Градирня
Гради́рня (нем. gradieren — тоҙ иретмәһен ҡуйыртыу; тәүге градирнялар иретмәне ҡайнатып, тоҙ алыу өсөн эшләнгән) — күп күләмләге һыуҙы махсус өрҙөрөлгән атмосфера һауаһы йөрөүе иҫәбенә һыуытыу ҡоролмаһы[1] . Ҡайһы саҡта градирняларҙы һыуытыусы башнялар тип тә атайҙар.
Градирня | |
Градирня Викимилектә |
Ҡоролма ҡайҙа ҡулланыла
үҙгәртергәХәҙерге заманда етештереүсәнлеге ҙур булған градирнялар әйләнештәге һыу системаларында йылылыҡ алмашыныу аппараттарын һуыуытыу өсөн ,ғәҙәттә, йылылыҡ электр станцияларында (шулай уҡ АЭС) һәм ТЭЦ-тарҙа төҙөлә. Граждандар төҙөлөшөндә градирнялар, мәҫәлән, һыуытҡыс ҡоролмаларҙың конденсаторҙарын һыуытыу өсөн, һауаны кондиционер менән һыуытҡанда, авария булған электрогенераторҙарҙы һыуытҡанда ҡулланыла. Градирнялар- сәнәғәттә күпселек осраҡта төрлө технологик ҡоролмаларҙы һыуытыу, химик юл менән матдәләрҙе таҙартыуҙа, урындағы таҙартыу системаларына бәйле ҡоролмалар. Бынан тыш хәрби сәнәғәт комплексында, энергетика, караптар төҙөү, авиация, химия өлкәләре, металлургия, машиналар төҙөү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә күпләп ҡулланыш таба.
Классик вентиляторлы градирняларҙа һыуытыу һыуҙың бер өлөшөнөң боҫ булып күтәрелеп, йоҡа ғына ҡатлам булып йәки тамсылап, махсус ороситель аша ағып төшөүе иҫәбенә һыуыныу процессы бара, ороситель аша икенсе яҡтан һалҡын һауа өрҙөрөлә.
Ғәҙәттә градирнялар һыуытыу өсөн ҙур һыу сығанағы булмаған ерҙә (йылға, күл, диңгеҙ), йәки уларҙың бысраныу хәүфе булғанда ҡулланыла. Градирняларға һиптергесле бассейндар арзан альтернатива була ала. Уларҙа һыу ябай һиптереү юлы менән әҙләп һыуына.
Тарих
үҙгәртергәРәсәйҙә градирнялар тоҙ ҡайнатыу сәнәғәтендә ҡулланылған. 1771 йылдың 15 февралендә Екатерина II указы буйынса генерал-квартирмейстер Баур (Боур) Полисть йылғаһы буйында (Старая Русса ҡалаһы) тоҙ ҡайнатыу заводын һала. Был завод янында ике градирня ҡорола[2].
Тәүге гиперболоид рәүшендәге градирня профессор Фредерик ван Итерсон (Frederik van Iterson) конструкцияһы буйынса 1918 йылда Голландиялағы Херлен ҡалаһында төҙөлгән[3]. Быға тиклем градирнялар конструкцияһы төрлөсә : тура дүртмөйөш, түңәрәк, овал рәүешле булған.
Классификацияһы
үҙгәртергә] Һауа биреү ысулы буйынса:
- башнялы (бейек башня ярҙамы менән һауаны тартыу булдырыла);
- вентиляторлы (тартыу вентилятор менән булдырыла);
- асыҡ (атмосфера), ел көсөн һәм ороситель аша һауа үткәндәге тәбиғи конвекциялы;
- эжекцион[4], һыу һәм һауа ҡатнашмаһы юғары тиҙлек менән хәрәкәт иткәндә эжекция эффектын ҡулланыу.
- һиптертеүсе, ябай һиптертеү йәки фонтан принцибы буйынса эшләүсе.
Һыу мнән һауаның йүнәлеше буйынса:
- ҡаршыға (температура ныҡ төшә, аэродинамик ҡаршылыҡ иң көслөһө);(1 схема)
- ике яҡтан ҡапма- ҡаршы (аэродинамик ҡаршылыҡ әҙерәк, тамсылап киткәндән әҙерәк);(2 схема)
- ҡатнаш ағым (градирня конструкцияһы ҡаршы һәм ике яҡлап ҡапма-ҡаршы ағымлы).
Вентиляторлы градирнялар әлегә тиклем иң файҙалыһы ине, ләкин уларҙы эшләтеү өсөн күп электр энергияһы сарыф ителә.
Эжекцин градирнялар иң күп гидравлик ауырлыҡты күтәрә, бик ныҡ эҫе һыуҙы ла һыуыта ала (90 °С тиклем). Эжекцион градирнялар һыуыҡҡа бик бирешмәй, шуға күрә һыуыҡ яҡтарҙа ул иҡтисади яҡтан бик файҙалы.
Былар ҡыҙыҡлы
үҙгәртергә- Донъялағы етештереүсән градирня — Германиялағы Изар АЭС-ы[5]. Ул сәғәтенә 216 000 куб метр һыу һыуыта. Уның бейеклеге −165 метр, нигеҙенең диаметры- — 153 метр.
- Иң бейек градирня — 2012 йылда Һиндостандағы ТЭС Калисиндх, уның бейеклеге 202 м[6].
- Рәсәйҙә әлегә иң бейек градирня 2012йылда Яңы Воронеж АЭС-2 өсөн төҙөлгән, бейеклеге- 172,5 м[7] .
- Рәсәйҙә иң ҙур вентиляторлы градирня — 2012 йылда Иркутск ҡалаһындағы ТЭЦ-11 (Иркутскэнерго). Уның секцияһының ҙурлығы 18x18 метр.
Рәсәйҙә градирнялар баҙары
үҙгәртергәTEBIZ GROUP кампанияһы үткәргән «Рәсәйҙә градирнялар баҙары — 2019» маркетинг тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәрендә Рәсәй градирнялар баҙары төрлө яҡлап анализлана, 2023 йылға тиклем үҫеш прогнозы бирелә[8].
Был тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә:
- Рәсәй баҙарында импортҡа нигеҙләнгән модель нығынған, был баҙараҙың 83 % артығын сит ил етештереүселәренең продукцияһы тәшкил итә.
- 2018 йылда градирнялар баҙары структураһында сит ил етештереүселәре Рәсәй етештереүселәренкенә ҡарағанда 2,5 тапҡыр күберәк урын биләй, сауҙа балансы сальдоһы тиҫкәре була, улар араһында айырма −341 дана.
- 2018 йылда Рәсәйгә һатылған градирнялар иҫәбе буйынса Ҡытай иң алда бара (44 % артыҡ), градирняларҙы иң күп һатыусы — FANS A.S. (64,4 %).
- Рәсәй етештереүселәренең градирняларының иң күп өлөшөн Ҡаҙағстан ала (более 59 %), иң ҙур һатып алыусы- AGGREKO DEUTSCHLAND GMBH(3,2 %).
Тикшеренеү осоро: 2014—2018 йылдар, 2019—2023 йылдар (прогноз)
Рәсәйҙә градирнялар етештереүселәр:
ООО `БАЛТЭНЕРГОМАШ`, ООО `НПФ ТЕХЭКОПРОМ` , ООО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННОЕ ОБЪЕДИНЕНИЕ `АГРОСТРОЙСЕРВИС`, ООО `ТМИМ`, ООО `ЭКОТЭП`, ООО `ГК НОВЫЕ ТЕХНОЛОГИИ`, АО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННОЕ ОБЪЕДИНЕНИЕ `ТЕПЛОМАШ`, ООО `МЕГТЕРРА`, ООО `ЗАВОД ТЕРРАФРИГО`, ООО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННАЯ КОРПОРАЦИЯ `ИРВИК`.
Үлсәү берәмеге: күләм даналарҙа, хаҡтар долларҙарҙа бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пономаренко В. С., Арефьев Ю. И. Градирни промышленных и энергетических предприятий: Справочное пособие / Под общ. ред. В. С. Пономаренко. — М.: Энергоатомиздат, 1998. — 376 с. — ISBN 5-283-00284-5[1]
- ↑ Фальковский Н.И. История водоснабжения в России. — М. ; Л.: Издательство министерства коммунального хозяйства РСФСР, 1947. — С. 129. — 307 с.
- ↑ Градирни: история, фото, что это? zavodtriumph.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2018.
- ↑ Применяются только в России, инновационная российская разработка и патент
- ↑ Светлана ААБ Градирня вышла на рабочий режим (рус.) // «Салаватский Нефтехимик» : газета. — 2012. — № 26 (5009). — С. 3.
- ↑ Comansa Jie builds the world’s highest cooling towers
- ↑ Мостострой 6 2013 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Рынок градирен в России
Һылтанмалар
үҙгәртергәГрадирня Викимилектә |