Зиновьев Георгий Васильевич
Зиновьев Георгий Васильевич (2 декабрь 1887 йыл — 26 апрель 1934 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1919, 1928) кавалеры.
Зиновьев Георгий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Васильевич[d] |
Тыуған көнө | 2 декабрь 1887 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 26 апрель 1934[1] (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГеоргий Васильевич Зиновьев 1887 йылдың 20 ноябрендә (яңы стиль буйынса 2 декабрь) Петербург ҡалаһында хәрби чиновник ғаиләһендә тыуған. Севастополь хәрби авиация мәктәбен 1915 йылда тамамлағандан һуң Көнбайыш фронтының 3-сө Себер корпусы 6-сы авиация отрядында хеҙмәт итә, өлкән унтер-офицер. Дошман менән күп кенә бәрелештәрҙә ҡатнаша, батырлығы өсөн дүрт тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнә. 1917 йылдың октябрь башынан алып — корпус комитеты рәйесе. Ошо уҡ йылдан ВКП (б) ағзаһы.1 Төҙөү ҡатнашыусы "Көнбайыш фронтының беренсе социалистик отряды"н төҙөүҙә ҡатнаша. Революцион һалдатарҙы Довбор-Мусницкийҙың поляк корпусы частарына һәм герман илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшендә етәкселек итә. 1918 йылдың ғинуарынан апрель аҙағына тиклем Смоленск гарнизоны начальнигы. Орша участкаһы менән командалыҡ итә.
1918 йылдың майында 400 яугирҙан торған отряд һәм 1-се батарея менән Һамарға ебәрелә, артабан Ырымбурға, унда ул ҡыҙылгвардеецтарҙы бер хәрби берәмеккә туплау менән шөғөлләнә. Ошо уҡ ваҡытта ул — Орск һәм Ташкент тимер юлы йүнәлешендәге Ырымбур фронтының ойоштороусыһы һәм командующийы. 1918 йылдың йәйендә Зиновьевтың хәрби отрядтары дутовсыларға һәм чехословактарға ҡаршы тороп, Ырымбурҙы обороналауҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтәләр. Ошо уҡ ваҡытта Зиновьев Быҙаулыҡтан 12 мең кешелек гарнизонды ҡотҡарыуға өлгәшә һәм уны Ырымбур тирәһендә урынлаштыра
1918 йылдың сентябренән Төркөстан республикаһы ғәскәрҙәре командующийы — Дутов һәм белочех ғәскәрҙәренә ҡаршы Аҡтүбә һәм Орск-Аҡтүбә фронт участкаларында командалыҡ итә. 1919 йылдың февраль-мартында Ырымбур уҡсылар дивизияһы начальнигы (һуңынан 31-се Төркөстан уҡсылар дивизияһы).
1919 йылдың март — июнь осоронда аҡтарҙың яҙғы һөжүме ваҡытында Төркөстан армияһы командующийы — РККА-ның Белорет, Боғорослан, Бәләбәй, Өфө операцияларында удар берләшмәләр менән етәкселек итә. Аҡтүбә операцияһы өсөн (август — сентябрь 1919), Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[2] 1919 йылдың июненән 1920 йылдың ноябренә тиклем 1-се армия командующийы. Уның етәкселегендәге ғәскәрҙәр Колчак ғәскәрҙәренең баҫымын кире ҡағалар һәм Ырымбур, Орск һәм Аҡтүбәне азат итеүҙә ҡатнашалар.
1920 йылдың 31 авгусынан Бохара операцияһы барышында Иҫке бохара ҡәлғәһен штурмлау менән етәкселек итә. Көнсығыш Бохараға ҡораллы отряд менән ҡасып киткән эмирҙы эҙәрлекләүҙе ойоштора.1920 йылдың 1 ноябрендә 1-се армия армияһы командующийы Г. В. Зиновьев бойороғона ярашлы Бохара Совет Республикаһы сиктәрендә бөтә совет ғәскәрҙәре Бохара ғәскәрҙәр төркөмөнә туалана. 1920 йылдың ноябренән 1921 йылдың мартына тиклем — Реввоенсовет ағзаһы һәм Төркөстан фронты ғәскәрҙәре командующийы ярҙамсыһы.
1921 йылдың апрель — авгусында Фирғәнә ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, бер үк ваҡытта 3-сө Төркөстан уҡсылар дивизияһы начальнигы (1921 йылдың 1 апреленән 1921 йылдың майына тиклем). Каспий аръяғында (1919, декабрь) һәм Фирғәнә өлкәһендә контрреволюцион сығыштарҙы баҫтырыуҙа ҡатнаша 1921 йылдың сентябренән алып- РККА-ның хәрби академияһы тыңлаусыһы.
1923 йылдан Хәрби-Һауа көстәренең хәрби-уҡыу йорттары начальнигы, артабан Ленинград хәрби округы хәрби-Һауа көстәре начальнигы. 1927 йылдың февраленән — 1-й Урта Азия хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының 1-се ярҙамсыһы, 1928 йылдың майынан — Ленинград хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы ярҙамсыһы. Ошо уҡ йылда — РККА-ның хәрби-төҙөлөш идаралығы начальнигы, ә 1932 йылдың майынан — Хәрби-инженер академияһы начальнигы һәм комиссары. Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән (1919, 1928) бүләкләнә, шулай уҡ уны Төркөстан фронты Революцион-хәрби советы 1920 йылғы Бохара операцияһы өсөн почетлы алтын ҡорал менән бүләкләй[2].
Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән (Колумбарий, 1 секция).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Зиновьев Георгий Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. — Москва, 1983. — С. 219.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Воробьев В. Ф., Оборона Оренбурга, M., 1938.
- Зиновьев Георгий Васильевич // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М., 1983. С.219