2-се Башҡорт кантоны

Башҡорт кантондары

2-се Башҡорт кантоны (10 апрель, 1798 йыл) — Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәрендә ойошторолған идаралыҡ[1].

2-се Башҡорт кантоны
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Пермь губернаһы, Екатеринбург өйәҙе һәм Красноуфимск өйәҙе

Кантон системаһы тотош мәсьәләләр комплексын хәл итеү, шул иҫәптән башҡорт ихтилалдарын иҫкәртеү, ил сиген нығытыу, крайҙы колониялаштырыу һ.б. маҡсаттарынан 1798 йылдың 10 апрелендә Указ нигеҙендә индерелә[2]. Кантон идаралығы осоронда 2-се Башҡорт кантоны составына Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәре (хәҙерге Свердловск, Силәбе өлкәләре һәм Башҡортостандың өлөштәре) башҡорттары инә.

2-се Башҡорт кантоны 7 йортҡа (команда) бүленә, командалар ауылдарҙан тора.

Беренсе йортҡа Юлдаш, Ҡолошбай, Ямантай, Биктимер, Ҡарағайкүл, Ибраһим, Һарыкүлмәк, Апаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Ҡайынҡул, Суртаныш ауылдары инә.

Икенсе йорт Әсән, Кесе Әсән, Итбай, Назар, Соболево, Фәйзулла, Шәрипҡол, Һарына, Таскино, Һөләймән ауылдарынан тора.

Өсөнсө йортто Бердинеш, Ҡотҡасыҡ, Һунарғол, Аяҙғол, Һатлыҡ, Сабит, Нурыш, Мусыҡай, Алабуға ауылдары тәшкил итә.

Дүртенсе йортҡа Зырянкүл, Сагильжино, караболка, 1-се Итҡол, 2-се Итҡол, 3-сө Итҡол инә.

Бишенсе йорт Шәкүр (Свердловск өлкәһе), Аҡбаш, Үрмәкәй (Свердловск өлкәһе), Өфө-Шигири, Әртә-Шигири, Араҡай, Билән, Юлдаш, Машкары ауылдарынан тора.

Алтынсы йортҡа Теләш, Ишәле, Тякино, Тимербай, Ҡорғат, Буғалыш, Оло Ока, Ҡыҙылбай ауылдары ҡарай.

Етенсе йорт — Бишково, рахманғол, Устьбаяк, Биккенә, Бикмәт, Ғәйнә, Әҙеғол, Яманйылға, Озерково, һыҙғы, Ҡуян ауылдары.

1-се һәм 2-се Башҡорт кантондарында 20-се Башҡорт полкы төҙөлә. 1812 йылдың 30 октябрендә полк Пермь губернаһы Пермь өйәҙенең Ҡуян ауылында йыйылып, Полтава губернаһының Галяч ҡалаһына, граф, генерал-лейтенант П. А. Толстойҙың ополчение корпусы менән ҡушылыу өсөн юлға сыға.

Полк Пенза ополчениеһына ҡушылырға бойороҡ ала һәм уның составында 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә килеп, кенәз, генерал Д. И. Лобанов-Ростовский етәкселегендәге Резерв армияһы составына индерелә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, икенсе өлөшө Резерв армияһының 3-4-се корпустары араһында бәйләнеш булдыра[1].

3-сө йорттоң урядниктары Ҡолмөхәмәт Көсәғолов менән Хәмит Тойғонов «Парижды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, «шуға күрә 20-се полктың ҡайһылыр йөҙ яугиры Gарижды штурмлағанда ҡатнашыуы ихтимал йәиһә улар икенсе полкта [еҙмәт итеүе мөмкин», — тип фаразлай был факт буйынса Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Зөфәр Ғәтиәтуллин[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә