Абель Рудольф Иванович

1900-1955 йылдарҙа совет офицеры, тышҡы совет разведкаһы хеҙмәткәре

Рудольф Иванович (Иоганнович) Абель (1900, Рига, 1955, Мәскәү) — совет тышҡы разведкаһы хеҙмәткәре, дәүләт именлеге подполковнигы. Уның исемен АҠШ-та фашланған совет разведкаһы резиденты Вильям Генрихович Фишер файҙалана.

Абель Рудольф Иванович
рус. Рудольф Иванович Абель
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 РСФСР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 сентябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Рига, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 декабрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер, разведчик
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «Партизану Отечественной войны» I степени Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

1900 йылдың 23 сентябрендә Ригала тыуған. Уның атаһы торбалар таҙартыусы була.

Дүрт класлы ҡала училищеһына уҡырға инә, уны 1914 йылда тамамлай. Курьер-хат таратыусы булып эшкә урынлашып, аҡса эшләй башлай. 1915 йылда Санкт-Петербургҡа күсә, унда дөйөм белем биреү курстарына уҡырға инә. Реаль училищеның дүрт курсы өсөн экстерн имтихандар тапшыра.

Балтика флотында хеҙмәттә

үҙгәртергә

1917 йылғы революциянан һуң үҙ теләге менән Балтика флотына китә, артабанғы ике йылда хәрби транспорт судноларында кочегар булып хеҙмәт итә. 1918 йылдан Волга һәм Кама районында миноносецта хеҙмәт итә һәм бер нисә ҡаты алышта ҡатнаша. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы.

1920 йылдың ғинуарында Кронштадтта Балтика флоты янындағы радистар курсына уҡырға инә. 1921 йылда һөнәре буйынса, моряк-ирекле ирекмәндәрҙән ойошторолған отряд составында Алыҫ Көнсығышҡа йүнәлтелә. 1921 йылдың аҙағынан 1923 йылға тиклем Амур хәрби флотилияһында канонер кәмәләрендә хеҙмәт итә. 1923 йылда Петропавловск-Камчатский ҡалаһында хәрби контролер вазифаһын биләй, артабан Беринг утрауында радиостанция начальнигы була.

Разведка эшмәкәрлегенең башы

үҙгәртергә

1924 йылда Рудольф Абель демобилизациялана. 1924 йылдан 1926 йылға тиклем Владивостокта Совет сауҙа флотында электрик һәм радист булып эшләй. Ошо осорҙан алып Абелдең разведка эшмәкәрлеге күҙәтелә: 1926—1927 йылдарҙа ул Шанхайҙа совет вәкиллеге коменданты була, ә 1927 йылда инде ОГПУ-ның ИНО хеҙмәткәре. 1927 йылдан 1929 йылға тиклем Пекинда СССР-ҙың тулы вәкиллеге эргәһендә радист булып хеҙмәт итә. СССР менән Ҡытай араһындағы мөнәсәбәттәр өҙөлгәндән һуң Мәскәүгә кире ҡайтарыла һәм сит илдәрҙә легаль булмаған разведка эшенә ебәрелә, унда уға инглиз, немец һәм француз телдәрен яҡшы белеү ярҙам итә.

Ағаһын ҡулға алыу

үҙгәртергә

1936 йылда СССР-ға ҡайтҡас, Абель Тышҡы разведканың Үҙәк аппаратына, СССР НКВД-һы ГУГБ-һының 7-се бүлегенә эшкә урынлаша. Унда ул Вильям Фишер менән таныша. Тиҙҙән улар бик яҡын дуҫтар булып китә, коллегалары хатта уларҙы «Фишерабель» йәки «Абелфишер» тигән мәрәкә ҡушаматтар менән атай. 1938 йылда Абелдең ағаһы Балтика флотының сәйәси бүлеге начальнигы В. И. Абель ҡулға алына һәм аҙаҡ атыла. Шунлыҡтан Абель эштән сығарыла, әммә уға ҡарата бер ниндәй ҙә эҙәрлекләү сараһы ҡулланылмай. Күп кенә урындарҙа эшләп ала: хәрбиләштерелгән һаҡ хеҙмәтендә эшләй, шунан ваҡытынан алда пенсияға сыға. Мәскәүҙә Мархлевский урамындағы 3-сө йорттоң 37-се коммуналь фатирында Ася исемле ҡатыны һәм өлкән ағаһының Авангард исемле улы менән бергә йәшәй.

Һуғыш осорондағы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Һуғыштың тәүге көндәрендә, 1941 йылдың июлендә, СССР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариаты бойороғо менән НКВД ҡарамағында Махсус төркөм булдырыла, Төркөмгә немец-фашист ғәскәрҙәре тылында разведка-диверсия эшен һәм партизан һуғышын ойоштороу йөкмәтелә. Бының өсөн уға НКВД ғәскәре структураһына ингән Махсус төркөм ғәскәре беркетелә. Эске эштәр Наркомы ҡарамағындағы Махсус төркөм дәүләт хәүефһеҙлегенең 1-се идаралығы (разведка) базаһында ойошторола, уға Беренсе идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Павел Судоплатов[1] етәкселек итә. 1941 йылдың 3 октябрендә Махсус төркөм СССР НКВД-һының 2-се бүлек (фронт аръяғындағы эш) тип үҙгәртелә: дошман тылында разведка, диверсиялар һәм террор. Эш йүнәлештәре начальниктары итеп Серебрянский Я. И., Маклярский, М. Б. Маклярский, В. А. Дроздов, А. Э. Тимашков, Г. И. Мордвинов тәғәйенләнә.

Квалификациялы кадрҙарға ҡәтғи ихтыяж кисергән Судоплатов һәм Эйтингон Берияға элекке разведка һәм дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәрен төрмәнән азат итеү һәм хеҙмәткә ҡайтарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.

Мәҫәлән, 1941 йылда Абель ҡабаттан НКВД-НКГБ хеҙмәткәре булып китә. Бөйөк Ватан һуғышы Абель талантына ҡулланылыш таба. Ул дошман тылында эшләү өсөн диверсия разведка төркөмдәрен әҙерләй, бер нисә тапҡыр үҙе, фронт һыҙығы аша сығып, разведка эштәрен башҡара. 1941 йылдың көҙөндә Абель һәм Фишер фронт һыҙығы тирәһендә эшләй, партизан отрядтары өсөн радистар әҙерләй. Артабан икеһе лә Бөтә Союз радистар мәктәбендә (Денежный переулок, 9/6) эшләй. 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем Абель, разведка төркөмөнөң оперуполномоченныйы булараҡ, Төп Кавказ һыртында оборона эштәрен алып барыу өсөн яуаплы була.[2]

1946 йылдың 27 сентябрендә отставкаға сыға.

1955 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә ҡапыл вафат була һәм Введенский зыяратында ерләнә (27 участка)

Ҡотҡарыу исеме

үҙгәртергә

Рудольф Иванович вафат булған ваҡытта уның иң яҡын дуҫы Вильям Генрихович Фишер АҠШ-та махсус заданиела була. Ул унда Бруклинда Эмиль Роберт Гольдфус исеме аҫтында фотоателье хужаһы һәм һәүәҫкәр рәссам булып йәшәй. 1957 йылдың 21 сентябрендә Фишерҙы ФБР ҡулға ала, Фишер Үҙәккә үҙенең йәшерен эшенең асылыуы тураһында еткереү өсөн ФБР хеҙмәткәрҙәренә үҙен яҡын дуҫы Рудольф Абель исеме менән атай. Етәкселеккә яҡшы таныш булған дуҫының исемен алып, Вильям Генрихович үҙенең кемлеген асмаясағы һәм сит илдең махсус хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлек итмәйәсәге һәм биргән антына тоғро буласағы тураһында ла еткерә. ФБР агенттарының уны советтарға ҡаршы эшкә ылыҡтырырға тырышыуына ҡаршылыҡ күрһәтә. Шуға ла уның буйынса алып барылған 45094 һанлы «Америка Ҡушма Штаттары Рудольф Иванович Абелгә ҡаршы» тип аталған суд эше Американың киң мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртыла[2]. Фишер-Абель американ атом эшкәртмәләре буйынса үтә мөһим материалдарҙы СССР-ға тапшырыуҙа, шулай уҡ Госдепартаментта теркәлмәйенсә сит держава агенты сифатында АҠШ-та йәшерен рәүештә эшләүе буйынса ғәйепләнә. Ул 30 йылға төрмәгә ябыла, ләкин 1962 йылда ул, Американың летчик-разведчигы Ф. Г. Пауэрсҡа һәм тағы бер нисә американ шпионына алмаштырып, Тыуған иленә ҡайтарыла. Шунан алып В. Г. Фишер Советтар Союзында һәм бөтә донъяла Рудольф Абель булараҡ билдәле.

Наградалары

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм разведфронттағы ҡаҙаныштары өсөн билдәләнгән күп һанлы миҙалдар, шулай уҡ «НКВД-ның атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Академия ФСБ России — История. Дата обращения: 3 декабрь 2020. Архивировано 21 апрель 2021 года.
  2. 2,0 2,1 Рудольф Абель (В.Г.Фишер). Тайный архив советского разведчика-нелегала. / Евгения Ларина. — Письма из американской тюрьмы и воспоминания соратников. — Москва: АСТ, 2020. — С. 27—28, 31-32, 59, 66-67. — 288 с. — ISBN 978-5-17-134617-1.
  • Энциклопедия секретных служб России / Автор-составитель А. И. Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 417—418. — 800 с. — ISBN 5-17018975-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә