Үтәк мәсете (Ғафури районы)
Үтәк мәсете—Башҡортостандың Ғафури районындағы Үтәк ауылындағы мәсет. Ауылдағы тәүге мәсет 1828 йылда төҙөлгән.
Үтәк мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1828 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Тарихы
үҙгәртергәСанкт-Петербург тарихсыһы В. В. Вельяминов-Зернов китабында Үтәк ауылы әлегә билдәле тарихи сығанаҡтарҙа 1734 йылда иҫкә алына тиелгән. 1734 йылда юрматы башҡорто Үтәк Назаровҡа тархан дәрәжәһе бирелә. Уға хәрби хеҙмәт үтәү йөкләтелә. Ул йәшәгән ауыл Үтәк тип атала. Уның улы-Ғәлиулла Үтәков, ейәндәре- Ғәлиәкбәр һәм Яҡуп Ғәлиуллиндар[1]
XVIII быуат аҙағында ауыл күп милләтлегә әйләнә. Үтәктән Үрге Әрмет ауылы (Ишембай районы) айырылып сыҡҡан.
1907—1920 йылдарҙа ауыл ике төбәккә бүленә. Беренсе Үтәк тип аталған өлөшөндә аҫаба (ер хужаһы) башҡорттар (800), Икенсе Үтәктә- типтәрҙәр (1553) йәшәй.
1828 йылда Үтәктә тарихта билдәле тәүге мәсет төҙөлә. Халыҡ уны Аҡ мәсет тип йөрөтә. Имам хатип итеп табын башҡорто Ғәбделйәлил Үтәғолов билдәләнә. Әсәһе яғынан ул Зәки Вәлидигә, атаһы яғынан Мәжит Ғафуриға туған тейеш кеше була. Дини белемде ул ул ваҡыттағы ғәҙәт буйынса Урта Азия яҡтарында ала.
1862 йылда мәхәлләлә 894 мосолман була. Мәсет янында мәҙрәсә эшләй.
1862 йылда мәсеттең имам хатибы итеп Мөхәмәтҡафи Һатлыҡов тәғәйенләнә. Ул Зәки Вәлидиҙең әсәһе Өммөлхаят Һатлыҡованың атаһы. 1862—1898 йылдарҙа ул ауыл мәҙрәсәһендә тирә-яҡ кешеләрен уҡыта.
1890 йылда Үтәктә икенсе мәсет (Таш мәсет) төҙөлә. Мәсет, китапхана, ятаҡ һәм ашхана таштан төҙөлә. Таш мәсет имам хатибы һәм мөҙәрисе итеп Хәбибназар Мәхәмәтҡафи Һатлыҡов тәғәйенләнә. Хәбибназар Үтәки Ҡазанда билдәле мәғрифәтсе Шиһабетдин Мәржәниҙә уҡый. Мәҙрәсәне тамамлағас, бер аҙ шунда уҡ уҡытыусы булып эшләй. «Мифтах ут тәуарих» (Тарихҡа асҡыс) тигән хеҙмәт яҙа. Ләкин атаһының сире һәм үлеме сәбәпле Хәбибназар Һатлыҡов ауылына кире ҡайта[2].
Был мәсеттә мөәзин һәм мөғәллим итеп ишан Әбйәлил Ҡылысарыҫланов һәм Нәғимрахман Үтәғолов тәғәйенләнә.
1902 йылда 1700 мосолман йәшәгән ауылда өсөнсө мәсет төҙөргә ҡарар итәләр. Халыҡ уны Ҡыҙыл мәсет тип атай. Был мәсеттә имам хатип, мөәзин булып Мөхәмәттайып һәм Мөхмәттаһир Һатлыҡовтар, Мөхәмәтшафиҡ Рәхмәтуллин, Садиҡ Харисов- Вәлиев, Фәйзрахман Шәрипов-Рәхмәтуллин, Шәрип Ялиев хеҙмәт итә.
Үтәк ауылы мәҙрәсәһендә бик күп буласаҡ дин әһелдәре генә түгел, дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә башланғыс белем алған (шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, Жәлил Кейекбаевтың атаһы Ғиниәт Кейекбаев[3], СССР урман хужалығы министры урынбаҫары Насир Рафиҡ улы Уразбаев[4][5] һ.б.)
Мәҙрәсәлә ислам нигеҙҙәрен генә түгел, ҡайһы бер донъяуи фәндәр нигеҙҙәре дә уҡытылған. Хәбибназар Һатлыҡов астрономия һәм математика буйынса заманса белемгә эйә булған, шәкерттәргә лә уларҙы еткерергә тырышҡан.(З.Вәлиди. Хәтирәләр.27 б.)
1922 йылда мәҙәрсә ябыла. 1923 йылда Аҡ мәсеттең манараһын киҫеп төшөрәләр, 1929 йылда Таш мәсеттең манараһын һәм стеналарын һүтәләр. Ҡыҙыл мәсеттең манараһын киҫәләр, был бинала колхоз идараһы урынлаша.
2004 йылда халыҡ һорауы буйынса, Ҡыҙыл мәсет бинаһы яңынан мосолмандарға бирелде. Мәсеттең имам хатибы итеп Әнүәр Исмәғил улы Арыҫланов тәғәйенләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәАсфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Кн. 3. — Уфа: Китап, 1993. — 208 с. — На пер. авт. не указан. — ISBN 5-295-01143-7
Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I.— Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994 — 400 с. ISBN 5-295-01269-7
Вельяминов-Зернов В.В. Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями.СПб.,1864.
100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность\\Гафурийский район.- Уфа:Китап, 2018.- 432с.илл. с.261-262, ISBN 978-5-295-07003-7
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Үтәк мәсете (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡоролтай. Хәбибназар Һатлыҡов(недоступная ссылка)
- ↑ Йәшлек.Ҡыйылып та атыр таңдар бар
- ↑ Уразбаев Насир Рафиҡ улы
- ↑ Үтәк мәсете (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.