Викидатала элемент юҡ

Үтәғол — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Варианттары

үҙгәртергә

Үтәғол башҡорт исеме — үтә + ҡол (теләк үтәлгән)[1] тигән мәғәнәне аңлата.

Үтәғолов — урыҫ, болгар, азербайджан, йәһүд йәки чех ҡатын-ҡыҙҙар фамилияһы. XVI быуаттың икенсе яртыһында рус фамилияларының яҡынса 60—70 проценты -ева/-ёв патронимик суффиксын ҡабул итә[2].

Фамилияла

үҙгәртергә

Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы (15 август 1961 йыл)уҡытыусы, яҙыусы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус-башҡорт бүлеген тамамлай. 2000 йылдан алып Яныбай Хамматов исемендәге 22-се башҡорт гимназияһында эшләй, журналистика студияһын етәкләй, «Иҙел башы» әҙәби берекмәһе рәйесе. Шиғырҙары республика, район гәзиттәрендә баҫыла.[3]

Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010).

Үтәғол — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ