Һыу үлсәү посы — рус. Гидрологический пост — йылғаларҙа, күлдәрҙә, диңгеҙҙәрҙә, каналдарҙа, шулай уҡ был яйланмалар урынлашҡан ерҙә гидрологик үлсәү һәм күҙәтеүҙәр өсөн төрлө йыһаздар һәм ҡорамалдар йыйылмаһы.

Һыу үлсәү посы
Рәсем
Измеряет объёмный расход[d][1], скорость потока[d], Һыу кимәле һәм речной сток[d]
 Һыу үлсәү посы Викимилектә

Тар мәғәнәлә, һыу үлсәү посы — гидрологик күҙәтеүҙәр үткәрә торған учреждение. Донъялағы төп рәсми гидрологик постарға гидрологик кодтар бүлеп бирелгән. Рәсәйҙә гидрологик постарҙың күпселеге Росгидромет ҡарамағында һәм Гидрометүҙәктең «һыу үлсәү посы — гидросистема станцияһы — гидросистема обсерваторияһы» [2] селтәре сылбырында түбәнге звено булып тора. Шул уҡ ваҡытта һыуүткәргестәрҙә, гидроэлектростанцияларҙа һ.б. үҙ ведомство постары бар.

Постарҙың төрҙәре һәм дәрәжәләре үҙгәртергә

Күҙәтелгән объектҡа һәм күҙәтелгән күләмгә ярашлы рәүештә, гидрологик постарҙың билдәле бер төрө һәм категорияһы бар:

  • Йылғаларҙа һәм каналдарҙа гидрологик постар — ГП. Уларҙың бүленеше: 1-се (күҙәтеүҙәрҙең тулы күләмен алып барыусы) һәм 2,3-сө дәрәжә (һыу кимәлен үлсәү постары һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса эшләүсе) ГП-лар.
  • күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа күл гидрологик постары — КГП
  • диңгеҙҙәге диңгеҙ гидрологик посттары — ДГП

Күҙәтеү төрҙәре үҙгәртергә

Гидрологик поста түбәндәге төр күҙәтеүҙәр үткәрелә:

һыу объектындағы һыу кимәле (бөтә төрҙәр)
һыу өҫтө ауышлығы (ГП-1)
йылғала йәки каналда аҡҡан һыу күләме (ГП-1)
һыу температураһы (бөтә төрҙәр)
һыу болғансыҡлығы (ГП, ОП)
ағып килгән һәм һыу төбөнән күсенгән ташылдыҡтар күләме (ГП-1)
тулҡынланыу (МГП, ОП)
акваторияларҙа рейд үткәреүҙәр (ОГП, МГП)
һыу тоҙлолоғо (МГП)
һыу бысраныуының мониторингы (бөтә төрҙәр)

Бынан тыш, ҡайһы бер посттарҙа метеорологик күҙәтеүҙәр ҙә: һауа температураһы, яуым-төшөм, ҡарҙы тикшереү һ.б. үткәрелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

    • Водомерный пост // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
    • Статья (недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 14-06-2016 [1591 день]) в Словаре по естественным наукам
    • Гидрометеорологическая сеть / В. А. Жук // Гермафродит — Григорьев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 94. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 7). — ISBN 978-5-85270-337-8.