Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой

Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы (рус. Сатлыков Хуснутдин Бадретдинович) (1905 йыл — 1981 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (февраль, май 1945) ордендары кавалеры.

Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Яҡшембәт, Мораҡ ауыл Советы ( Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 1981
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Яҡшембәт ауылында тыуа. 1941 йылда Күгәрсен район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 14-се саперҙар эскадронында сапер булып хеҙмәт итә.

Батырлығы

үҙгәртергә

Гвардия рядовойы Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы взвод составында Пилица йылғаһының (Польша) көнбайыш ярына беренселәрҙән булып сыға һәм дошман уты аҫтында сым кәртәләр аша өс рәт үтеү урыны эшләй, юлда дошмандар һалған 12 минаны зарарһыҙландыра. Шуның менән башта килгән полк көстәренә алға барыуҙы тәьмин итә. Был батырлығы өсөн Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].

Ветеран 1981 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә