Әзербайжандың ауыл хужалығы
Әзербайжандың ауыл хужалығы — Әзербайжан иҡтисадының тармағы. Ауыл хужалығы нигеҙҙә виноград үҫтереүҙә, баҡсасылыҡта, тәмәке үҫтереүҙә, йәшелсәселектә, малсылыҡта һәм ебәкселектә махсуслаша. Төп техник культуралар — мамыҡ, тәмәке, сәй.
Әзербайжандың ауыл хужалығы | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Әзербайжандың ауыл хужалығы Викимилектә |
Әзербайжан Республикаһының территорияһы 86,6 мең кв. км (12 % — урман, 1,6 — һыу бассейны, 52,3 % — ауыл хужалығы өсөн яраҡлы ерҙәр, 34,1 % — башҡа ерҙәр) тәшкил итә. Бөтә ерҙәрҙең (8,7 миллион гектар) 4,6 миллион гектарын ауыл хужалығы ерҙәре биләй. Шуның 1,8 миллион гектары — һөрөнтө ерҙәр, 2 миллион гектарҙы йәйге һәм ҡышҡы көтөүлектәр алып тора, ауыл хужалығы ерҙәренең бер өлөшөндә күп йыллыҡ үҫемлектәр үҫтерелә. Һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһы тиерлек — Кура-Аракс уйһыулығында.
Әзербайжандың эске тулайым продуктында ауыл хужалығының өлөшө — 5,7 % (2012 йыл). Әзербайжандың ауыл хужалығында, Һунарсылыҡ тармағында һәм урмансылығында тулайым өҫтәмә ҡиммәт күләме — 2318 миллион манат (2012 йыл)[1][2].
Тарихы
үҙгәртергә1995 йылда үткәрелгән аграр реформалар ил иҡтисадында баҙар мөнәсәбәттәрен урынлаштырыуға, ерҙе һәм мөлкәтте файҙаланыуға, тармаҡ ҡоролошон булдырыуға, йүнселлек хасил итеүгә етди йоғонто яһай. Ауыл хужалығында ер биләмәләренә, мал-тыуарға, етештереү һәм етештереүгә ҡарамаған өлкәләргә, ауыл хужалығы техникаһына дәүләт милекселеге урынына шәхси милекселек килә. Ауыл хужалығы производствоһында 1.208,7 кеше иҫәпләнә, уларҙың 99,98% — шәхси производствола, 0,02% дәүләттекендә эшләй; 66,8% — ғаилә, 32,8% — йорт, 0,2% фермер хужалығы була.
2006 йылда ЭТП-ла ауыл хужалығындағы, Һунарсылыҡтағы һәм урман хужалығындағы өҫтәмә ҡиммәттең удель ауырлығы 7,1% тәшкил итә, был 2005 йыл менән сағыштырғанда 0,9 процентҡа артыҡ. Үҫемлекселектә 0,8 процентҡа кәмеү, малсылыҡта 2,9 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Был тармаҡтарға булышлыҡ йөҙөнән бюджеттан бүленгән аҡса суммаһы 3,5 процентҡа, ә 2005 йыл менән сағыштырғанда 37,2 процентҡа арта.
2006 йылда аҙыҡ-түлек импорты һәм экспортының удель ауырлығы ярашлы 10,6% һәм 5,1% була.
2007 йылда ауыл хужалығы структураһы (сағыштырыу хаҡтарында, йомғаҡта): үҫемлекселек — 56,2 %, малсылыҡ — 43,8 %.
2007 йылда иген — 2 млн т самаһы (652 мең га), мамыҡ — яҡынса 100 мең т, тәмәке — 2,8 мең т, шәкәр сөгөлдөрө — 137 мең т, картуф — 1036 мең т, йәшелсә — 1219 мең т, емеш — 675 мең т, виноград — яҡынса 100 мең т, ит (шул иҫәптән ҡош ите) — 147 мең т, һөт — 1330 мең т, йомортҡа 573 млн дана етештерелә.
Барлыҡ ауыл хужалығы продукцияһының хаҡы (ғәмәлдәге хаҡтарҙа) — 2318 млн манат (яҡынса 2,9$ млрд) — ЭТП-ның 5,7 % самаһы[1].
Ауыл хужалығы тармаҡтары
үҙгәртергәӘзербайжандың ауыл хужалығында малсылыҡтың етештереүсәнлеге — 39%, ер эшкәртеү 61 % тәшкил итә.
Игенселек
үҙгәртергәИгенселектә Шеки, Исмаиллы, Шәмәхә, Джәлилабад, Сабирабад, Агджабеди, Балакан һәм Бейлаган төбәктәре айырылып тора. Уларҙа сарыбугда, гүргәни, гарагылчыг, һырдабугда, гүлүсәр, кәрә, Ҡарабах бугдасы, агбугда, сәкиләбугда, гарагиләбугда, топбашбугда, аг арпа, гара арпа, шешәри арпа, гылыджы арпа кеүек культуралар игелә.
Үҫемлекселек
үҙгәртергәМамыҡсылыҡ
үҙгәртергәМамыҡсылыҡ — ауыл хужалығының боронғо һәм стратегик әһәмиәткә эйә тармағы. Гәнжәлә, Гекчайҙа, Агдашта, Саатлыла, Сабирабадта, Сальянда һ.б. үҫешкән.
Тәмәке игеү
үҙгәртергәТәмәке — мамыҡтан ҡала икенсе төп техник культура. Шекиҙә, Огузда, Ҡабалала, Закаталала, Балакендә, Масаллыла, Ярдымлыла, Лериктә, Ҡубатлыла, Зангеланда, Таулы Ҡарабахта, Кельбеджереҙә һәм Нахчиванда үҫтерелә.
Сәй үҫтереү
үҙгәртергәӘзербайжан сәй үҫтереү буйынса Кавказда Грузиянан ҡала икенсе урынды биләй. Башлыса көньяҡ төбәктәрҙә — Ленкорандә, Астарала, Масаллыла, өлөшләтә Закаталала игелә.
Йәшелсәселек һәм ҡауын-ҡарбуз баҡсасылығы
үҙгәртергәБөтә төбәктәрҙә лә тиерлек үҫешкән.
Картуф үҫтереү
үҙгәртергәКөнбайыш төбәктәрҙә – Кедабекета, Товузда, Шамкирҙа, бер аҙ Дашкесанда, Гөйгөлдә, Гусарҙа алға киткән. Картуфҡа минималь ихтыяж нигеҙҙә эске етештереү иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә.
Виноградсылыҡ
үҙгәртергәИң үҫешкән һәм иң табышлы тармаҡ. Виноград Гәнжә-Газах, Кура-Аракс, Шемәхә һәи Нахчиван зоналарында үҫтерелә. Республиканың төрлө төбәктәрендә Франция, Италия, Испания, Иран, Грузия, Молдова, Украина, Үзбәкстан һәм башҡа яҡтарҙан ҡайтарылған 70-тән ашыу иң яҡшы төр үҫтерелә.
Емешселек
үҙгәртергәБөтә төбәктәрҙә лә тиерлек үҫешкән; алма – Губа-Хачмаз зонаһы, сәтләүек, каштан – Шеки-Закатала зонаһы, цитрустар (лимон, әфлисун, мандарин, фейхоа) – Ленкорань-Астарала, тут ағасы — Аран зонаһында.
Ебәкселек
үҙгәртергәАран зонеаһында, тау алды райондарында, Балакенда, Закаталала, Гахта алға киткән.
Малсылыҡ
үҙгәртергәМалсылыҡ Әзербайжан ауыл хужалығының иң мөһим тармаҡтарынан һанала, әммә ил халҡының ит-һөткә ихтыяжын яртылаш ҡына ҡәнәғәтләндерә. Малсылыҡ Әзербайжандың таулы төбәктәрендә, айырыуса Ширва һәм Кельбаджар-Лачин зоналарында алға киткән.
Эре мал үрсетеү
үҙгәртергәБөтә төбәктәрҙә лә тиерлек үҫкән. Төп урынды Һыйыр малы биләй. Аран һәм Шеки-Закатала төбәктәрендә буйволдар үрсетелә. Эре малдың 70 процентын һыйыр малы һәм буйволдар тәшкил итә.
Һарыҡсылыҡ
үҙгәртергәҺарыҡ малы йәйге һәм ҡышҡы көтөүлектәрҙә тотола. Йөнө һәм тиреһе еңел сәнәғәт сеймалы булып тора.
Ҡошсолоҡ
үҙгәртергәБашсыла Баҡының, Гәнжәнең, Нахчивандың шәхси хужалыҡтарына үҫкән. Халыҡтың ҡош итенә һәм йомортҡаға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Аҙыҡ базаһының наҡыҫлығы ҡошсолоҡ үҫешенә ҡамасаулай[3][4].
Статистика
үҙгәртергәАуыл хужалығы культуралары сәсеү майҙандары[5]:
Күрһәткес (бөтә төр хужалыҡ категориялары буйынса) | 2016 йыл |
Бөтә төр ауыл хужалығы продукттары сәсеү майҙаны | 1628.3 (мең гектар) |
Иген культуралары сәсеү майҙаны | 997.5 (мең гектар) |
Техник үҫемлектәр сәсеү майҙаны | 73.6 (мең гектар) |
Мамыҡ сәсеү майҙаны | 51.4 (мең гектар) |
Тәмәке сәсеү майҙаны | 2.4 (мең гектар) |
Картуф сәсеү майҙаны | 62.8 (мең гектар) |
Йәшелсәләр сәсеү майҙаны | 73.7 (мең гектар) |
Ҡауын-ҡарбуз сәсеү майҙаны | 26.4 (мең гектар) |
Шәкәр ҡамышы сәсеү майҙаны | 7.1 (мең гектар) |
Мал аҙығы культуралары сәсеү майҙаны | 394.1(мең гектар) |
Емеш-еләк сәсеү майҙаны | 171.6 (мең гектар) |
Виноград сәсеү майҙаны | 16.0 (мең гектар) |
Сәй сәсеү майҙаны | 1.0 (мең гектар) |
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү[6]:
Күрһәткес (бөтә төр хужалыҡ категориялары буйынса) | 2016 йыл |
Иген культуралары етештереү | 3065.1 (мең тонна) |
Дөйөм мамыҡ йыйыу күләме | 89.4 (мең тонна) |
Дөйөм тәмәке йыйыу күләме | 3.6 (мең тонна) |
Дөйөм картуф йыйыу күләме | 902.4 (мең тонна) |
Дөйөм йәшелсә йыйыу күләме | 1270.6 (мең тонна) |
Дөйөм ҡарбуз-ҡауын йыйыу күләме | 464.8 (мең тонна) |
Дөйөм еләк-емеш йыйыу күләме | 882.8 (мең тонна) |
Дөйөм виноград йыйыу күләме | 136.5 (мең тонна) |
Дөйөм шәкәр ҡамышы йыйыу күләме | 312.6 (мең тонна) |
Дөйөм сәй йыйыу күләме | 1.0 (мең тонна) |
Эре мал һаны[7]:
Күрһәткес (бөтә төр хужалыҡ категориялары буйынса) | 2017 йыл (1 ғинуарға) |
Эре мал һаны | 2698.5 (мең баш) |
Һыйыр көтөүҙәре һаны | 2484.3 (мең баш) |
Буйвол көтөүҙәре һаны | 214.2 (мең баш) |
Һыйыр малы һаны | 1196.2 (мең баш) |
Буйволдар һаны | 102.8 (мең баш) |
Һарыҡ-кәзә һаны | 8614.8 (мең баш) |
Һарыҡ һаны | 7966.5 (мең баш) |
Кәзә һаны | 648.3 (мең баш) |
Сусҡа һаны | 4.4 (мең баш) |
Ҡош-ҡорт һаны | 28009.5 (мең баш) |
Йылҡы һаны | 71.6 (мең баш) |
Дөйә һаны | 0.2 (мең баш) |
Мул һаны | 0.1 (мең баш) |
Төп аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү[8]:
Күрһәткес (бөтә төр хужалыҡ категориялары буйынса) | 2016 йыл |
Һуғым ите етештереү | 302.2 (мең тонна) |
Һөт етештереү | 2009.9 (мең тонна) |
Йомортҡа етештереү | 1609.8 (мең тонна) |
Йөн етештереү | 16.7 (мең тонна) |
Ҡуҙы етештереү | 0.2 (мең тонна) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Azerbaijan . www.azerbaijan.az. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Сельское хозяйство Азербайджана (общие сведения) . www.ksam.org. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Azərbaycan :: Baş səhifə (әзерб.). www.azerbaijans.com. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Azərbaycan :: Baş səhifə (әзерб.). www.azerbaijans.com. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Malova Anna. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan . www.azstat.org. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Malova Anna. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan . www.azstat.org. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Malova Anna. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan . www.azstat.org. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Malova Anna. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan . www.azstat.org. Дата обращения: 3 октябрь 2017.
Тышҡы һылтанмалар
үҙгәртергәӘзербайжандың ауыл хужалығы Викимилектә |