Һәүел намаҙы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Һәүел намаҙы — берәй мосолмандың вафаты хаҡында хәбәрҙе ишеткәс уҡыла торған нәфел намаҙы.
Берәй мосолмандың вафаты хаҡында хәбәрҙе ишеткәс, шул көндә, аҡшам намаҙын уҡығандан һуң, һәүел намаҙы үтәлә.
Ике рәҡәғәт итеп уҡыла һәм сауабы мәрхүмдең рухына бағышлана.
Намаҙ уҡыған кеше: «Ошо намаҙымдың сауабын фәлән кешенең (мәрхүмдең исеме атала) әсәһенең йәки атаһының исеме мәғлүм булһа, фәлән улы фәләндең рухына бағышлайым», — тип әйтеү кәрәк.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБашҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6