Әминов Файзрахман Абдрахман улы
Әминов Файзрахман Абдрахман улы (10 август 1908 йыл — 20 ноябрь 1984 йыл) — рәссам һәм иллюстратор. 1945 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1984)[4]. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972).
Әминов Файзрахман Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй[2][1] |
Тыуған көнө | 28 июль 1908 или 1908[3][2][1] |
Тыуған урыны | Көңгөр |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 1984 или 1984[3][2][1] |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иллюстратор, рәссам |
Уҡыу йорто | И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәФайзрахман Абдрахман улы Әминов 1908 йылдың 28 июлендә (10 авгусы) Пермь губернаһы Көңгөр ҡалаһында тыуған. 1930 йылда Пермь сәнғәт техникумын тамамлай. 1931—1933 йылдарҙа Пермь ҡала театрында рәссам-биҙәүсе булып эшләй, һуңынан Ленинград ҡалаһына эшкә күсә, ошо ҡалала ғүмеренең аҙағынаса йәшәй һәм ижад итә. 1948 йылда И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты дипломын ала, бында ул һынлы сәнғәт профессоры Рудольф Френцтың оҫтаханаһында шөғөлләнә. СССР Рәссамдар союзына инә. 1952—1953 йылдарҙа Ленинград Юғары художество-сәнәғәт училищеһында уҡыта[4]. 1984 йылдың 20 ноябрендә Ленинград ҡалаһында вафат була.
Ижады
үҙгәртергә1933 йылдан алып 1950 йылдар аҙағында тиклем тематик картиналар жанрында эшләй, портреттар сериялары өҫтөндә эшләй, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары портетарын ижад итә. Героик тематика дауам итеп, йөкмәтке буйынса дараматик темаларға тотона, 1959 йылда ул «Салауат Юлаев», «Муса Йәлил», «Иптәштәрҙең хушлашыуы» әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй. 1960 йылда ул татар әҙәбиәте классигы Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәре мотивтары буйынса акварель серияһын ижад итә («Кәзә менән һарыҡ» әкиәте, «Һыуһылыу» поэмаһы), шулай уҡ уның «Пеләш» шиғырына график табаҡтар (тушь, перо) эшләй. Туҡайҙың «Шүрәле» поэмаһына 1960—1970 йылдарҙа эшләнгән иллюстрацияларҙа автор «Сәнғәт донъяһы» рәссамдар берекмәһенең ҡаҙаныштарын һәм татар китап графикаһы традицияларын синтезлауға өлгәшә[4]. Туҡайға Әминовтың ҡайһы бер станок эштәре лә арналған («Туҡай Кырлайҙа», «Шүрәле урманы»). Шулай уҡ рәссам Ленинград татар интелегенцияһы вәкилдәренең портеттарын ижад итә.
1940 йылдан алып ул өлкә, зональ, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Уның шәхси күргәҙмәләре Ырымбур һынлы сәнғәт музейында (1972), ТАССР-ҙың һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан, 1972); Алишер Навои музейында (Ташкентта) һәм Мәскәүҙә үткәрелә (1978)[4].
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМузей изобразительных искусств Татарской АССР. Живопись: Альбом. — Л.: Художник РСФСР, 1978. — 190 с. Татарская энциклопедия / отв. ред. Г.С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002. — Т. 1. — 672 с. — ISBN 5-85247-035-Х.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://www.oxfordartonline.com/benezit/view/10.1093/benz/9780199773787.001.0001/acref-9780199773787-e-00004094
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://www.artnet.com/artists/faizrakhman-aminov/past-auction-results — 1998.
- ↑ 3,0 3,1 Aminov, Faizrakhman (ингл.) // Benezit Dictionary of Artists — OUP, 2018. — ISBN 978-0-19-977378-7 — doi:10.1093/BENZ/9780199773787.ARTICLE.B00004094
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Открытие выставки «Известный и неизвестный Ф. Аминов» Пресс-релиз 2019 йыл 26 март архивланған.