Ҡыҙылғы (йылға)
Ҡыҙылғы (рус. Кузелга) — Рәсәй биләмәләрендә, Башҡортостанда аҡҡан йылға. Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.
Ҡыҙылғы | |
Ҡайҙа ҡоя | Ағиҙел |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 32 km |
Тасуирлама
үҙгәртергәҠыҙылғы йылғаһының оҙонлоғо 32 км[1]. Йылға Ауырғазы районындағы Мостафа[2] ауылынан 4 км көньяҡ-көнбайышта башлана. Район буйлап төньяҡ-көнсығышҡа табан аға, артабан Ҡырмыҫҡалы районының уйһыулыҡтары буйлап үтә. Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайҙарынан килеп, Ҡабаҡ ауылы эргәһендә Ағиҙелгә ҡоя. Йылға тамағынан 643 км алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярынан килеп ҡушыла.
Төп ҡушылдыҡтары: Сителга (лв), Таукей (пр.), Читла (лв).
Терәпә[3] ауылында күләме 820 мең м³ булған быуаһы бар. Түбәнге ағымында йылғаны Өфө — Ырымбур тимер юлы киҫеп сыға.
Йылға буйындағы эре (150-нән ашыу кеше булған) ауылдар теҙмәһе — Терәпә/Зәйет/Гуровка, Түбәнге Ләкәнде, Мостафа, Федоровка, Үтәймулла, Үрге Төкөн.
Топонимикаһы
үҙгәртергәҠыҙылғы исеме Ҡыҙҙар йылғаһы тигәнде аңлата тигән фараз бар. Йәйҙәр етеп, Ағиҙел ярҙарына ҡайтып, ер кипкәс, ҡыҙҙар Ҡыҙылғы йылғаһы буйҙарының яландарына төшөр булғандар. Хәтфә йәшел үлән өҫтөндә уйнағандар, байрамдарын үткәргәндәр. Шунан йылғаға Ҡыҙҙар йылғаһы тип исем биргәндәр, ваҡыт үтә килә, Ҡыҙйылға Ҡыҙылғыға әйләнгән.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебинин ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһы инмәй, йылғаның һыу аҫты бассейны — Ағиҙел. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[1].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712211100018644.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 «руч. Куз-Елга» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-65 Чувашский Нагадак. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ Перечень водохранилищ и прудов объёмом 100 и более тыс.куб.м . Правительство Республики Башкортостан.