Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы

(Әхмәткамал Каспранский битенән йүнәлтелде)

Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы (27 август 1895 йыл — 10 декабрь 1937 йыл) — 1920 йылдың март-май айҙарында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 август 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Бәйкей, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Ғосмания мәҙрәсәһе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәткамал Әхмәҙинур улы Каспранский (Измайлов) 1895 йылдың 27 авгусында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Топорнин улусы Бәйкей ауылында (Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) имам — хатип Әхмәҙинур Каспранский ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса татар[1].

Уның ҡартатаһы Исмәғил Туҡмаҡлы ауылының иң ярлы крәҫтиәне булған. Атаһы — байҙарҙа, һуңынан уҡытыусыларҙа хәҙмәт иткән. 1890 йылда диниә назаратында имтихан тапшырғандан һуң Топорнин (Кушнаренко) районының Бәйкей ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Уның беренсе ҡатыны туберкулездан вафат була. Икенсе тапҡыр бай крәҫтиән Йосоп Ғәлиевтың 17 йәшлек ҡыҙына өйләнә. Уларҙың балалары: улдары — Рухилбаян (1892), Әхмәткамал (1895), Әхмәт (1904), Мәхмүт (1908), ике ҡыҙ бала.

19031909 йылдарҙа Өфөлә «Ғосмания» мәҙрәсәһендә белем ала. Уҡыуҙы тамамлағас, Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә урта белем алыу өсөн уҡырға инә (миллионер Хөсәйеновтың уҡыу йорто). Уҡыусылар мәҙрәсәлә донъяуи предметтар (физика, химия) уҡытыуҙы талап иткән забастовканан һуң ҡыуыла һәм өйөнә ҡайта.

Өфө өйәҙенең Яныш ауылында китапханасыһы булып эшләй (1915—1916).

1916 йылда армияға саҡырыла. 1917 йылдағы Февраль революцияһы ваҡытында Петроградта була һәм Петроград мосолман социалистик комитеты ағзаһы итеп һайлана.

Эш урындары: 1918 — 1919 йылдарҙа — мосолмандар эштәре буйынса бүлек мөдире, РКП(б)-ның Ҡазан өлкә комитетының мосолман секцияһы ағзаһы. 1920 йылдың март айынан РКП-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси секретары була.

«Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитетының Декретына (1920 йылдың 19 майы) ризаһыҙлыҡ белдереп, Каспранский өлкә комитетының секретары вазифаһын бушата, милли хөкүмәт менән бергә ҡаса. 1921 йылда Әхмәткамал Әхмәҙинур улы Төркиәгә эмиграцияға китә, унда ул Совет илселегендә тәржемәсе булып эшләй.

1923 йылда Каспранский ҡабатттан Рәсәйгә ҡайта, Орехов-Зуев өйәҙ профсоветында эшләй. 1923 йылдың 11 сентябрендә РКП(б)-нан сығарылған була, әммә ҡайтҡандан һуң, 1926 йылдың 11 ғинуарында, партия сафтарында ҡабаттан тергеҙелә. 1930—1937 йылдарҙа — БАССР-ҙың Игенселек халыҡ комиссариатында иҫәп һәм статистика бүлегенең өлкән иҡтисадсыһы.

1937 йылдың 30 авгусында ҡулға алына. Ул Башҡорт АССР-ы территорияһында контрреволюцион буржуаз-милләтсе ойошмала ҡатнашыуҙа һәм ауыл хужалығында ҡоротҡос эш алып барыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү ваҡытында үҙ ғәйебен танымай. 1937 йылдың 10 декабрендә атып үлтерелә. Уның балалары: 7 йәшлек ҡыҙы Майя, бер йәше лә тулмаған улы Булат етем ҡала. Ҡатыны, Мәрйәм ханым, 1991 йылда вафат була, Мәскәүҙә ерләнә.

1956 йылда Әхмәткамал Әхмәҙинур улы аҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә