Әл-Ҡарауин
Әл-Ҡарауин (ғәр. ал-Карауиййин, ғәр. جامعة القرويين, франц. Université Al-Karaouine[1]) — Фес (Марокко) ҡалаһындағы университет. 859 йылда Фатима әл-Фихри асҡан университет ислам донъяһына дини һәм белем биреү үҙәге булып тора. Был университет мосолман һәм донъя мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаған ғалимдар, философтар һәм дин белгестәре биргән.
Әл-Ҡарауин | |
Исеме |
'جامعة القرويين |
---|---|
Асылған йылы | |
Ректор |
Абделвахаб Тази Сәғүд |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
B.P : 2509 — FES |
Сайт |
www.alquaraouiyine.com |
Викиһаҡлағыста Рәсемдәр |
Гиннестың рекордтар китабын төҙөүселәр «боронғо һәм бөгөнгө көнгә тиклем эшләп килгән университет» булыуын таныйҙар[2][3]. Әммә европа университеттарынан айырмалы булараҡ ғәрәп университеттары «университет» исеменән диплом бирмәгән: айырым тәрбиәсе-остаздар уҡытыуына баҫым яһалған. Тик 1947 йылда ғына Әл-Ҡарауин европа университеты һымаҡ үҙгәргән.
Тарихы
үҙгәртергә859 йылда Тунистан күсеп килгән сауҙагәр әл-Фихри аҡсаһына төҙөгән мәсет дини белем биреү үҙәгенә әйләнә. Марокко солтандары яҡлауы аҫтында университет даими рәүештә киңәйә, булем биреүҙе киңәйтә. Дини фәндәрҙән башҡа грамматика, риторика, логика, медицина, математика, астрономия, химия, тарих, география һәм музыка уҡытыла.
Урта быуаттарҙа Әл-Ҡарауин христиан Европаһы һәм мосолман Көнсығышыараһында мәҙәни бәйләнештәр булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Ибн Ғәрәби, Ибн Халдун, Әл-Иҙриси, Маймонид, Лев Африканский кеүек ғалимдар һәм философтар университет менән бәйленеш тотҡан. Әл-Ҡарауинда Рим папаһы Сильвестр II математиканы өйрәнгән тигән фараз бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Существуют и другие транслитерации — Qarawiyin, Kairouyine, Kairaouine, Qairawiyin, Qaraouyine, Quaraouiyine, Quarawin, Qaraouiyn.
- ↑ جامعة القرويين اقدم جامعة في التاريخ 2010 йыл 23 март архивланған.
- ↑ The Guinness Book Of Records, Published 1998, ISBN 0-553-57895-2, P.242
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Марокко юғары белем биреү сайтанда университет координаталары 2012 йыл 15 июнь архивланған. (фр.)
- «Вокруг света» университет һәм ҡала тураһында 2007 йыл 5 декабрь архивланған.