Троицк (Силәбе өлкәһе)
Троицк — Рәсәйҙәге ҡала (1743), Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендәге «Троицк ҡала округы статусы һәм уның сиктәре тураһында» законына ярашлы Троицк ҡалаһы муниципаль берәмек булып һанала һәм уға ҡала округы статусы бирелә.
Троицк | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | июнь 1743 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | День Святой Троицы[d] |
Этнохороним | троичанин, троичанка һәм троичане |
Рәсми тел | урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Троицк районы (Силәбе өлкәһе), Троицк ҡала округы[d][1] һәм Троицкий округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Троицк ҡала округы[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Уй һәм Уйылға |
Рәсми байрам | 11 июнь |
Халыҡ һаны |
3100 кеше (1856)[2], 23 300 кеше (1897)[2], 40 000 кеше (1913)[2], 30 000 кеше (1926)[2], 38 900 кеше (1931)[2], 47 000 кеше (1939)[2], 76 325 кеше (1959)[3], 86 000 кеше (1967)[2], 85 469 кеше (1970)[4], 88 000 кеше (1973)[2], 89 000 кеше (1976)[2], 87 500 кеше (1979)[5], 89 000 кеше (1982)[6], 91 000 кеше (1986)[2], 91 000 кеше (1987)[7], 90 077 кеше (1989)[8], 89 500 кеше (1992)[2], 85 600 кеше (1996)[2], 86 100 кеше (1998)[2], 86 000 кеше (2000)[2], 85 800 кеше (2001)[2], 83 862 кеше (2002)[9], 83 900 кеше (2003)[2], 83 000 кеше (2005)[2], 82 700 кеше (2006), 82 500 кеше (2007)[2], 82 400 кеше (2008)[2], 82 204 кеше (2009)[10], 78 372 кеше (2010)[11], 78 209 кеше (2011)[12], 78 089 кеше (2012)[13], 77 737 кеше (2013)[14], 77 176 кеше (2014)[15], 76 453 кеше (2015)[16], 75 825 кеше (2016)[17], 75 231 кеше (2017)[18], 73 911 кеше (2018)[19], 73 154 кеше (2019)[20], 73 421 кеше (2020)[21], 70 301 кеше (2021)[22], 69 983 кеше (2023)[23] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 170 метр |
Майҙан | 139,15 км² |
Почта индексы | 457100, 457111, 457106, 457105, 457101, 457103, 457102, 457109 һәм 457113 |
Рәсми сайт | troick.su |
Урындағы телефон коды | 35163 |
Троицк Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1743 йылдың 19 июнендә Ырымбур крайының наместнигы Неплюев Иван Иванович тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, Уйыл йылғаһы Уй йылғаһына ҡойған урында, хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән туғыҙ ҡәлғә иҫәбенә инеп, Уй сик һыҙығының үҙәге булған[24]. Ҡәлғә Азиянан Европаға барған төп ҡаруан юлында урынлаша. Троицк ҡәлғәһенә тәүҙә башҡа ҡалаларҙан дворян һәм казактар күсерелә. Гарнизонда 739 һалдат һәм офицер хеҙмәт иткән. 1771 йылда ҡәлғәлә 1680-дән ашыу кеше, 317 йорт иҫәпләнгән. Ҡәлғәнең ҡаршыһында, Уй йылғаһының уң ярында, 1745 йылда алыш-биреш йорто (меновой двор) булдырыла, ул 1915 йылға тиклем ғәмәлдә була (1749 йылда — ағастан, 1822 йылда таштан эшләнә), сик буйы таможняһы Ырымбур таможня округы бөтөрөлгәндән һуң ябыла. Императрица Елизавета Петровнаның указы буйынса (1749 йылдың ноябрендә) Троицкиҙа артабан йыл һайын, майҙан октябргә тиклем, алыш-биреш йортонда йәрминкә ойошторола, йәрминкәнең әйләнеше ҡырҡа арта бара һәм йылына 2,5 миллион һумға етә.
Ҡәлғә халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, сауҙа (башлыса Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары килтергән йылҡы менән) иткән. XVIII быуат уртаһында Троицк ҡәлғәһе Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары менән тышҡы сауҙа урынына әүерелгән.
Пугачев ихтилалы ваҡытында Емельян Пугачев тарафынан 1774 йылдың май айында ҡәлғә яулап алына. Пугачев ҡәлғәлә оҙаҡҡа ҡалмай, саҡрым ярым алыҫлыҡтағы тауҙа урынлаша (әлеге тау хәҙер уның исемен йөрөтә), әммә иртәгәһенә уның ғәскәрен полковник Деколонг ҡыйрата[25].
1784 йылда Екатерина II указы буйынса Троицк ҡәлғәһе өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Өфө наместниклығы ҡарамағына тапшырыла. 1804 йылдан — Ырымбур губернаһы составында.
Троицк Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булып китә: сиркәү-мәхәллә мәктәптәре, башланғыс мәктәп, өйәҙ училищеһы (1830), мәхәллә училищеһы (1839), ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (1861), ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) балалары өсөн училище (1861) асыла. 1870 йылда ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы прогимназияға әүерелә. 1873 йылдың сентябрендә ҡалала ирҙәр классик гимназияһы асыла. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була. Атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асыла (1884), мәҙрәсәгә билдәле башҡорт дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бирелә[26]. 1879 йылда Ырымбур губернаһында тәүге китапхана асыла.
1889 йылда 14 меңлек ҡала халҡына 8 православие сиркәүе, 4 мәсет, 1 синагога тура килә. Троицк ҡалаһының халҡы электән уҡ күп милләтле була.
1897 йылда ҡаланың 36,2 процентын (8430) мосолмандар тәшкил итә. 1897 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы: татарҙар — 7344 кеше (87,1 %), башҡорттар — 625 кеше (7,4 %), ҡаҙаҡтар — 410 кеше (4,9 %), үзбәктәр — 33 кеше (0,4 %), черкестар — 6 кеше (0,07 %), башҡалар — 12 кеше (0,13 %) иҫәпләнә[27]. Граждандар һуғышы осоронда ҡала ҡулдан ҡулға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Троицкиға бер нисә сәнәғәт предприятиелһы эвакуациялана.
1920—1960 йылдарҙа ҡалала Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы (техникумы) эшләгән.
Дин
үҙгәртергә- Изге Троица соборы (Уйск)
- Дмитрий Солунский сиркәүе
- Александр Невский сиркәүе (Амур)
- Ильин сиркәүе
- Ҡаҙан-Богородица ҡатын-ҡыҙҙар монастырының сиркәүе
- Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет
- Ғатаулла мулла мәсете
- Зәйнулла Рәсүлев ҡәбере[28]
- 2018—2019 йылдарҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тергеҙеү күҙаллана[29]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡалала башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы Мәжит Ғафури, татар шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Туҡай йәшәгән.
- Завьялова Нина Алексеевна (29.07.1924), ғалим-офтальмолог, 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 2011 йылға тиклем Өфөләге хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978)[30].
- Фенина Эвелина Павловна (10.11.1929—28.06.2014), сәнғәт ғилеме белгесе. 1976—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)[31].
- Черняков Иосиф Михайлович (7.04.1929), инженер-төҙөүсе. 1954—2000 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР‑ының (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971)[32].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 Народная энциклопедия «Мой город». Троицк (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Народное хозяйство СССР 1922-1982 (Юбилейный статистический ежегодник)
- ↑ Народное хозяйство СССР за 70 лет (урыҫ) — М.: ЦСУ РСФСР. — 766 с.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Троицк, уездный город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ На могиле великого имама
- ↑ Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т. XXVIII. Оренбургская губерния. СПб. : Изд. Центр. стат. ком., 1904. С. 56-57, 68-71. Цит. по Денисов Д. Н. Мусульманская община Троицка во второй половине XVIII — начале XX века Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 10 (191). История. Вып. 39. 2015 йыл 2 апрель архивланған. С. 125.
- ↑ Google Карты . Google Карты. Дата обращения: 19 апрель 2018.
- ↑ Яна Ершова. Медресе «Расулия» в Троицке начнут восстанавливать уже в этом году . Челябинск сегодня (27 май 2017).
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Завьялова Нина Алексеевна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фенина Эвелина Павловна 2019 йыл 4 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Черняков Иосиф Михайлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Троицк (Оренбургской губернии) // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан 2018 йыл 9 май архивланған.
- Муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында силәбе өлкәһенең троицк
- Ҡалаһының яңылыҡтар порталы — «МойгородТроицк»
- Троицк ҡалаһы сайты — «Троицк74.ру»
- Троицк ҡалаһының мәғлүмәт порталы — «Троицк74.рф»
- Троицк интерактив картаһы менән ентекле йорт, урам һәм ойошмалар
- Троицк в энциклопедии «мой город»
- Троицк гербы тарихы
- Троицк. Британика Энциклопедияһы
- Троицк урындарҙың фотоһүрәттәре менән бәйләнгән 2018 йыл 4 май архивланған.