Һәйетҡол, Сәйетҡол (рус. Саиткулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[1]. Почта индексы — 453628, ОКАТО коды — 80201816005.

Ауыл
Һәйетҡол
Һәйетҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°26′14″ с. ш. 58°18′50″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 816 005

ОКТМО коды

80 601 416 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һәйетҡол (Рәсәй)
Һәйетҡол
Һәйетҡол
Һәйетҡол (Башҡортостан Республикаһы)
Һәйетҡол

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
124137146
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 146 76 70 52,1 47,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Буранғол): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 91 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Аҡташ урамы (рус. Акташ (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))[5]

Тарихы үҙгәртергә

Күсәр халҡы Дәүләт ауылынан айырылып сыҡҡан, һуңынан үҙҙәре Һәйетҡол (Башай) ауылын ойошторған. Был хәл 1816 йылда була. Зауряд-сотник Һәйетҡол Таңғай улы Ғәйетҡолов исемен йөрөтә.

VII һәм VIII ревизияларҙа шул уҡ халыҡ һаны (163) һәм йорт хужалығы (15) күрһәтелгән. 1859 йылда 25 ихатала 129 кеше, шул иҫәптән ситтән килеүселәр йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 210 кеше 40 йортта йәшәгән.

Ауылда 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең Францияға ҡаршы походында ҡатнашыусы Баязит Сәмәрғолов, шулай уҡ көмөш миҙалдар кавалерҙары, 1814 йылдың 19 мартында Парижды яулап алыуҙа ҡатнашҡан XIV башҡорт полкы яугирҙәре Иҫәнгилде Бауагилдин, Йосоп Абдулхәлилев, зауряд-сотник Һәйетҡол Ғәйетҡолов йәшәгән.

XIX быуаттың 40-сы йылдарында 172 кеше йәшәгән 27 ихатанан 22-е йыл һайын Әбей-Батҡан, Суҡраҡлы, Күсәк йылғалары буйлап күсеп йөрөгән. Уларҙың 100 аты, 80 һыйыры, 70 һарығы, 50 кәзәһе була. Улар һөрөнтө ерҙәре ни бары 18 дисәтинә тәшкил иткән. 1842 йылда ауыл халҡы 192 бот яҙғы иген сәскән

Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән[6].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә