Закиров Әхмәт Закир улы

(Әхмәт Закир улы Закиров битенән йүнәлтелде)

Закиров Әхмәт Закир улы (19 март 1911 йыл — 29 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).

Әхмәт Закир улы Закиров
Тыуған ваҡыты

19 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Кәшкәләү ауылы

Үлгән ваҡыты

29 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1933—1937; 1941—1944

Хәрби звание
Лейтенант
Лейтенант
Гвардия лейтенанты
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Совет гвардияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Закир улы Закиров 1911 йылдың 19 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Кәшкәләү ауылында тыуған. Милләте башҡорт[2].

Урта белем ала. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош өлкәһе Кызыл-Кия ҡалаһында шахтала эшләй. 1933—1935 һәм 1937—1939 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армияның кавалерия полкында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәте тамамланғас, Владивостокта йәшәргә һәм эшләргә ҡала[3].

1941 йылда Владивосток хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә[3]. Брянск, Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарында хеҙмəт итə.

Үҙәк фронтында 61-се армия 76-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 239-сы гвардия уҡсылар полкының взвод командиры була. Гвардия кесе лейтенанты Әхмәт Закиров бигерәк тә Днепр өсөн Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Комарин ауылы тирәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 27-нән 28 сентябргә ҡараған төндә офицер Днепр аша үтеүҙе разведкалау һәм йылғаның уң яҡ ярында плацдармды яулап алыу мәсьәләһе ҡуйылған яугирҙарҙы етәкләй. Уның 20 һалдаттан торған штурмлау төркөмө, дошмандың көслө пулемёт һәм миномёт утына ҡарамаҫтан, Днепр йылғаһы аша сығып, фашист окоптарына төшә һәм дошман пулемёттары утын туҡтатып, ҡалған частарҙың йылға аша сығыуын тәьмин итә һәм шуның менән уларға уң яҡ яр буйында нығынырға мөмкинлек бирә. Был алыштарҙа гвардия кесе лейтенанты Закиров ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә[3].

Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ғинуарында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[4].

1944 йылдың февралендә госпиталдән сыға һәм туған яғына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң Өфөлә йәшәй, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй[3][4][5]. 1953 йылдан КПСС ағзаһы.

1988 йылдың 29 мартында Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Рахматуллин Тимур. 19 марта – 100 лет со дня рождения Героя Советского Союза Ахмета Закирова. ИА «Башинформ» (19 март 2011). Дата обращения: 14 ғинуар 2014.
  4. 4,0 4,1 Кәримова И. Ғ. Закиров Әхмәт Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 17, л. 222, 223).
  7. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 2, л. 3).
  8. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Закиров Ахмет Закирович// Подвиг их — бессмертен. — Уфа, 2000. — С. 112.

Һылтанмалар

үҙгәртергә