Әшәй
Әшәй (рус. Ашаево) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 233 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804002.
Деревня | |
Ашаево башҡ. Әшәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452585 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 39 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билән): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Наҙы-Петровск): 45 км
Әшәй ауылы Өфө йылғаһы бассейнына ҡараған Ҡарағай йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 39 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәӘшәй ауылы Красноуфимск өйәҙе территорияһында XIX быуат аҙағында, 1876 йылда, Наҙы-Петровск заводы идаралығының полиция ярҙамында Иҫке Масҡары халҡын күсереүе менән бәйле, барлыҡҡа килгән. Күсергә мәжбүр булған халыҡтың бер өлөшө яңы тораҡҡа нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүселәр — өс бер туған Нох, Хаммат һәм Ғүмәр[4].
Тарихсы ғалим Ә. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдарына бағышланған хеҙмәтендә Әшәй ауылы тураһында мәғлүмәткә эйә түгелбеҙ тиелгән. Әшәй ауылы 1870 йыл материалдарында ла, 1896 йыл материалдарында ла теркәлмәгән. Тимәк, Әшәй ауылы XIX һәм XX быуаттар сиктәрендә барлыҡҡа килгән. 1920 йылда ундағы 36 йортта 267 башҡорт йәшәгән[5].
XX быуат башында тирмән, мәҙрәсә, мәсет (1930 йылда ябыла) булған.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Әшәй ауылы Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенә ингән.
1890 йылда 18 йортта 140 кеше йәшәгән.
1920-се йылдарҙа Әшәй ауылы Балаҡатай улусы составында, 1930 йылдан Балаҡатай районы (1959 йылға саҡлы Яңы Масҡары, Билән ауыл Советтары) биләмәһендә булған.
1930—1950 йылдарҙа — «Социализм» колхозының үҙәк усадьбаһы, 1957 йылдан — Билән совхозы бүлексәһе булған.
1926 йылда мәктәп, 1954 йылда — ауыл китапханаһы асылған.
1961 йылда — 77 йортта 326 кеше, 1989 йылда — 270, 1999 йылда — 319, 2004 йылдың 1 ғинуарына — 302 кеше йәшәне. 1989 йылда хәҙерге Әшәй төп дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлә. 2000—2001 йылдарҙа газ үткәрелә.
Әлеге ваҡытта ауылда Билән урта мәктәбе филиалы — Әшәй башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәӘшәй ауылында башҡорттар йәшәй (97 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 267 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 294 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 290 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 270 | 129 | 141 | 47,8% | 52,2% |
2002 йыл 9 октябрь | 280 | 131 | 149 | 46,8% | 53,2% |
2010 йыл 14 октябрь | 233 | 114 | 119 | 48,9% | 51,1% |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1890 | 1920 | 1939 | 1961 | 1989 | 2002[7] | 2009[7] | 2010[1] |
140 | ↗267 | ↗294 | ↗326 | ↘270 | ↗280 | ↘267 | ↘233 |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Прохорец Мәрйәм Абдулхаҡ ҡыҙы (31.03.1956), хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан Балаҡатай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының балалар китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001)[8].
- Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.02.1973), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2015). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Фән һәм техника өлкәһендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007).
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Өфө йылғаһы, Ҡарағай
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әшәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 566. — ISBN 978-5-295-04683-4. 566 б.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Ашаево на портале «Генеалогия и Архивы»
- Деревня Ашаево — на портале novo-belokatay.ru 2017 йыл 25 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Әшәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 566. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 566. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Әшәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1.ПРОХОРЕЦ МАРЬЯМ АБДУЛХАКОВНА(недоступная ссылка)
- ↑ Карта села Ашаево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |