Әбүләйес (Ейәнсура районы)
Әбүләйес (рус. Абуляисово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Әбүләйес ауыл Советының административ үҙәге Малиновка ауылында. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226805002.
Ауыл | |
Әбүләйес рус. Абуляисово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельское поселение | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34785 |
Почта индексы |
453391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Бикташ һәм Буранғол ауылдары (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1859 йылдан алып билдәле. Урядник Әбүләйес Бикбов (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Әбүләйес Әбсәләмов) исеме менән аталған. Шулай уҡ Ергәнеш, Дәргәйеш булараҡ теркәлгән. 1866 йылда 31 йортта 245 кеше йәшәгән. 1900 йылда мәсет теркәлгән[2].
Бөгөнгө көндә ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда — 417 кеше, 1920 йылда — 525, 1939 йылда — 426, 1959 йылда — 338 кеше, 1989 йылда — 307 кеше, 2002 йылда — 378 кеше, 2009 йылда — 427 кеше, 2010 йылда 265 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй (2002)[2].
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғүмәттәренә ярашлы, башҡорттар күпселекте тәшкил итә (98 %).
Географик урыны
үҙгәртергәӘбүләйес йылғаһы (Ҡаҫмарт йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аҡманов Рифҡәт Хөснөтдин улы (1935 т.) — геология-минералогия фәндәре кандидаты.
- Бикбаев Рауил Әфләтун улы (1930 т.) — тарих фәндәре кандидаты.
- Бикбов Фәйзулла Искәндәр улы (1908—1969) — башҡорт журналистикаһы уҙаманы, шағир.
- Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847–1922) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре.
- Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883—1943) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1917—1919).
- Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы (1925—1997) — мәғариф эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Урамдары
үҙгәртергә- Бишөйлө урамы (рус. улица Бишуйле)
- Бужан урамы (рус. улица Бужан)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Ишәләй урамы (рус. улица Ишалай)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Пенсионерҙар урамы (рус. улица Пенсионеров)
- Ташҡаҙған урам (рус. улица Ташказган)
- Ш.Бабич урамы (рус. улица Ш.Бабича)
- Юныс Бикбов урамы (рус. улица Юнуса Бикбова)[3]
Видеяҙмаларҙа
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергәЙылғалар
- Яубаҫар йылғаһы
- Ерғайыш йылғаһы
- Күгыҙма йылғаһы
- Ишапай йылғаһы
- Ҡойолойорт йылғаһы
- Бату йылғаһы
- Мөстән йылғаһы
- Туҡмаҡ йылғаһы
- Ерекле йылғаһы
Тауҙар
- Бату тауы
- Ҡараһыйыр тауы[4]
- Йәмиәт тауы
- Талүҙәк
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Әбүләйес
- ↑ :Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни. — Туймазы: ТИЦ – филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 с.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әбүләйес (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |