Әбделкәрим (Әлшәй районы)

Әбделкәрим (рус. Абдулкаримово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[1]. Почта индексы — 452119, ОКАТО коды — 80202804002.

Ауыл
Әбделкәрим
Әбделкәрим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Координаталар

53°56′43″ с. ш. 55°15′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 804 002

ОКТМО коды

80 602 404 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әбделкәрим (Рәсәй)
Әбделкәрим
Әбделкәрим
Әбделкәрим (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әбделкәрим


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеген башҡорттар (99 %) тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1865 йыл 102
1906 йыл 203
1920 йыл 26 август 295
1926 йыл 17 декабрь 274
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 249
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 162
2002 йыл 9 октябрь 122
2010 йыл 14 октябрь 68 29 39 42,6 57,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әбдрәшит): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 37 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Нефтсе биләмәһе (рус. территория Нефтяник)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[3]

Әбделкәрим ауылына 1784 йылда Төрөмбәт ауылынан барлыҡҡа килгән Яңы Төрөмбәт йорто сотнигы Әбделкәрим Төрөмбәтов нигеҙ һала. Уның атаһы Төрөмбәт Ырыҫҡолов — төп ауылдың (хәҙерге Ауырғазы районы) тәүге төпләнеүсеһе. 1850 йылғы 9-сы ревизия алдынан Төрөмбәттең улдары Абдрахман (уның балалары — Хәсән, Фәйзулла, Хәбибулла, Кәлимулла), Йәнебәк (1752—1841) ағаһы Әбделкәрим (уның улдары Әбделнасир, Ҡотлозаман) етәкселегендә утарға күсенәләр, һуңынан ауылға әүерелә. 1859 йылда унда 15 йортта аҫаба башҡорттар (70 кеше) һәм уларҙың керҙәштәре (18 кеше) йәшәгән. 1920 йылда 53 йортта 295 башҡорт була.[4].

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Аманат. 8 май 2021, Әлшәй районы Әбделкәрим ауылында һәйкәл асҡандар[5]

Видеофильмдар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә