Әмир әл-мөьминин
Әмир әл-мөьминин - (рус. Ами́р аль-мумини́н', ғәр. أمير المؤمنين — мөьминдәр әмире) — хәлифәләр һәм башҡа мосолман юлбашсылары титулы (дәрәжәһе). Хаким Әмир әл-мөьминин дәрәжәһенә эйә булһа, сәйәси генә түгел, дини йәһәттән дә юлбашсы булып тороуы күрһәткесе.
Әмир әл-мөьминин | |
ғәр. أمير المؤمنين | |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Нигеҙләүсе | Ғүмәр ибн Хәттаб |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Ил | Хаҡ хәлифәт |
- Ғүмәр ибн әл-Хәттаб
- Али ибн Әбү Талип
- Өмәүиҙәр
- Ғаббасиҙар[1]
- Осман солтандары
- Сокото солтандары
- Дағстан һәм Чечня имамдары
- Марокко королдәре
- Сәғүд Ғәрәбстаны королдәре
- Талибан юлбашсылары
Тарихы
үҙгәртергәСөнниҙәр фекеренсә, әмир әл-мөьминин дәрәжәһенә беренсе булып Ғүмәр ибн әл-Хәттаб р.ғ. эйә булған [2]. Шиғыйҙар иһә Али ибн Әбү Талип р.ғ. был исемгә Мөхәммәт Пәйғәмбәр с.ғ.с. тере сағында уҡ эйә булған һәм бары тик ул лайыҡ тип һанай [3].
Әмир әл-мөьминин дәрәжәһе Өмәүиҙәр һәм Ғаббасиҙар затынан хәлифәләргә лә бирелгән, ҡайһы бер мосолман монархтары әле лә был дәрәжәне ҡуллана. Марокко конституцияһына ярашлы, Марокко короле әмир әл-мөьминин тип һанала.
1996 йылда талибандарҙың муллаһы Мөхәммәт Ғүмәр әмир әл-мөьминин тип иғлан ителә һәм үҙ ҡулына тулыһынса сәйәси, хәрби һәм дини власты ала[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Грюнебаум Г. Э. фон. Классический ислам. Очерк истории (600—1258).
- ↑ «Со смертью Умара (да будет доволен им Аллах) Ислам заплачет» islamdag.ru 3 Декабрь 2011
- ↑ Али-заде, А. А. Али ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ «Аль-Каиде» нашли нового вождя svpressa.ru 18 мая 2011 года