Абҙаҡ (Белорет районы)
Абҙаҡ (рус. Абзаково; икенсе атамаһы Төбәк) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1331 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80211804001.
Ауыл | |
Абзаково башҡ. Абҙаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Климат тибы |
континенталь |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453565 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Ҡолсоғаҙы йылғаһы (Кесе Ҡыҙылдың ҡушылдығы) буйында, Белорет ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта 20 саҡрым, Яңы Абҙаҡ тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышта 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тирә-яҡтан Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары уратып алған. Янында Бикәмбәт һәм Һалмаурҙы тауҙары бар.
Тарихы
үҙгәртергәАбҙаҡ (Төбәк) ауылына 1795 йылда Балағаҙы йылғаһы буйында Нуғай даруғаһы Күбәләк олоҫо башҡорттары нигеҙ һалғандар һәм олоҫ старшинаһы Абҙаҡ Байымов исеме менән атағандар. Абҙаҡ үҙе Байым ауылына нигеҙ һалған тархан Байым Киҙрәевтың улы булған.
Ауыл ошо йылға буйындағы барлыҡ 13 күбәләк ауылының иң ҙурыһы була. Был йортта 219 кеше йәшәгән, 31 хужалыҡтан торған. 1859 йылғы рәүиздә 79 йорт һәм 638 кеше һаналған. Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу, хужалыҡтар һаны һаҡланып ҡалып, халыҡ иҫәбенең иһә яртылаш кәмеүен билдәләгән.
Абҙаҡтың баш балаһы Хоҙайҙатжил 1749-1839 йылдарҙа йәшәй, уның улдары Бикбулат (уның улдары Ҡунаҡҡужа, Йыһанша), Ташбулат (уның улдары Баймөхәмәт, Динмөхәмәт), Абдуллатиф (уның улдары Әбделмәннәф, Әбделхәким). Уртансы улы Юлдашбай Абҙаҡов 1786-1845 йылдарҙа, кесеһе Миңлебай Абҙаҡов 1794-1834 йәшәгән.
Ә бына киң таралған фамилияларҙы башлап ебәреүселәрҙең исемдәре - Иштимер, Ҡаһарман, Бикәй, Йәноҙаҡ, Сибай Аҡбулатовтар. Сибай Ямашев 14-се башҡорт полкы составында 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан.
Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәйләүҙәргә Урал тауы битләүҙәре буйындағы Сыуаҡ Йорт, Мәйтәм инештәре һәм Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйына сыҡҡандар. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 70 йорттан 65 тирмә менән күсеп йөрөгәндәр.
465 кешенең 475 аты, 250 һыйыры, 246 һарығы, 55 кәзәһе булған. Игенселек аҡрынлап ҙурыраҡ майҙандар яулай башлай. Ауылдың 212 дисәтинә һөрөнтө ере булған. Оло Ҡыҙылда - 7 тирмән эшләп торған. Бөтә халыҡ иҫәбенә 240 бот ужым һәм 1620 бот яҙғы иген сәселгән[3].
Хәҙерге ваҡытта Абҙаҡ ауылында мәктәп, амбулатория, мәсет, китапхана, мәҙәниәт һарайы, ҡунаҡханалар бар.
Ауыл янында киң билдәле тау саңғыһы спорты комплексы һәм курорты ойошторолған[4].
Транспорт
үҙгәртергәАуыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 356 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 822 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 962 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1045 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1286 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1331 | 633 | 698 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Роза Аҡкучукова (1950—8.02.2021), йырсы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы — башҡорт журналисы һәм яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
- Йомағужин Йәрмөхәмәт Йомағужа улы — 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ике «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[5].
- Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы.
- Садиҡова Гөлйемеш Хәйрулловна - Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Әхмәҙин Әфтәх (Әфтәхетдинов Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы) (31.10.1947) — шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар сюздары ағзаһы.
Ерләнгәндәр
үҙгәртергәСССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Әхмәт Лотфуллин Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған, мәгәр кесе йәштә сағында уҡ Абҙаҡҡа күсеп килгән булғандар [6] Рәссам был ауылда бик йыш булған, сөнки унда туғандары йәшәгән, байтаҡ геройҙары тап ошо ауыл кешеләре, туғандары. Абҙаҡ урта мәктәбенә тап шуның өсөн атаҡлы рәссам исеме бирелгән дә инде. Ауылда шулай уҡ уның музейы ла ойошторолған[7].Рөссамдың мәңгелек йорто ла, үҙенең васыяты буйынса, ошонда[8].
Йырсы Роза Аҡкучукова ла бында ерләнгән. Был да уның үҙенең теләге буйынса эшләнгән. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов уның тураһындағы иҫтәлегендә ошолай яҙа: …осрашыуҙарҙың береһенән һуң ҡайтырға сыҡҡанда Роза апай шаярыу ҡатыш әйтеп һалды: «Бына беҙҙең күп кенә коллегалар донъя ҡуйғас, ҡалала ерләнә. Ошондай матур ауылыбыҙ булып та, нисек сит ерҙә ятмаҡ кәрәк?! Мәшһүр рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллин да васыят итеп, Абҙаҡта ерләнде бит. Һуңғы төйәгең матур тыуған ереңдә булыу ҙа — оло бәхет! — тине»[9]..
Ауыл ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Мөхәмәҙиева Э. Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь[10].
- Мөхәмәҙиева Э. Атаһының данын ҡайтарҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар[5].
Видеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.109
- ↑ Горнолыжный курорт Абзаково в России
- ↑ 5,0 5,1 «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар 2016 йыл 9 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2016)
- ↑ Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): IX синыф өсөн дәреслек. 1-се баҫма. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2004. — 176 бит.- 19-сы бит. — ISBN 5-295-03391-0.
- ↑ «Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер»
- ↑ ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы
- ↑ Роза йырлаған саҡта…
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь 2018 йыл 2 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абҙаҡ (Белорет районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- История села Абзаково
- Железнодорожный разъезд Новоабзаково и село Абзаково со спутника
- Горнолыжный курорт Абзаково
- Еще о горнолыжном курорте 2011 йыл 10 июнь архивланған.
- Фотоальбомы в Абзаково 2011 йыл 10 июнь архивланған.
- Про Абзаково
- Фото Абзаково
- Аквапарк Абзаково
- Динопарк
- Зоопарк в Абзаково
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Абҙаҡ (Белорет районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |