Викидатала элемент юҡ

Һөйөндөк — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Һөйөндөк — «һөйөнөү» һүҙенән (көтөп алған балаға ҡушылған исем).[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы (10 декабрь 1934 йыл — 26 март 2020 йыл) — башҡорт театр белгесе, тәнҡитсе, драматург. РСФСР-ҙың (1987), Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы (20 сентябрь 1960 йыл) — ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (22 апрель 1935 йыл), хеҙмәт ветераны. 1960—1994 йылдарҙа бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Почта индексы — 452668, ОКАТО коды — 80207864004.

Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. Почта индексы — 452393, ОКАТО коды — 80234844003.

Һөйөндөк (рус. Суюндюково) — Башҡортостандың Шаран районында 2012 йылға тиклем булған ауыл. 2012 йылдың 30 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы законы (№ 497-з) менән ауыл бөтөрөлгән һәм иҫәп яҙыуынан алынған.

Һөйөндөк — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 117 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820009.

Сөйөндөк, (Һөйөндөк, татар. Сөендек, рус. Суюндук) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һөйөндөк йәки Һыуындыҡ (рус. Суундук (Суындык)) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһенең Кваркен, Адамовка, Новоорск райондары[2] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 1828 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 174 км.

Һөйөндөк — күп мәғәнәне берләштергән йүнәлтеү бите.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ