Йорт сусҡаһы
Инә сусҡа бәрәстәре менән
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәмәүселәр
Ғаилә: Сусҡалар
Ырыу: Ҡабандар
Төр: Ҡабан
Суб-төр: Йорт сусҡаһы
Латинса исеме
Sus scrofa domestica Linnaeus, 1758

Йорт сусҡаһы (лат. Sus scrofa domesticus) — 7000 йылдар элек (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса күпкә алдараҡ) йортлаштырылған эре ҡуш тояҡлы ҡабан төрө. Күпселек Көнбайыш, Көнсығыш Азия һәм Океания илдәрендә таралған. Резербек тип аталған ҡырағайланған сусҡалар Төньяҡ Америкала, Австралияла һәм Яңы Зеландияла осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,9 метрҙан 1,8 метрға тиклем, эре сусҡа 50 кг-нан 150 кг-ға тиклем тарта. Башҡа үҫемлек менән туҡланыусы ҡуш тояҡлы хайуандарҙан айырмалы булараҡ, сусҡа, үҙенең оло быуындағы вәкиле ҡабан кеүек, бөтә нәмәне ашаусы хайуан.

Сусҡаны ит өсөн аҫырайҙар. АҠШ ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2005 йылда сусҡа ите етештереү 97,2 млн тоннаға етте.

Һуңғы ваҡытта сусҡаның минипиги тип аталған декоратив карлик тоҡомон өйҙә аҫырау модаға кереп китте. Францияла трюфель бәшмәген махсус өйрәтелгән сусҡалар эҙләй.

Ҡулға эйәләштереү тарихы

үҙгәртергә

Археологик ҡаҙылмалар бынан 13 000—12 700 йылдар элек ҡырағай сусҡаларҙы Яҡын Көнсығыштың Тигр йылғаһы бассейнында ҡулға эйәләштерә башлағандарын күрһәтә[1]. Хәҙерге ваҡытта Яңы Гвинеялағы[2] кеүек уларҙы башта ярым ҡырағый хәлдә иректә тотҡандар. 11 400 йыл эле йәшәгән тип билдәләнгән ҡалдыҡтар Кипрҙа табылған. Утрауға сусҡалар ҡулға эйәләштерелгәс кеше менән генә күсеп килә алған[3]. Ҡытайҙа сусҡаларҙы ҡулға эйәләштереү 8 000 мең йыл элек башланған[3][4].


Продуктлылығы

үҙгәртергә

Тейешле туҡланыу һәм тәрбиә булғанда 6-7 айлыҡ сусҡаларҙың массаһы 100—110 кг һәм унан да күберәк була һәм һуйғанда 73-75 кг ауырлыҡта ит бирә. 2-6 мең инә сусҡаһы булған иң яҡшы сусҡа фермалары уларҙың һәр береһенән йыл һайын уртаса 15-20 центнер һәм унан да күберәк сусҡа ите ала, ә айырым хайуандарҙан — күпкә күберәк.

Сусҡаларҙың үрсемле һәм тиҙ өлгөрөүсән булыуы, шулай уҡ бәләкәй йәштән тоҡом биреү һәләте арҡаһында, йыл башында хужалыҡта булған хайуандарҙың йыл һайын 100—150 проценттан ашыуы арҡаһында, уларҙың итен һатыу мөмкинлеге тыуа.

Сусҡа үрсетеүҙә сусҡаларҙың шул уҡ биологик үҙенсәлектәре арҡаһында, аҙ етештереүсәнле хайуандарҙы етештереүсәнлеге юғарыраҡ булғандарға, үҙгәргән талаптарға яуап биргән продукция биргәндәргә алмаштырыу (атап әйткәндә, аҙыраҡ майлы сусҡа ите алынған мал үрсетеүгә күсеү) юлы менән, көтөүҙе тиҙ арала камиллаштырыу өсөн киң мөмкинлектәр бар. Һуйыу уңышы хайуандың тоҡомо, йәше, енесе, һимеҙлеге дәрәжәһенә, шулай уҡ түшкәне эшкәрткәндә юғалтыуҙар ҙурлығына бәйле. 90-100 килограммлыҡ сусҡа һуйғанда ул ғәҙәттә 72-75 процент тәшкил итә, 120—140 кг массалы һуйылған хайуандарҙа — яҡынса 75-77 %, ә яҡшы һимертелгән өлкән сусҡаларҙа — 80-85 % сигендә.

Итенең әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Сусҡа тиреһе менән ҡапланған китап тышлығы, 1894

Сусҡа ите донъяның күп илдәрендә иттең төп төрҙәренең береһе булып тора. Ҡарамаҡҡа сусҡа ите тоноҡ алһыу төҫтә, һиҙелерлек май ҡатламдары бар. Тәм сифаттары буйынса сусҡа ите һыйыр һәм һарыҡ ите менән сағыштырғанда йомшағыраҡ һәм майлыраҡ. Ашау өсөн инә сусҡа итен, йәки (һирәгерәк) енси яҡтан өлгөргәнгә тиклем көйҙөртөлгән («бестерелгән») сусҡа итен ҡулланалар. Нәҫел ата сусҡаһының ите лә аҙыҡҡа яраҡлы, әммә тәме күпкә насарыраҡ.

Медицинала сусҡаларҙың әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Сусҡа йөрәге киҫелештә

Йорт сусҡалары медицина өсөн дә мөһим. Мәҫәлән, уларҙың ит эшкәртеү заводтарынан алынған күҙҙәренә күҙ микрохирургияһы буйынса буласаҡ белгестәр операция яһарға өйрәнәләр[5].

Ҡайһы бер органдарының кешенеке менән анатомик оҡшашлығы арҡаһында сусҡалар ксенотрансплантологияла эксперименталь ҡулланылалар[6][7][8][9]. Был маҡсаттарҙа шулай уҡ сусҡаларҙың генетик модификацияланған вәкилдәре лә ҡулланылырға мөмкин[10][11][12]. Шулай,, йөрәк дерматопластикаһында һәм клапандарын протезлауҙа ҡайһы бер уңыштар бар.

[13][14][15]. Шулай уҡ лаборатор (шул иҫәптән модель организмдарҙы ла индереп) хайуандар сифатында ҡулланылалар[16].

Йорт сусҡалары ҡырағай ата-бабаларына ҡарағанда агрессив түгел, әммә ҡайһы берҙә тере кешеләрҙе тешләп һөжүм иткән һәм мәйет ашаған осраҡтары була.[17][18][19][20][21][22].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Sarah M. Nelson Ancestors for the Pigs. Pigs in prehistory. (1998)
  2. Rosenberg M, Nesbitt R, Redding RW, Peasnall BL (1998). Hallan Cemi, pig husbandry, and post-Pleistocene adaptations along the Taurus-Zagros Arc (Turkey). Paleorient, 24(1):25-41.
  3. (2000) «The origin of the domestic pig: independent domestication and subsequent introgression». Genetics 154 (4): 1785–91. PMID 10747069.
  4. Jean-Denis Vigne, Anne Tresset and Jean-Pierre Digard (July 3, 2012). «History of domestication».
  5. Выпуск программы «Очевидное — невероятное» от 16.10.2010. russia.tv. Дата обращения: 13 ғинуар 2019. 2018 йыл 24 ноябрь архивланған. — беседа с доктором медицинских наук Христо Тахчиди
  6. Трансплантация органов от животных. Какие есть проблемы и реально ли это? // Статья от 28.10.2020 г. «Хайтек». А. Никифорова.
  7. Почему донором человеку стала свинья, а не обезьяна 2022 йыл 2 апрель архивланған. // «Интересные факты».
  8. Свиньи-доноры человека // Статья в № 134 от 25.07.1998 г. газеты «Коммерсантъ». А. Таневицкий.
  9. Будущее трансплантологии: почему свиньи станут главными донорами людей // Статья от 23.05.2018 г. «РИА Новости». В. Спиридонов.
  10. Картель Н. А., Макеева Е. Н., Мезенко А. М. Генетика: Энциклопедический словарь / Институт генетики и цитологии НАНБ // Минск: Беларуская навука, 2011. — 992 с. ISBN 978-985-08-1311-4 (С. 226—227 «Генетическая инженерия свиней»).
  11. Клонирована свинья с новыми свойствами // Статья от 24.08.2002 г. «Deutsche Welle». В. Фрадкин.
  12. В США разрешили генно-модифицированных свиней // Статья от 15.12.2020 г. К. Мурашева.
  13. Человеку впервые пересадили кожу генетически модифицированной свиньи // Статья от 16.10.2019 г. «Российская газета». М. Бровкина.
  14. Генетически совместимы. Человеку впервые пересадили органы свиньи // Статья от 05.02.2020 г. «РИА Новости». А. Еникеева.
  15. В 2011 году в Научном Центре сердечно-сосудистой хирургии имени Бакулева прошла историческая операция — врачи имплантировали пациентке клапан сердца, сделанный из митрального клапана свиньи // Статья от 19.08.2019 г. «Газета.Ru». А. Салькова.
  16. Западнюк И. П., Западнюк В. И., Захария Е. А., Западнюк Б. В. Лабораторные животные. Разведение, содержание, использование в эксперименте / Изд. 3-е, перераб. и доп. // Киев: Вища школа, 1983. — 383 с. (С. 322—333).
  17. Свиньи поедают людей // Статья от 02.10.2012 г. «Slate». Б. Палмер. (в переводе «ИноСМИ.ру» от 07.10.2012 г.).
  18. В Польше свиньи загрызли фермера во время новогодних праздников // Статья от 16.01.2020 г. «Regnum».
  19. На Алтае четыре свиньи изорвали зубами 4-летнюю девочку 2021 йыл 26 ноябрь архивланған. // Статья от 12.07.2019 г. «Регион онлайн». Е. Микулова.
  20. Свиньи съели хозяина, оставив лишь вставную челюсть // Статья от 02.10.2012 г. «НТВ» (со ссылкой на «BBC»).
  21. Свинья съела откармливавшего ее на убой хозяина // Статья от 05.11.2020 г. «Lenta.ru» (со ссылкой на «The Yukatan Times»).
  22. В Михалкове свиньи съели хозяина // Статья от 22.01.2008 г. «Моя Слобода». А. Варенков.