Күтүб әс-ситтә
Әл-Күтүб әс-Ситтә (ғәр. الكتب الستة — «Алты китап») — Ислам дин белгестәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң 200 йыл тирәһе үткәс йыйған сөнни төп алты хәҙистәр йыйынтығы. Икенсе исеме — «Әс-Сихәх әс-Ситтә», йәғни «ышаныслы алтау».
Күтүб әс-ситтә | |
ғәр. الْكُتُب السِّتَّة | |
Сәнғәт формаһы | антология[d] |
---|---|
Жанр | антология[d] |
Автор | равах аль-джамаа[d] |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Күтүб әс-ситтә Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүтүб әс-ситтәгә түбәндәгеләр инә:
- «Әл-Жәми әс-Сәхих» Мөхәммәт ибн Исмәғил әл-Бохари
- «Әл-Жәми әс-Сәхих» Мөслим ибн әл-Хажаж
- «Сүнән» Әбү Дауыт
- «Жәми» Әбү Иса әт-Тирмизи
- «әс-Сүнән әс-Сүғрә» ән-Нәсәйи
- «Сүнән» Ибн Мәжаһ
XI быуатта уларҙы беренсе тапҡыр ислам дине белгесе мөхәддис Ибн әл-Ҡайсарани бергә туплай[1][2]. Күтүб әс-Ситтә сөнниҙәрҙең дөйөм таныуы менән файҙалана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ignác Goldziher, Muslim Studies, vol. 2, pg. 240. Halle, 1889—1890. ISBN 0-202-30778-6
- ↑ Scott C. Lucas, Constructive Critics, Ḥadīth Literature, and the Articulation of Sunnī Islam, pg. 106. Leiden: Brill Publishers, 2004.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАли-заде, А. А. Кутуб ситта // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |