Ҡарамышев Әбделғәни Бәхтигәрәй улы

(ӘбделғәниҠарамышев битенән йүнәлтелде)

Әбделғәни (Ғәни) Бәхтигәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт армияһын ойоштороусыларының береһе.

Әбделғәни Бәхтигәрәй улы Ҡарамышев
 
Тыуған: билдәһеҙ
Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар ауылы[1]
Үлгән: билдәһеҙ
билдәһеҙ

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары нәҫеле Ҡарамышевтарҙан. Гәрәй, Мөхтәр, Сөләймән, Әмир Ҡарамышевтарҙың ике туған энеһе[2].

1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының интендант бүлеге мөдире булып хеҙмәт итә[2].

Әхмәтзәки Вәлидинең «Хәтирәләр»енә ярашлы, 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сығыр алдынан башҡорт офицерҙары йыйылып һөйләшә. Бында Башҡорт корпусы командующийы Зәки Вәлиди ҡыҙылдар яғына сығыу тураһында ҡарарҙы командирҙарға иғлан итә: «…Офицерҙарҙы йыйҙым. Күсергә теләмәүселәр булһа, мәжбүр итмәйем, ундайҙарҙы бер айлыҡ жалованиеларын, ат һәм ҡоралдарын биреп, үҙҙәре теләгән аҡ генералдарға ебәрәм, тинем. Ныҡ яҡын күргән арҡадаштарымдан Шаһибәк Үзбәков, Ғәни Ҡарамышев, Исмәғил Шәрипов һәм башҡа ҡайһы берәүҙәр рөхсәт алып китте…». Шулай итеп Әбделғәни Ҡарамышев аҡтар яғында ҡала[3].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә