8 %-ы — атеистарға, 5 %-ы — мәжүси диненә, 3 %-ы — абхаз диненә, 1 %-ы — Йәһүә шаһиттарына, йәһүдиҙәргә һ. б. индереп ҡараған.

2009 йылда Абхазия беренсе тапҡыр мосолмандар Сәғүд Ғәрәбстаны короленән Мәккәгә хаж ҡылырға саҡырыу алған.

Абхаз мосолмандарында ашауҙа һәм эсеүҙә бер төрлө лә сикләүҙәр ҙә юҡ: улар башҡа мосолмандар өсөн харам булған араҡы, шарап, сусҡа ите ҡуллана. Ир-ат балаларҙы сөннәткә ултыртыу абхаз мосолман ирҙәре тарафынан ниндәйҙер ярамаған эш һәм хурлыҡлы хәл булараҡ ҡабул ителә[2].

Мәсет төҙөү проблемаһы үҙгәртергә

XX быуаттың беренсе сирегендә Абхазияла 60-тан артыҡ мәсет эшләгән. Хәҙер Абхазияла (Гудаутала һәм Сухумда) мосолмандарҙың намаҙ уҡыу өсөн ваҡытлы ике урыны бар. 1992 йылда Гудаута мәҙәниәт йорто фойеһында мәсет-нмаҙ бүлмәһе ойошторола. Унда Абхазиялағы һуғышта (1992—1993) һәләк булған Төркиә һәм Төньяҡ Кавказ ирек яҡлыларын һуңғы юлға оҙатыу ойошторола. Әлеге намаҙ бүлмәһе совет осоронан һуң мосолмандарҙың Абхазияла асылған беренсе ғибәҙәтханаһы була. 1999 йылда Гудаутала мәсет өсөн ике ҡатлы йорт (Мөһажирҙәр ур., 4)[3], Сухумда мәсет өсөн бер ҡатлы бина бирелә. Улар мәсет архитектураһына оҡшамаған, яҡынса 100 кешене генә һыйҙыра ала (ир-аттар өсөн 80 кешелек бүлмә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20). Яҡындағы йортто һатып алып, Сухум мәсете территорияһын үҫтереү планы бар[4].

Ойошма үҙгәртергә

2014 йылда Абхазия мосолмандарының берҙәм Диниә назараты теркәлеү үтә. Уның маҡсаты — мосолман халҡының дини ихтыяждарын тәьмин итеү, рухи дәрәжәһен күтәреү һәм конфессиялар тыныслыҡты һаҡлау.

Сухум мәсете үҙгәртергә

Ике тиҫтә йыл дауамында Сухумда мәсет өсөн урын билдәләнмәгән. Башта мәсетте диңгеҙ ярында төҙөү күҙҙә тотола, унда совет осоронда уҡ 14 ҡатлы ҡунаҡханаға нигеҙ һалынған була, ләкин был осраҡта ҡунаҡхана төҙөргә ҡарар итәләр. Унан һуң Курченко исемендәге парк һайлап алына, махсус парк зонаһында мәсет төҙөү маҡсатҡа ярашлы түгел, тип табыла. Сухум ҡалаһы администрацияһы башлығы Астамур Антон улы Адлейба фекеренсә: «Мәсет, Сухумда берҙәм дини үҙәк булһын өсөн, православие, протестант сиркәүҙәре һәм католик храмы эргәһендә булырға тейеш. Беҙ күбеһенсә мосолман илдәрендә йәшәүсе абхаз мөһәжирҙәрен уларҙың тарихи ватандарына ҡайтарырға теләйбеҙ, ләкин улар Абхазияла үҙҙәренең дини хоҡуҡтары ҡыҫылыр тип ҡурҡа. Донъялағы абхаздарҙың 70 %-ы-мосолмандар. Абхазия — христиан иле. Ғосман империяһының күп быуаттар хакимлығы осоронда кергән ислам диненең Абхазиялағы абхаздарға йоғонтоһо әллә ҡасан зәғифләнгән»[5].

«Мосолмандар һаны йыл һайын арта бара. Хәҙер улар — урындағы халыҡ, Төркиәнән, Иордания һәм Сүриәнән күсенеп ҡайтҡан күсмәндәр, шулай уҡ Урта Азиянан килгән хеҙмәт мигранттары. Байрам намаҙҙарына меңгә тиклем кеше йыйыла. Йома намаҙына килгән барлыҡ мәхәллә кешеләре өсөн урын етмәй. Кешеләр урамда доға ҡылырға, һалҡын бетонда ултырырға мәжбүр. Мөфтөйлөк мәсет төҙөлөшөнә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙе — йортто финанслау мәсьәләһенә алып төҙөлөш планына тиклем, хөкүмәт менән килештерергә әҙер. Әгәр кемделер манара һәм көмбәҙ борсоһа, ахыр сиктә, беҙ бары тик бина төҙөй алабыҙ»,— ти Сәлих (Станислав) Кварацхелия.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә