Березовский Иван Афанасьевич
Березовский Иван Афанасьевич (20 май 1906 йыл — 18 декабрь 1993 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, СССР химия сәнәғәтен ойоштороусы. 1952—1962 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинат директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965). Ленин (1939) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1947, 1949, 1958, 1965) кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
Березовский Иван Афанасьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 май 1906 |
Тыуған урыны | Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 декабрь 1993 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | химия |
Эш урыны | Газпром Нефтехим Салауат |
Уҡыу йорто | Украинский государственный химико-технологический университет[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Афанасьевич Березовский 1906 йылдың 20 майында Мариуполь ҡалаһында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Мәктәптән һуң 1919 йылдан 1921 йылға тиклем Эстон уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәтен тултырғас, Киев губернаһы крәҫтиәндәренә эшкә яллана. 1927 йылда Славянск ҡалаһы фарфор заводы фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбенә уҡырға инә. Фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбендә политсекретарь булып эшләй.
1928-1932 йылдарҙа Днепропетровск химия-технология институтында «Аммиак һәм азот ашламалары етештереү технологияһы» һөнәре буйынса уҡый. Институтты тамамлағандан һуң аспирантураға уҡырға инә. Тамбов ҡалаһында инженер, 1935 йылдан алып Сталиногорск ҡалаһында химия комбинаты инженеры, башлығы (1937—1938 йылдарҙа) булып эшләй.
1939 йылдан алып — химия сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары.
1943 йылда «Газоочистка» тресы идарасыһы вазифаһына күсерәләр, 1947 йылда 484-се завод директоры итеп тәғәйенләнә (Мәскәү ҡалаһы).
1952—1962 йылдарҙа Салауат ҡалаһында 18-се комбинат директоры, аҙаҡ — комбинат төҙөлөшө дирекцияһы директоры. Уның етәкселеге аҫтында 1957 йылда 18-се һанлы Салауат нефть химияһы комбинатында нефть эшкәртеү заводы төҙөлә, аммиак, карбамид, полиэтилен етештереү үҙләштерелә, Яңы Ишембай нефть эшкәртеү заводы, "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайын төҙөүҙә ҡатнаша.
1965 йылдан Мәскәүҙә эшләй, шунда 1993 йылда вафат була. Мәскәүҙә ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965)
- Салауат нефть химияһы комбинатының атҡаҙанған ветераны
- Ленин ордены (1939)
- Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1947, 1949, 1958, 1965)
- Салауат ҡалаһының почетлы гражданы
- «СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте алдынғыһы» тамғаһы (1967)
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә«30-сы йылдарҙа Иван Афанасьевич химия комбинаты менән етәкселек иткәндә, уны халыҡ комиссары В. М. Каганович саҡыртып ала һәм тупһанан уҡ ҡысҡырып ебәрә: «Һин нимә унда ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнәһең? Нисек предприятиены туҡтатырға баҙнат иттең? Әгәр хәҙер үк эшләтеп ебәрмәһәң, лагерға оҙатам». Ләкин Березовский үҙ һүҙендә ныҡ тора – ремонтламайынса эшләтергә ярамай. Һәм Каганович, быға ышаныуы ла ҡыйын, сигенә….»
«Нефтехимик» журналы №2, 2005 В. А. Фершалов|Подпись='}}
- Березовский Иван Афанасьевич ҡатыны Елизавета Григорьевна (1906 йылда тыуған) менән Мәскәүҙә 1939 йылдың 9 майынан 1940 йыл бөткәнсе Яр буйы урамында 170-се фатирҙа (хөкүмәт йорто)[2], Салауат ҡалаһында — иҫке райондағы коттеджда (Пушкин урамында) йәшәйҙәр[3].
- Йәш белгестәр Анатолий һәм Валентина Кондратенколарҙың торлағы юҡлығы тураһында белеп ҡалғас, Березовский уларҙы балаһы менән, айырым инеү урыны эшләтеп, Салауаттағы коттеджына урынлаштыра.
- Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейында стилизация — 18-се комбинат директоры И. А. Березовскийҙың эш кабинеты һәм беренсе төҙөүселәрҙең эш шарттары — бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Журнал «Нефтехимик» № 2, 2005 г.
- «Остаёмся с тобой, Салават» под ред. А. Т. Галиева, Уфа, Изд. «Лето», 2000 г. ISBN 5-87308-316-9
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Новомосковск химия комбинаты директорҙары
- Аммиак һәм карбамид етештереүгә — 50 йыл!(недоступная ссылка)