Һинд цивилизацияһы

Һинд, йәки Харапп, цивилизацияһы — бронза быуатының боронғо көнсығыш цивилизацияһы[1], барлыҡҡа килеү ваҡыты буйынса Боронғо Мысыр һәм Месопотамиянан ҡала өсөнсө урында[* 1] тора. Өсөһө араһында иң ҙур майҙанды биләй, ҡалған икәүһенең дөйөм майҙанынан 2 тапҡырға артып китә[2][3]. Һинд цивилизацияһы б.э.т. 2600 һәм 1900 йылдар араһында сәскә ата, ләкин сағыштырмаса тиҙ тарҡала. Тарҡалыуын беҙҙең эраға тиклем 2200-се йылдарҙағы ҡоролоҡ менән бәйләйҙәр.

Цивилизация ареалы

Харапп цивилизацияһы Һинд йылғаһы үҙәнендә беҙҙең эраға тиклем 3300—1300 йылдарҙа үҫешә[4]. Иң әһәмиәтле үҙәктәре — Ракхигархи (350 га[5], Мохенджо-Даро (300 га), Хараппа (150 га), Лотал (60 га) һәм Дхолавира (47 га)[6]. Сәскә атҡан йылдарҙа яҡынса 5 миллион кеше йәшәй, фаразланыуынса, эламиттар һәм дравидтар күпселекте тәшкил итә[⇨]. Һинд цивилизацияһының юғары үҫеш осоро беҙҙең эраға тиклемге 2600 йылдан алып 1900 йылдарҙа дауам итә. Хәҙерге Афғанстан, Пакистан һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостан территорияларына һуҙыла.

Шумер текстарында харапп цивилизацияһы «Мелухха» тип аталған тип фараз ителә[7].

Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта аридизация башлана — дәүләт урынлашҡан төбәктә һыу ресурстары яйлап ярлылана башлай. Археологтар төбәктә урбанизацияның көсәйеүе, тупраҡтың ярлыланыуы һәм йылғаларҙың яйлап һайығыуы аридизацияға килтереүсе сәбәп булыуы бар тип һанай. Һөҙөмтәлә был дәүләттең бөлгөнлөккә төшөүенә килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, халыҡ Көнсығышҡа китә.

Арийҙарға тиклемге цивилизацияның Көнбайыш Һиндостанда булыуы тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе XIX быуатта Александр Каннингем баҫтырып сығара. 1921—1922 йылдарҙағы Джон Маршалл етәкселегендәге экспедиция һинд цивилизацияһының булыуын тулыһынса асыҡлай.

Һинд йылғаһы үҙәнендә йәшәүселәр бер нисә яңы һөнәр — аҡыҡ, һөйәк эшкәртеү, бронза, баҡыр, ҡурғаш һәм аҡ ҡурғаш металлургияһын уйлап таба. Харапп цивилизацияһы ҡалаларындағы ҡаралтылар аныҡ планлаштырылыуы менән айырылып тора. Төҙөлөш материалы — балсыҡтан яндырылған кирбес. Ҡатмарлы дренаж системалары, һыу менән тәьмин итеү системалары һәм торлаҡ булмаған биналарҙың тотош кластерҙары үҙләштерелгән һәм ҡулланылған.

Ҡалаларҙа ҡаҙыныу эштәре барышында балалар уйынсыҡтары ла, бик аҙ ҡорал да табыла. Тимәк, дәүләт артыҡ милитаризацияланмаған һәм сағыштырмаса тыныс йәшәгән. Вавилон, Шумер һәм Месопотамиянан алыҫ булған алыҫ ерҙәр менән сауҙа итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Сауҙаның үҫешен хайуандар һәм мифик йән эйәләре менән биҙәлгән күп һанлы мисәттәр күрһәтә.

«Һинд цивилизацияһы» һәм «Хараппа цивилизацияһы» тигән атамалар археологик әҙәбиәттә бер тиң мәғәнәгә эйә. «Хараппа» тигән термин бутарға мөмкин, сөнки был атама хәҙерге Хараппа ҡалаһы исеменән бирелгән. Унда 1920-се йылдарҙа уҡ ҡаҙылған тәүге археологик майҙансыҡ урынлашҡан. Тиҙҙән Мохенджо-Даро табыла һәм өйрәнелә, был сенсацион асыштар була. Был һәйкәлдәр Харапп цивилизацияһының өлгөрөп еткән стадияһына ҡарай һәм элекке һәм артабанғы харапп һәм һуңғы харапп мәҙәниәттәре тип аталған мәҙәниәттәрҙән айырыла. Ауыл хужалығы тибындағы неолитик торамалар иртә харапп мәҙәниәтенә тиклем була.

2008 йылға ҡарата башлыса Һинд һәм Гхаггар-Хакра йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары тирәһендә урынлашҡан 1022 ҡала һәм ауыл табыла. Шуларҙың 406-һы хәҙерге Пакистан территорияһында, 616-һы Һиндостанда табыла. 96 объект ҡаҙылған һәм өйрәнелгән. Был 96 объект араһында эре ҡала үҙәктәре, шул иҫәптән Хараппа, Мохенджо-Даро (ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты), Дхолавира, Ганеривала, Ракхигархи бар.

Дәүләт теленең аныҡ билдәләнмәгән, уның генеалогияһы әлегә билдәле түгел. Харапп теле менән дравид и элам-дравидий телдәренең бәйләнештәре етерлек өйрәнелмәгән[8][⇨].

Һинд цивилизацияһы хронологияһы

үҙгәртергә

Археологтар билдәләүенсә, Һинд үҙәнендәге ҡалаларҙа социаль иерархиялар, яҙыу системаһы һәм аныҡ планировкалы ҙур ҡалалар, шулай уҡ боронғо замандарҙа уҡ алыҫ дәүләттәр менән сауҙа итеү була. Был үҫешкән, өлгөргән боронғо дәүләт характеристикаларына яуап бирә. Был осор б. э. т. 2600 һәм 1900 йылдар — өлгөргән Хараппа мәҙәниәте араһында барлыҡҡа килгән. Әгәр иртә һәм һуң Харапп осорон алып ҡараһаҡ, бөтә һинд цивилизацияһы б.э.т. 3300 — 1400 йылдарҙа ғәмәлдә була.

Даты төп фаза Хараппа фазаһы Һуң Харапп фазаһы Дәүер
7000—5500 до н. э. Иртә Хараппа Иртә ауыл хужалығы дәүере
5500—3300 до н. э. Иртә Хараппа — күсеү осоро[9] Төбәкләштереү дәүере — айырым дәүләттәрҙең һәм өлкәләрҙең барлыҡҡа килеүе

4000—2500/2300 до н. э. (Шаффер[en])[10] 5000—3200 до н. э. (Коннингэм[en] и Янг)Ҡалып:Sfnp

3300—2800 до н. э. Иртә Хараппа[9] 3300—2800 до н. э. (Мугхал[en])[11][9][12]

5000—2800 до н. э. (Кенойер)[9]

Хараппа 1
2800—2600 до н. э. Хараппа 2
2600—2450 до н. э. Нығынған Хараппа йәки Һинд үҙәне цивилизацияһы Хараппа 3 А Интеграция и шылыу дәүере
2450—2200 до н. э. Хараппа 3 B
2200—1900 до н. э. Хараппа 3 С
1900—1700 до н. э. Поздняя Хараппа Хараппа 4 Культура кладбища H

Керамиканы охра менән биҙәү мәҙәниәте

Локалләшеү дәүере
1700—1300 до н. э. Хараппа 5
1300—600 до н. э. Һуүғы Хараппа йәки Һиндостанда тимер быуат[en] Керамиканы көкөрт менән биҙәү мәҙәниәте (1200—600 до н. э.)

Ведий цивилизацияһы (c.1500—500 до н. э.)

Тулы бүленеш дәүере

1200—300 до н. э. (Kenoyer)[9] c.1500[13]—600 до н. э.(Coningham & Young)Ҡалып:Sfnp

600—300 до н. э. Төньяҡ шымартылған ҡара керамика мәҙәниәте (Тимер быуат) (700—200 до н. э.)

Индия (c.500—200 до н. э.)

Интеграция-берләшеүҙең икенсе этабы Ҡалып:Sfnp
 
Һинд йылғаһы системаһы - гидронимдары менән ентекле карта

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. По другим данным — первая, самая древняя цивилизация, сформировавшаяся примерно в 8 тысячелетии до н. э. См.: Хараппская цивилизация дравидов была древнейшей на Земле. geektimes.ru. Дата обращения: 6 июнь 2016. Архивировано 23 апрель 2018 года.; Anindya Sarkar, Arati Deshpande Mukherjee, M. K. Bera, B. Das, Navin Juyal. Oxygen isotope in archaeological bioapatites from India: Implications to climate change and decline of Bronze Age Harappan civilization (инг.) // Scientific Reports. — 2016-05-25. — Т. 6. — ISSN 2045-2322. — DOI:10.1038/srep26555 Архивировано из первоисточника 3 июнь 2018.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История Востока / Пред. гл. редкол. Р. Б. Рыбаков, отв. ред. В. А. Якобсон. — М.: Восточная литература РАН, 2002. — Т. 1. Восток в древности. — С. 392. — 688 с. — ISBN 5-02-017936-1.
  2. Антонова Е. В., Вигасин А. А., Васильев К. В. и др. История древнего Востока: От ранних государственных образований до древних империй / Предисл. В. А. Якобсона; под ред. А. В. Седова; редкол.: Г. М. Бонгард-Левин (пред.) и др.. — М.: Восточная литература РАН, 2004. — С. 70. — 895 с. — ISBN 5-02-018388-1.
  3. Шаров Г. Цивилизация, утонувшая во времени 2018 йыл 27 декабрь архивланған. // Наука и жизнь, 1999, № 6.
  4. Indus Civilization Introduction. Дата обращения: 29 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года.
  5. DNA samples collected from Harappan-era human skeletons, 2015. Дата обращения: 27 сентябрь 2015. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 12 сентябрь архивланған.
  6. The Archaeology News Network. Large Harappan-era site buried under Rakhigarhi village. Дата обращения: 12 ғинуар 2015. Архивировано 28 апрель 2018 года.
  7. Антонова Е. В., Вигасин А. А., Васильев К. В. и др. История древнего Востока: От ранних государственных образований до древних империй. — М.: Восточная литература РАН, 2004. — С. 86. — 895 с. — ISBN 5-02-018388-1.
  8. Indus Valley Civilisation 2018 йыл 30 август архивланған. // Wikipedia
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Kenoyer, 1998, p. 53
  10. Manuel, 2010, p. 149
  11. Kenoyer, 1991, p. 335
  12. Parpola, 2015, p. 17
  13. Kenoyer, 1991, p. 336
  • История древнего Востока. Ч. 1. / И. М. Дьяконов, В. К. Афанасьева]], В. М. Массон и др. — М.: Наука, 1983.
  • Альбедиль М. Ф. Забытая цивилизация в долине Инда. — СПб.: Наука, С.-Петербург. отд-ние, 1991. — 176 с. — (Из истории мировой культуры). — 23 000 экз. — ISBN 5-02-027307-4.
  • Альбедиль М. Ф. Протоиндийская цивилизация. Очерки культуры. — М.: ИФ «Восточная литература» РАН, 1994. — 296 с. — 1100 экз. — ISBN 5-02-017246-4.
  • Бонгард-Левин Г. М., Ильин Г. Ф. Индия в древности. — М.: Наука, Главная редакция вост. лит-ры, 1985. — 758 с.
  • Маккей Эдвард. Древнейшая культура долины Инда / Пер. с англ. М. Б. Граковой-Свиридовой. — М.: Иностранная литература, 1951. — 142 с. — 3000 экз.
  • Уилер Мортимер. Древний Индостан. Раннеиндийская цивилизация / Пер. с англ. С. В. Меркулова. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2005. — 206 с. — (Загадки древних цивилизаций). — 2000 экз. — ISBN 5-9524-1762-0.
  • Coningham, Robin & Young, Ruth (2015), «The Archaeology of South Asia: From the Indus to Asoka, c.6500 BCE–200 CE», Cambridge University Press 
  • Kenoyer, Jonathan Mark (инг.)баш. The Indus Valley tradition of Pakistan and Western India (инг.) // Journal of World Prehistory : journal. — 1991. — Т. 5. — № 4. — С. 1—64. — DOI:10.1007/BF00978474
  • Manuel, Mark (2010), "Chronology and Culture-History in the Indus Valley", «Sirinimal Lakdusinghe Felicitation Volume», Neptune, <https://www.academia.edu/243477/Chronology_and_Culture-History_in_the_Indus_Valley> 
  • Kenoyer Jonathan Mark. Ancient cities of the Indus Valley Civilisation. — Oxford University Press, 1998. — ISBN 0-19-577940-1.
  • Parpola, Asko (2015), «The Roots of Hinduism. The Early Aryans and the Indus Civilisation», Oxford University Press 

Һылтанмалар

үҙгәртергә