Әйүбоғлу Бәҙри Рәхми
Әйүбоғлу Бәҙри Рәхми (1911 йыл, Гөреле — 1975 йыл, Истанбул) — төрөк рәссамы, яҙыусыһы һәм шағиры.
Әйүбоғлу Бәҙри Рәхми | |
төр. Bedri Rahmi Eyüboğlu | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә[3] |
Тыуған көнө | 1911[2][4][5][…] |
Тыуған урыны | Гёреле[d], Гирәсун[d], Төркиә |
Вафат булған көнө | 21 сентябрь 1975[6] или 1975[3][7][8] |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак поджелудочной железы[d] |
Бер туғандары | Sabahattin Eyüboğlu[d] |
Хәләл ефете | Eren Eyüboğlu[d][9] |
Внебрачный партнёр | Герекмазян Мари[10] |
Һөнәр төрө | рәссам, шағир |
Эш урыны | Университет изящных искусств имени Мимара Синана[d] |
Уҡыу йорто | Университет изящных искусств имени Мимара Синана[d] |
Рәсми сайт | bedrirahmi.com |
Защитник авторских прав | reproduction right not represented by CISAC member[d][11] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[12], Миннеаполис сәнғәт институты[d] һәм Print Collection[d][13] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Файлы артиста по адресу | Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][14] |
Әйүбоғлу Бәҙри Рәхми Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБәҙри Рәхми 1911 йылда Ҡара диңгеҙ буйындағы Гөрелелә тыуа. Ул ғаиләлә биш баланың икенсеһе була. Ғаилә башлығы чиновник (губернатор) булғанлыҡтан уға Төркиәнең төрлө төбәктәрендә эшләргә һәм йәшәргә тура килә. Бәҙриҙең ағаһы Сәбәхетдин Әйүбоғлу яҙыусы булараҡ таныла, һеңлеһе Муалла Әйүбоғлу реставрация өлкәһендә эшләгән тәүге архитекторҙарҙың береһе була. Ул Истанбулда Топҡапы һарайында «һәрәм» секцияһындағы эштәре менән билдәлелек ала.
Бәҙри Рәхми Трабзонда юғары мәктәптә уҡый, 1929 йылда Нәфис сәнғәт академияһына инергә тип Истанбулға бара[15]. 1931 йылда Францияға ағаһы менән бергә уҡырға китә. Дижонда француз телен өйрәнә, Лионға килә, шунан Парижға барып, Андре Лот студияһында белем ала. Ошонда уҡ буласаҡ ҡатыны Эрнестине Летониҙы осрата. Төркиәгә ҡайтып, уҡыуын тамамлай, 1936 йылда диплом ала. 1937 йылда Академияға Леопольд Левиҙың ассистенты һәм тәржемәсеһе булып эшкә инә, 1975 йылда вафатына тиклем ошо уҡыу йортонда эшләй.
Рәссам
үҙгәртергәБеренсе персональ күргәҙмәһе 1935 йылда Бухарестта Хасефер галереяһында үтә. Күргәҙмәне буласаҡ ҡатыны Эрнестине ойоштора. Улар 1936 йылда Истанбулда өйләнешә. Бәҙри Рәхми бик емешле эшләгән рәссам була, 1943 йылда Истанбулдағы «Лидо» ресторанын фрескалар менән биҙәй, Анкара опера театрында ҙур панноны төшөрә (1946). Хөкүмәт уны 1938 йылда Әдирнәгә һәм 1942 йылда Чорум менән Исклипҡа ебәрә. Был рәссам карьераһында боролош мәле була.
Ул 1958 йылда мозаика менән эшләй һәм «Экспо-58» өсөн 250 м2 майҙанлы панель эшләй, был уға тәүге награданы килтерә. 1960 йылда Парижда НАТО-ның штаб-фатиры өсөн панель яһай, Франция НАТО-нан сыҡҡас, панель Брюсселдәге штаб-фатирға күсерелә. Бәҙри Рәхми Д төркөмө рәссамдарына ҡарай һәм ун йәш рәссам өсөн «Group of 10» төркөмөн ойоштора. Уның мозаикалы панелдәре Истанбулдағы дауаханаларҙа һәм ҡунаҡханаларҙа бар. Шулай уҡ Германияның Бонн ҡалаһында Төркиәнең Илселеге бинаһында витраж быялаһын биҙәгән. 1960 йылда Рокфеллер фонды гранты һәм Форд фонды гранты буйынса АҠШ-ҡа саҡырыла. Эштәренең береһе хәҙерге сәнғәт музейы коллекцияһына алынған. Уның әҫәрҙәрен шулай уҡ АҠШ, Европа һәм Төркиәнең төрлө музейҙарында күрергә мөмкин.
Бәҙри Рәхми 1975 йылда яман шештән вафат булғанына тиклем Нәфис сәнғәт академияһында уҡыта.
Яҙыусы һәм шағир
үҙгәртергәНәфис сәнғәт академияһында эшләүе менән бергә, Бәҙри Рәхми яҙыусы һәм шағир булараҡ та билдәле, 1952—1958 йылдарҙа «Cumhuriyet» («Йөмһүриәт») гәзитендә уның көн дә сыҡҡан художестволы бағанаһы була. Тәүге поэмаһы, «Yaradana mektup» («Бар ҡылыусыға хат») 1941 йылда сыға. Икенсе китабы «Karadut» («Ҡара тут күбәләге») 1948 йылда нәшер ителә. Башҡа шиғри әҫәрҙәре:
- «Tuz» (Тоҙ) 1952
- «Üçü Birden» (Өсөһө лә), 1953
- «Dördü Birden» (Дүртеһе лә), 1956
- «Karadut 69» (Ҡара тут күбәләге 69),1969
- «Dol Karabakır Dol» (Даң-Доң Ҡара баҡыр), 1974
- «Yaşadım» (Йәшәнем), 1977
- «Tezek» (Тиҙәк)
Башҡа китаптары:
- «7 Tane Erik Ağacı» (7 төп өрөк ағасы)
- «Cânım Anadolu» (Йәнем Анадоли)
- «Nazmi Ziya» (Нәзми Зыя)
- «Çakıl» (Ҡырсынташ)
- «Babatomiler» (Томи атай)
- «Bir Tutam Mavi» (Toplu Eserleri-Yazılar 1954—1955)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #45112207 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 https://www.moma.org/artists/4790 (ингл.)
- ↑ Bedri Rahmi Eyuboglu // Eyuboglu, Bedri Rahmi (ингл.) // Benezit Dictionary of Artists — OUP, 2018. — ISBN 978-0-19-977378-7 — doi:10.1093/BENZ/9780199773787.ARTICLE.B00060712
- ↑ Bedri Rahmi Eyüboğlu // https://www.artsy.net/artist/bedri-rahmi-eyuboglu — 2009.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Bedri Rahmi Eyüboğlu // Eyüboğlu, Bedri Rahmi (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T027236
- ↑ Bedri Rahmi Eyüboğlu // https://plus.cobiss.net/cobiss/bg/bg/conor/58768741
- ↑ https://www.istanbulmodern.org/en/collection/collection/5?t=3&id=1432
- ↑ http://www.haberturk.com/yasam/haber/1084484-12-kadin-12-sair-12-hikaye
- ↑ Rahmi Eyuboglu, Bedri // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=2d3072d0-bc24-e111-9c2b-000c29604b72
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/79221
- ↑ https://web.archive.org/web/http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/329986
- ↑ https://library.si.edu/art-and-artist-files
- ↑ Orga, Atesh (ed.) (2007) «Istanbul: Portrait of a City» Istanbul: A Collection of the Poetry of Place Eland, London, p. 48, ISBN 978-0-955010-59-0