Һатлыҡов Хәбибназар Мөхәмәтҡафи улы
Һатлыҡов Хәбибназар Мөхәмәтҡафи улы [1] , Хәбибназар әл-Үтәки (12 сентябрь 1862 йыл — 21 июнь 1921 йыл) — мәғрифәтсе, 20 быуат башындағы Башҡортостанда билдәле дин эшмәкәре. Әхмәтзәки Вәлиди Туған дың әсәһе Өммөлхаят Мөхәмәтҡафи ҡыҙы Вәлидованың бер туған ағаһы[2].
Хәбибназар Мөхәмәтҡафи улы Һатлыҡов (Хәбибназар Үтәки) | |
Исеме |
Хәбибназар Мөхәмәтҡафи Ҡотлозаманов |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Үтәк ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Үтәк ауылы |
Эшмәкәрлеге |
педагог, мәғрифәтсе |
Атаһы |
Мөхәмәтҡафи Ҡотлозаман улы Һатлыҡов |
Балалары |
Әхмәтзәки Вәлидовтың бабаһы |
Биографияһы
үҙгәртергәХәбибназар Мөхәмәтҡафи улы Һатлыҡов (Ҡотлозаманов) 1862 йылдың 12 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Үтәк ауылы мәсете имам-хатибы Мөхәммәтҡафи Ҡотлозаман улы Һатлыҡов (Ҡотлозаманов) ғаиләһендә тыуған [4].
Атаһы тотҡан Үтәк мәҙрәсәһен тамамлағас, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл мәҙрәсәһендә (хәҙерге Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылы), һуңыраҡ Ҡазанда,Бохара һәм Хиуала уҡыған.
Ҡазандағы 1‑се Мәржәниәнең юғары кластарын тамамлағас, шунда уҡ уҡытыусыһы, мәғрифәтсе Шиһабетдин Мәржәни тәҡдиме менән уҡытырға ҡала.
Һуңыраҡ тыуған ауылына ҡайта, 1889 йылдан башлап, Үтәк мәсетенең имам-хатибы, урындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе һәм мөғәллиме була. Мәҙрәсәлә донъяуи фәндәрҙе лә уҡытыуҙы индерә. Хәбибназар Һатлыҡов тырышлығы менән мәҙәрәсәлә китапхана һәм уҡыу бүлмәһе булдырыла.
Көнсығыш фәлсәфәһен, ислам тарихын, күренекле кешеләрҙең тәржемәи хәлен өйрәнә. Ҡайһы бер көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итә, шиғырҙар, хикмәттәр яҙа, дәреслектәр төҙөй.
“Вакыт” гәзитендә һәм «Шура» журналында мәҡәләләре донъя күрә. Троицкиҙан Зәйнулла ишан Рәсүлев һәм А.Саиди менән таныш була[5].
Алты йыл буйы Хәбибназар бабаһы өйөндә йәшәп, уның мәҙрәсәһендә белем алған Әхмәтзәки Вәлиди «Хәтирәләре»ндә былай ти:
«Мин Үтәк мәҙрәсәһендә ғәрәп теле һәм әҙәбиәтен өйрәндем. Олатайым (Хәбибназар бабаһы) «Фикһ» исемле мосолман юриспруденцияһын һәм «Ҡәлам» исемле Ҡөрьән әйтелеше ғилемен өйрәтте. Мин математика менән дә мәшғүл булдым һәм олатайым Истанбулдан килтерткән китаптарҙы уҡый инем. 18 йәшемә ҡәҙәр Үтәктә күп нәмәгә өйрәнә алдым...Минең олатайым (бабайым) Мәржәниҙең иң яҡшы шәкерттәренең береһе була. Ул да мине үҙ остазынан үҙләштергән алымдар һәм ысулдар менән тәрбиәләне»[6].
1919 йылда, Әхмәтзәкиҙең йәрәшкән ҡыҙы Нәфисә менән ниҡахлашыу кисәһендә, Хәбибназар шәкертенең уңыштарына сикһеҙ һөйөнөп: «Һине үҫтереүем өсөн шатмын», — ти[6].
1919 йылда Хәбибназар Һатлыҡов Өфөлә Диниә назараты мөхтәсибе булып эшләп ала.
Ғаиләһе
үҙгәртергәХәбибназар әл-Үтәкиҙең өс балаһы була. Өлкән ҡыҙы Рабиға 14 йәшендә генә сирләп донъя ҡуя. Әхмәт Хәбибназар улы Ырымбур педтехникумында Сәғит Агиш менән бергә белем ала, артабан Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында мәктәптә уҡыта. 1937 йылда уны «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар һәм 1941 йылда атып үлтерәләр. Әсҡәт Хәбибназар улы Һатлыҡов 1929 йылда уҡ хәҙерге Белорет районы биләмәһенә оҙатыла. 60-сы йылдарҙа аҡланғас ҡына, Һатлыҡовтар ғаиләһе тыуған яғына, Үтәккә, ҡайта.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010 - 72-се бит: Ҡафи - (ғәр) булдыҡлы, һәләтле
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/Вәлидовтар
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы
- ↑ башкирская-энциклопедия.рф/.../6095-satlykov-khabibnazar-mukhammetkafievich
- ↑ башкирская-энциклопедия.рф/…/6095-satlykov-khabibnazar-mukhammetkafievich
- ↑ 6,0 6,1 kurultay-ufa.ru/ru/2017/09/09/7019/
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская-энциклопедия.рф/…/6095-satlykov-khabibnazar-mukhammetkafievich.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010 - 72-се бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ. Б. Һатлыҡов Хәбибназар Мөхәмәтҡафи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 август 2019)