Әдүтовтар
Әдүтовтар — башҡорт кантон башлыҡтары.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәӘдүтовтар сығышы менән Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусы (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районы) Елпачиха (Үдик) ауылы башҡорттарынан[1]. Әдүтовтар һәм Түмәсовтар нәҫелдәре Темәскә барып тоташа, уның дүрт улы була — Ғабдрахман, Мәсғүт, Әҙиғот һәм Мансур. Әҙиғот Темәсов (1719 — ?; Адигут Тимясев) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы, мулла була. Уның улы:
- Мөхәмәҙей Әдүтов (1754 — ?), 1820 йылға ҡәҙәр 1-се башҡорт кантоны башлығы. Уның улдары:
- Баһауетдин Әдүтов (1788 — 1850) — зауряд-есаул. Ике йыл дауамында Иркутск губернаһында дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1820—1831 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны башлығы. 1831 йылда Санкт-Петербургта император Николай I аудиенцияла була. Ике тирмәндең хужаһы була.
- Камалетдин Әдүтов — зауряд-есаул. 1831—1841 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны башлығы[1].
- Низаметдин Баһауетдин улы Әдүтов — зауряд-хорунжий. 1850 йылдан 1-се башҡорт кантоны башлығы. 5 тирмәндең хужаһы була. Уның улы Ниғмәтйән (Ниғәмәй; 1838 — ?) төрлө вазифалар башҡара, Елпачиха (Үдик) ауылында үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтә, мәҙрәсә аса. Уның беренсе улы Хөсәйен Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Граждандар һуғышы осоронда аҡтар тарафынан атып үлтерелә. Ниғмәтйәндең икенсе улы Мирзийән Елпачихала мәҙрәсә һәм балалар приюты тотҡан, урыҫ-башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған[2].
Нәҫелдең башҡа билдәле шәхестәре[2]:
- Яҡуп Әдүтов — Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡыта.
- Абдулла Әдүтов-Камский (1902 — 1942) — филология фәндәре кандидаты, «Буратино»ны татар теленә тәржемә итеүсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Фәйез Әдүтов — рәссам, Хөсәйен Әдүтовтың ейәне.
- Роберт Дәүләт улы Мөхәмәтйәров — техник фәндәр докторы, академик, Ҡазан аэрокосмос приборҙар эшләү институты директоры.
- Рауил Дәүләт улы Мөхәмәтйәров — физика-математика фәндәре докторы, Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.
- Олег Брызгин — техник фәндәре докторы, профессор, Киев ҡалаһында йәшәй.
- Рафаэль Мәсғүт улы Әдүтов — публицист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк-ара бәйләнәштәре комитеты ағзаһы, «Татаро-башкирская эмиграция в Японии» һәм «Дети Удигутов» монографиялары авторы. Яр Саллы ҡалаһында йәшәй.
Шулай уҡ 1912 йылда Үдиктә яҙылған Хөббихужа Темәсовтың шәжәрәһенә ярашлы, был нәҫелгә Исмәғил Тасимовтың һәм Туҡтамыш Ишбулатовтың нәҫелдәре барып тоташа[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Асфандияров А. З. Адутовы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 2,0 2,1 Әдүтов Исрафил. Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен! Башҡортостан (6 март 2015). Дата обращения: 30 ғинуар 2018. 2017 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Адутов Рафаэль. Из истории родословной И. Тасимова // Ватандаш. — 2007. — № 4. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. Адутовы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.