Ҡырым тарихы
Ҡырым ярымутрауы географик урыны һәм уңай тәбиғәт шарттары менән антик дәүерҙән үк әһәмиәтле диңгеҙ юлдары сатына әүерелә.
Шул замандан ярымутрауға уның көньяғында йәшәгән тавр ҡәбиләләре исеменән алынған Таврика тигән атама йәбешеп ҡала. «Ҡырым» тигән хәҙерге атамаһы XIII быуатта нығына, ул, моғайын, «Ҡырым» тигән ҡала исеменән алынғандыр. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын монголдар баҫып алғас, был ҡала Алтын Урҙа ханының урындағы идарасыһының баш ҡалаһына әйләнә. «Ҡырым» атамаһының урыҫса Перекоп муйыны («перекоп» — «qirim» тигән төрки һүҙенең урыҫсаһы; башҡ. «ур, соҡор») атамаһынан килеп сығыуы ла ихтимал. XV быуаттан Ҡырым ярымутрауын —Таврия, ә 1783 йылда Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Таврида тип йөрөтәләр. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы ла шулай тип атала[1].
Ҡырым ерендә тәүге кешеләр йөҙ мең йылдар элек барлыҡҡа килә. Ҡыҫҡа йылы ҡыш һәм ҡояшлы оҙон йәй, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы һунар итеү, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнергә киң мөмкинлектәр биргән. Ярымутрауҙағы бай тимер рудаһы ятҡылыҡтары төрлө һөнәрҙәрҙе, металлургияны, тау эшен үҫтерткән. Төрлө тарихи дәүерҙәрҙә Ҡырымда таврҙар, киммерҙар, скифтар, гректар, сарматтар, римдар, готтар, һундар, аварҙар, болгарҙар, хазарҙар, славяндар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар, ҡараимдар, монголдар, ҡырым татарҙары, итальяндар, төрөктәр йәшәгән[1].
XV быуат аҙағынан диңгеҙ буйы ҡалалары һәм таулы төбәге Ғосман империяһы составына инә. Ҡалған территория Ғосман империяһының вассалы Ҡырым ханлығыныҡы була. 1768—1774 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышы һөҙөмтәһендә Ҡырым ғосмандар хакимлығынан ҡотола. 1774 йылғы Көсөк-Ҡайнаржа солох килешеүенә ярашлы ғосмандар ярымутрауға дәғүә итеүҙән бөтөнләй баш тарта.
1783 йылда Ҡырым ярымутрауы Рәсәй империяһына ҡушыла. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы (1917—1922) осоронда Ҡырым ярымутрауы Аҡтар хәрәкәтенең һуңғы терәге була. Совет осоронда Ҡырым РСФСР составында була, ә 1954 йылда совет етәкселеге ҡарары менән Украин ССР-ына тапшырыла. 1992 йылдан Украина составында була. 2014 йылдың мартында Ҡырым Рәсәй Федерацияһы составына инә, ләкин Украина һәм БМО ағзаһы булған илдәрҙең күпселеге тарафынан танылмай.
Тарихҡа тиклемге дәүер
үҙгәртергәПалеолит һәм мезолит
үҙгәртергәҠырым территорияһында йәшәгән һоминидтарҙың иң боронғо эҙҙәре урта палеолитҡа тап килә — неандерталдарҙың Кейек-Ҡоба мәмерйәһендә 100 мең йыл элекке торалары табылған. Күпкә һуңыраҡ, мезолит дәүерендә, Ҡырымда кроманьондар төпләнә (Мурзаҡ-Ҡоба){{[1].
Райан-Питмен фаразына ярашлы, б. э. т. VI мең йыллыҡҡа тиклем Ҡырым территорияһы ярымутрау түгел, ә әлеге Аҙау диңгеҙе территорияһы ла ингән ҙур ғына ҡоро ер массивының бер өлөшө булған. Б. э. т. 5500 йылдар тирәһендә Урта диңгеҙ һыуҙары бәреп инеп, Босфор боғаҙы хасил булғандан һуң ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ территория һыу аҫтында ҡалған һәм Ҡырым ярымутрауы барлыҡҡа килгән. Ҡара диңгеҙҙең тулыуы мезолит тамамланып, неолит башланыу дәүеренә тап килә.
Неолит һәм энеолит
үҙгәртергәНеолит дәүерендә Ҡырымға Балҡан аша Анатолиянан килгән неолитик мәҙәниәттәр тулҡыны ҡағылмай. Урындағы неолит сығышы менән циркумпонтий зонаһы (Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре араһындағы далалар һәм тигеҙлектәр) мәҙәниәттәренә бәйле.
Б. э. т. 4-3 мең йыллыҡтарҙа Ҡырымдан төньяҡтағы территориялар аша, фараз ителеүенсә, һинд-европа телдәрен йөрөтөүселәр үтә. Б. э. т. 3 мең йыллыҡта Ҡырым территорияһында Кеми Оба мәҙәниәте нығына.
Бронза һәм иртә тимер быуаты
үҙгәртергәАнтик сығанаҡтарҙан Ҡырымда иң тәүҙә киммерҙар төйәкләнгәне билдәле (б. э. т. XII б.). Быны антик дәүер, Урта быуаттар тарихсылары, шулай уҡ Ҡырымдың көнсығыш өлөшө топонимдары рәүешендә беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр («Киммер кисеүҙәре», «Киммерик») раҫлай[1].
Б. э. т. VII быуат уртаһында киммерҙарҙың бер өлөшө скифтар тарафынан ярымутрауҙың дала өлөшөнән тау яғына ҡыҫырыҡлана, улар шул төбәктә урынлашып ҡала.
Таулы Ҡырымда, шулай уҡ Көньяҡ ярҙа таврҙар йәшәй, улар Ҡыҙыл Ҡоба археологик мәҙәниәте менән бәйле. Таврҙарҙың сығышы менән Кавказдан булыуына Ҡобан мәҙәниәте эҙҙәре ишаралай. Ҡырымдың таулы һәм яр буйы өлөшөнөң борон Таврика, Таврия, Таврида тип йөрөтөлөүе таврҙарҙан килә.
Таврика тарихының яңы дәүере Ҡырымды скифтар баҫып алыуынан башлана. Был дәүергә халыҡ составындағы сифат үҙгәрештәре хас. Археология мәғлүмәттәре дәлилләүенсә, бынан һуң төньяҡ-көнбайыш Ҡырымда йәшәүселәрҙең төп өлөшөн Днепр буйынан күсеп килгән халыҡтар тәшкил итә[1].
Антиклыҡ дәүере
үҙгәртергәХристос Раштыуаһына тиклем VI—V быуаттарҙа, далаларҙа скифтар хакимлыҡ иткәндә, Элладанан сығыусылар Ҡырым яр буйында үҙҙәренең сауҙа колонияларын нигеҙләй. Пантикапей йәки Боспор (хәҙерге Керчь ҡалаһы) менән Феодосия Боронғо Грецияның Милет ҡалаһы колониясылары тарафынан һалына; әлеге Севастополь тирәһендә урынлашҡан Херсонесты Понтика Гераклеяһы гректары төҙөй.
Б. э. т. V быуаттың беренсе яртыһында Ҡара диңгеҙ буйында үҙаллы ике грек дәүләте барлыҡҡа килә. Береһе — Таврия Херсонесы демократик ҡол биләүселек республикаһы, уның составына көнбайыш Ҡырым ерҙәре (Керкинитида (хәҙерге Евпатория), Калос-Лимени, Черноморское) инә. Херсонес бейек таш диуар менән уратып алынған була. Уны элекке тавр торамаһы урынында Понтика Гераклеяһы гректары нигеҙләй. Икенсеһе — автократик Боспор дәүләте, баш ҡалаһы Пантикапей була. Был ҡаланың акрополе Митридат тауында була, унан алыҫ түгел Мәләк Шишмә һәм Батша ҡурғандары ҡаҙыла. Уларҙа таш төрбәләр, боспор мәҙәниәтенең уникаль ҡомартҡылары табыла.
Грек колониясылары Киммер-Таврика ярҙарына карап төҙөү, виноградсылыҡ, зәйтүн ағастары һәм башҡа культуралар үҫтереү кәсептәрен алып килә, ҡорамдар, театрҙар, стадиондар төҙөй. Ҡырымда йөҙҙәрсә грек полисы үҫеп сыға. Антик дәүер гректары Ҡырым тураһында бөйөк тарихи-әҙәби ҡомартҡылар ижад итә. Ҡырым материалын файҙаланып, Еврипид «Ифигения Тавридала» драмаһын яҙа. Таврия Херсонесында һәм Киммер Боспорында йәшәүсе гректар «Илиада» менән «Одиссея»ны белә. Б. э. т. V быуатта Геродот скифтарҙың дине, таврҙар тураһында яҙа.
Б. э. т. III быуат аҙағына скифтар дәүләте сарматтар баҫымы аҫтында ныҡ ҡына ҡыҫыла. Скифтар үҙ баш ҡалаһын Салғыр йылғаһы (Симферополь эргәһендә) буйына күсерергә мәжбүр була, унда Скиф Неаполе (грекса исеме Неаполис) ҡалаһы үҫеп сыға.
Рим протектораты
үҙгәртергәБ. э. I быуаты уртаһына Ҡырымда римдар төпләнә. Боспор батшалығы Римға буйһона. Римдар Харакс ҡәлғәһен төҙөй, уны III быуатта ташлап китәләр. Римдар Ҡырым тауҙары аша Виа Милитарис/Via Militaris (Календи һуҡмағы) юлын һала, был юл Херсонесты Ҡырымдың көньяҡ ярындағы Ай-Тодор мороно менән тоташтыра. Рим осоронда Ҡырымда христианлыҡ тарала башлай. Һөргөнгә ебәрелгән 4-се Рим Папаһы Климент I Ҡырымдағы тәүге христиандарҙың береһе була.
Антиклыҡ ахырында Ҡырым
үҙгәртергәҠырымда Скиф дәүләте б. э. III быуатына тиклем йәшәй һәм готтар тарафынан юҡ ителә. Готтар оҙаҡ тотҡарланмай. 370 йылда Тамань ярымутрауынан бәреп ингән Баламбер готтары уларҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм таулы Ҡырымда XVII быуатҡа тиклем нығынып ҡала (ҡырым готтары). IV быуат аҙағына Ҡырымда антик ҡалаларҙан Таврия Херсонесы ғына тороп ҡала. Ул бында Византия йоғонтоһон һаҡлай. Император Юстиниан дәүерендә Ҡырымда Алустон, Гурзуф, Симболон һәм Судак ҡәлғәләренә нигеҙ һалына, Боспор төҙөкләндерелә.
Урта быуаттар
үҙгәртергәVI быуатта Ҡырым буйлап төркиҙәр үтә. VII быуатта күсмә болғарҙар һуғыла. VIII быуат башында Ҡырымды Византия менән Хазар ҡағанаты бүлешә. VIII быуатта Византияла иконаларға ҡаршы көрәш башлана, иконалар һәм ҡорамдарҙағы биҙәктәр юҡ ителә. Ҡурҡыуға ҡалған монахтар империяны ташлап китә, башҡа төбәктәргә, шул иҫәптән Ҡырымға күсенә. Бындағы тау мәмерйәләрендә улар Успение, Качи-Кальон, Шулдан, Челтер һәм башҡа ҡорамдар һәм монастырҙар төҙөй.
VI—XII быуаттарҙа Көньяҡ-көнсығыш Ҡырымда феодаль мөнәсәбәттәр үҫә, нығытылған «мәмерйә ҡалалары» барлыҡҡа килә.
IX быуатта Ҡырымға бәшнәктәр менән венгрҙар килә. X быуат башында Ҡырымда рустар (Хельгу) менән хазарҙар (Песах) ғәскәрҙәре бәрелешә. Хазар ҡағанатының һәләкәтенән һуң Ҡырымдың хазар өлөшө боронғо урыҫ Тмутаракань кенәзлеге йоғонтоһона күсә. Был осорҙа Корчев ҡалаһының әһәмиәте арта. 988 йылда Киев кенәзе Владимир Таврия Херсонесын бер нисә ай буйы ҡамап тота һәм уны яулай. Владимир император Василий II-гә үҙ шарттарын ҡуя һәм Византия батшаһының ҡыҙы Аннаға өйләнә.
Ҡараимдарҙың ярымутрауҙағы тәүге эҙҙәре XII быуатҡа тура килә. Ҡараимдар хазарҙарҙың вариҫтары тип иҫәпләнә. Милли диндәре ҡараимсылыҡ тип атала һәм ул VIII быуатта уҡ Вавилонда барлыҡҡа килә.
Византияның ҡеүәте кәмегәс, уның Ҡырымдағы әүәлге биләмәләрендә готаландар (ҡырым готтары) тарафынан Феодоро тигән православие христиандары кенәзлеге нигеҙләнә. Баш ҡалаһы Мангуп тигән иң ҙур «мәмерйә ҡалаһында» урынлашҡан була.
1223 йылда Ҡырымға Жебенең татар-монгол ғәскәрҙәре бәреп инә, ләкин улар тиҙ арала китеп бара. Далалы Ҡырым 1250 йылдан һуң ғына Алтын Урҙа биләмәһенә әүерелә. Ҡырым ҡалаһы ярымутрауҙың административ үҙәге була. Ҡарасубазар ҡалаһы Ҡырым улусының тағы бер ҙур ҡалаһы булып тора. Ҡырым ханы Мәнгүтимер тарафынан сығарылған тәүге тәңкәләр 1267 йылға ҡарай. Генуяла сауҙаның дәррәү үҫеүе һәм Кәфәнең яҡын булыуы арҡаһында Ҡырым тиҙ арала эре сауҙа һәм һөнәрселек ҡалаһына әүерелә.
XIV быуатта Ҡырымдың бер өлөшөн генуялылар ала. Был осорға Ҡырымда ҡыпсаҡ теле киң тарала, быны Кодекс Куманикус дәлилләй. 1367 йылда Ҡырым Мамайға буйһона.
1397 йылда литва кенәзе Витовт Ҡырымға һөжүм итә һәм Кәфәгә тиклем барып етә. Йеҙигәйҙе тар-мар иткәндән һуң, Херсонес харабаларға әйләнә (1399 йыл).
Ҡырым ханлығы һәм Ғосман империяһы
үҙгәртергәАлтын Урҙа тарҡалғандан һуң 1441 йылда Ҡырымда ҡырым татары халҡы һәм уның дәүләте булған Ҡырым ханлығы барлыҡҡа килә[2]. Ул Ҡырымдың дала һәм тау алды өлөшөн, шулай уҡ Дунай менән Днепр араһын, Аҙау буйын һәм хәҙерге Рәсәйҙең Краснодар крайына ҡараған ерҙәрҙең күп өлөшөн биләй. Был мәлгә Ҡырым ярымутрауы Ҡырым ханлығы, таулы Феодоро кенәзлеге һәм көньяҡ яр буйындағы Генуя колониялары араһында бүлгесләнгән була.
1475 йылдың йәйендә ғосманлы төрөктәр Ҡырымға һәм Аҙау буйына Гәдик Әхмәт пашаның ҙур ғәскәрен килтереп төшөрә. Быға тиклем улар Константинополь менән элекке Византия империяһы биләмәләрен баҫып алған була. Йәнә Генуяның бөтә ҡәлғәләрен һәм грек ҡалаларын да ҡулдарына төшөрәләр. Июлдә Мангуп ҡамауға алына. Ҡалаға бәреп ингән төрөктәр уның бөтә халҡын тиерлек ҡырып бөтөрә, ҡаланы талай һәм яндыра. Ҡырымдың диңгеҙ буйы ҡалалары һәм таулы өлөшө Ғосман империяһы составына инә. Төрөктәр Кәфә пашалығын төҙөй. Һуңыраҡ ул эйәләткә әүерелдерелә. Унда ғосмандар гарнизондар, чиновниктар аппаратын тота, һалымдар йыя. 1478 йылдан Ҡырым ханлығы Ғосман империяһының вассалына әйләнә. Артабан өс быуат буйы Ҡара диңгеҙ төрөктәрҙең «эске күле» булып тора.
XVI быуатҡа Ғосман империяһы стратегик оборонаға күсә, нигеҙҙә йылға тамаҡтарында ҡәлғәләр төҙөй, үҙенсәлекле буфер зоналары булдыра, Ҡырымды файҙаланып, Польша һәм Рәсәй менән һуғыштарҙы был илдәрҙең эске биләмәләренә күсерә[3].
XVI быуатта төрөктәр итальян белгестәре ярҙамы менән Перекопта Ор-Ҡапу ҡәлғәһен төҙөй. Ошо ваҡыттан алып Перекоп уры Төрөк уры тип тә йөрөтөлә. XV быуат аҙағынан Ҡырымда татарҙар хужалыҡ итеүҙең күсмә төрҙәренән ултыраҡ баҫыусылыҡҡа күсә башлай. Ҡырым татарҙары көньяҡта баҡсасылыҡ, виноградсылыҡ, тәмәке үҫтереү менән шөғөлләнә. Дала төбәктәрендә малсылыҡ (айырыуса һарыҡсылыҡ һәм йылҡысылыҡ) үҫешә.
XV быуат аҙағынан Ҡырым ханлығы Урыҫ дәүләтенә һәм Речь Посполитаға барымталар яһап тора. Улар кешеләрҙе урлап, төрөк баҙарҙарында ҡоллоҡҡа һаталар. Ҡырым баҙарҙары аша үткән ҡолдар һаны өс миллион тип баһалана. [4]
Алтын Урҙа иҙеүенән ҡотолғас, Урыҫ дәүләте алдына ҡабаттан Ҡара диңгеҙгә сығыу бурысы баҫа. Ҡазан һәм Әстерхан ханлыҡтарын ҡыйратҡас, Рәсәй баҫҡынсылыҡ ниәтен көньяҡҡа төрөк-татар йүнәлешенә күсерә. Яулап алынған ерҙәрҙе үҙләштереп, ҡалалар төҙөй баралар. Урыҫ ғәскәрҙәренең XVI һәм XVII быуаттарҙағы Ҡырым походтары уңышһыҙ була. Ҡырым ярымутрауын яулап алыу XVIII быуатта Урыҫ империяһы өсөн иң мөһим бурысҡа әүерелә[3].
XVIII быуат
үҙгәртергәУрыҫ-төрөк һуғышы (1735—1739) барышында Рәсәйҙең 62 мең кешеле Днепр армияһы генерал-фельдмаршал Бурхард Христофор Миних етәкселегендә 1736 йылдың 20 майында Перекоп эргәһендәге Ғосман нығытмаларын, 17 июндә Баҡсаһарайҙы тартып ала. Ләкин аҙыҡ-түлек етешмәү, эпидемиялар башланыу Минихты Рәсәйгә сигенергә мәжбүр итә. 1737 йылдың июлендә генерал-фельдмаршал Петр Ласси етәкселегендәге армия Ҡырымға бәреп инә, ул Ҡарасубаҙарҙы ала. Тик ул да кәрәк-яраҡ етешмәгәнлектән сигенә. Ярымутрауҙы бөлдөрөү урыҫ ғәскәрҙәре һөжүмдәренең берҙән-бер һөҙөмтәһе булып тора, сөнки Рәсәйҙең хужалыҡ итеү алып барылған төбәктәре менән яулап алынған ерҙәр араһы бик алыҫ була һәм хужалыҡ тәьминәтен дә, һөҙөмтәле оборонаны ла тормошҡа ашырып булмай [3]. Ҡырымды Рәсәйгә ҡушылдырыу мөмкинлеге яңы баҫып алынған ерҙәрҙә кәрәкле плацдармды хасил иткәс кенә мөмкин була. Ҡырым ханлығы менән Ғосман империяһы Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйының урыҫ колонияһына әйләндерелеүенә ҡаршы аяуһыҙ көрәшһә лә, 1771 йылда генерал-аншеф В. М. Долгоруков армияһы Ҡырымды яулап ала. Бының өсөн Долгоруков һуңыраҡ император Екатерина II тарафынан алмастар менән биҙәлгән шпага, изге Андрей Первозванный орденына беркетелә торған алмастар һәм Ҡырым титулы менән бүләкләнә. Кенәз Долгоруков Ҡырым ханы Сәлимде Төркиәгә ҡасырға мәжбүр итә һәм уның урынына Рәсәй яҡлы хан Сәхип II Гәрәйҙе ултырта. Сәхип Гәрәй Рәсәй менән союз төҙөй, Рәсәй уға хәрби һәм аҡса ярҙамы вәғәҙә итә.
1768—1774 йылдарҙағы Урыҫ-төрөк һуғышы Ҡырымда Ғосман хакимлығына нөктә ҡуя һәм, 1774 йылғы Көсөк-Ҡайнаржа солох килешеүенә ярашлы, ғосмандар рәсми рәүештә Ҡырымдан баш тарта. Аҙау диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә сыға торған урындарҙағы Керчь, Яңы Ҡале ҡәлғәләре Рәсәйгә күсә. Керчь боғаҙы Рәсәйҙең көньяҡтағы сауҙаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Ҡырым ханлығы Төркиәнән азат тип иғлан ителә. Әүәле Ғосман империяһы биләгән Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Ҡырым Ҡырым ханлығына күсә. Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙгә сығыу бурысы яртылаш хәл ителә[1].
Ләкин Төркиә Ҡырым һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйынан ҡолаҡ ҡағыуы менән тиҙ генә килешә алмай. Төрөк солтаны юғары хәлиф булараҡ дини власты һәм яңы хандарҙы раҫлау хоҡуғын үҙ ҡулында тота, шунлыҡтан Ҡырым ханлығына баҫым яһау мөмкинлеген һаҡлап ҡала. Һөҙөмтәлә Ҡырым аҡһөйәктәре ике төркөмгә бүленә, берәүҙәре урыҫтар, икенселәре төрөктәр яҡлы була. Араларында бәрелештәр булып тора[1], ә яңы раҫланған хандарҙы Ҡырым тәхетенә ултыртыу өсөн хатта урыҫ ғәскәрҙәренең ҡыҫылыуы талап ителә.
Ҡырымды бойондороҡһоҙ тип иғлан итеүгә өлгәшкән Екатерина II уны Рәсәйгә ҡушыу хыялы менән яна. Быны Рәсәйҙең тормошсан мәнфәғәттәре талап итә. Ҡырым Урыҫ дәүләте өсөн ифрат ҙур хәрби-сәйәси һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә була. Әммә солтан Төркиәһе лә Таврия ярымутрауынан баш тартырға йыйынмай. Көсөк-Ҡайнаржа солох килешеүе булһа ла, Рәсәй менән Төркиә араһында Ҡырым өсөн көрәш һис туҡталмай.
Рәсәй ярҙамы менән 1777 йылда Ҡырым ханы тәхетенә ултырған Шаһин Гәрәй Ҡырымдың һуңғы ханы була. Салоники менән Венецияла уҡыған, бер нисә тел белгән Шаһин Гәрәй милли татар ғөрөф-ғәҙәттәрен һанға һуҡмай, Европа өлгөһөнә эйәреп, дәүләттә реформалар үткәрергә, идаралыҡты ла үҙгәртеп ҡорорға, Ҡырымдағы мосолмандар менән башҡа диндәрҙәгеләрҙе хоҡуҡи йәһәттән тигеҙләргә тырыша. Уны үҙ халҡы дәһри һәм хыянатсы тип таба.
1778 йылдың мартында Ҡырымдағы һәм Ҡобандағы урыҫ ғәскәрҙәре командующийы итеп Александр Суворов ҡуйыла, ул ярымутрау оборонаһын тамырҙан нығыта һәм төрөк флотын Ҡырым һыуҙарынан китергә мәжбүр итә.
1778 йылда Суворов ул саҡтағы Новороссийск, Аҙау, Әстерхан, Һарытау губерналары идарасыһы (генерал-губернаторы) кенәз Потёмкин бойороғо буйынса Ҡырымдың христиан динле халҡының (әрмәндәр, гректар, волохтар, грузиндар) Рәсәй подданныйлығын алыуына һәм Аҙау диңгеҙе буйындағы, Дон тамағындағы яңы ерҙәргә күсеп ултырыуына булышлыҡ итә (проект Екатерина II-гә 1778 йылдың мартында генерал-фельдмаршал граф Румянцев тарафынан тәҡдим ителә). Был, бер яҡтан, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы уңдырышлы ерҙәрҙе (беренсе сиратта — бөтөрөлгән Запорожье Сечының бушап ҡалған ерҙәрен, сөнки Запорожье казактарының бер өлөшө Дунай аръяғына китә, ҡалғандары Ҡобанға күсенергә мәжбүр ителә) йәһәтерәк төйәкләндереү ихтыяжынан килеп сыға. Икенсе яҡтан, әрмәндәр менән гректарҙы Ҡырымдан күсереү Ҡырым ханлығын иҡтисади яҡтан көсһөҙләндереү һәм уның Рәсәйҙән бойондороҡлолоғон арттырыу маҡсатында эшләнә. Суворов башлаған эш-ғәмәлдәр Шаһин Гәрәйҙе һәм татар аҡһөйәктәрен ярһыта, сөнки халыҡтың иҡтисади әүҙем өлөшө китеү менән ҡаҙна килемһеҙ ҡала. «Подданныйҙарын юғалтыуын» ҡаплар өсөн ханға, уның ағай-энеһенә, бейҙәргә һәм мырҙаларға Урыҫ дәүләте ҡаҙнаһынан 100 мең һум аҡса түләнә[5]. 1778 йылдың майынан сентябренә тиклем Ҡырымдан Аҙау буйына һәм Новороссияға 31 мең кеше күсерелә[1][6][7][8]. Ҡырымдың көнбайыш һәм көньяҡ ярын биләгән гректарҙы Суворов Аҙау диңгеҙенең төньяҡ ярына күсерә, улар унда Мариуполь ҡалаһын һәм 20 ауыл төҙөй. Ҡырымдың башлыса көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә (Феодосия, Иҫке Ҡырым, Сурхат һ. б.) әрмәндәрҙе Дондың түбәнендә Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе тирәһенә күсерәләр, улар унда Дондағы Нахчиван ҡалаһына һәм уның эргәһендәге 5 ауылға нигеҙ һала (хәҙерге Дондағы Ростов урынында). Христиандар китеү менән ханлыҡ тамам бөлдөрөлә.
1779 йылдың 10 мартында Рәсәй менән Төркиә Айналы-Ҡаваҡ конвенцияһына ҡул ҡуя. Уға ярашлы, Рәсәй ҙә, Төркиә лә Ҡырым ярымутрауынан ғәскәрҙәрен сығарырға, ханлыҡтың эске эштәренә ҡыҫылмаҫҡа тейеш була. Төркиә Шаһин Гәрәйҙе Ҡырым ханы тип таный, Ҡырымдың бойондороҡһоҙлоғон һәм урыҫ сауҙа судноларының Боспор һәм Дарданелла аша ирекле үтеп йөрөү хоҡуғын раҫлай. Рәсәй ғәскәрҙәре, Керчтә һәм Яңы Ҡалелә алты меңлек гарнизонын ҡалдырып, 1779 йылдың июнендә Ҡырым менән Ҡобандан китә[1].
Ғосман Портаһы Көсөк-Ҡайнаржа солох килешеүенән күрелгән юғалтыуҙар менән килешә алмай һәм Ҡырым ханлығына йоғонтоһон ҡайтарырға тырыша. 1781 йылдың көҙөндә Ҡырымда Төркиә ҡотҡоһо буйынса сираттағы ихтилал башлана. 1782 йылдың йәйендә Екатерина II кенәз Потёмкинға ҡолатылған Шаһин Гәрәйгә ярҙамға урыҫ ғәскәрҙәрен ебәрергә бойора[9]. Сентябрҙә урыҫ ғәскәренең булышлығы менән Шаһин Гәрәй хан тәхетен ҡайтарып ала.
Рәсәй империяһына ҡушылыу
үҙгәртергәТөркиәнән хәүеф янауы арҡаһында илдең көньяғында ҡеүәтле нығытмалар төҙөлә һәм сик буйы губерналарында хужалыҡты үҫтереү саралары күрелә. Был өлкәләрҙең идарасыһы булараҡ Потёмкин Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыу ихтыяжы тыуыуын таный. 1782 йылдың декабрендә Херсондан ҡайтҡан Потёмкин Екатерина II-гә үҙ ҡарашын тасуирлаған меморандумын тапшыра[9].
Константинополде баш ҡала итеп, Византия империяһын тергеҙеүҙе һәм тәхетенә урыҫтар яҡлы хакимды ултырыуҙы күҙҙә тотҡан Грек проекты эсенә ингән был планды тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ Потёмкиндың Новороссияны киңәйтеү, ҡәлғәләр төҙөү һәм хужалыҡты үҫтереү буйынса эшмәкәрлеге аша булдырыла. Шулай итеп, ярымутрауҙы Рәсәйгә ҡушыу буйынса хәл иткес эштәрҙе нәҡ ул башҡара[9].
1782 йылдың 14 декабрендә ҡатын батша Потёмкинға «бик йәшерен» хат ебәрә, унда уға үҙенең «ярымутрауҙы тартып алыу»ға ихтыярын иғлан итә. 1783 йылдың яҙында хәл ителгәненсә, Потёмкин көньяҡҡа барырға һәм Ҡырым ханлығын Рәсәйгә ҡушыу менән шәхсән идара итергә тейеш була. 8 (21) апрелдә император «Ҡырым ярымутрауын, Тамань утрауын һәм бөтә Ҡобан яғын Рәсәй державаһына алыу тураһында» манифесҡа ҡул ҡуя. Был документты Екатерина Потёмкин менән бергә эшләй. Ханлыҡты Рәсәйгә ҡушыу ғәмәлгә ашырылып бөтмәй тороп ул документ сер итеп тотолорға тейеш була. Шул уҡ көндө Потёмкин көньяҡҡа юллана, әммә юлда саҡта уҡ Шаһин Гәрәйҙең ханлыҡтан баш тартыуы тураһындағы хәбәрҙе ала[9]. Быға Шаһин Гәрәй үткәргән сәйәсәткә ҡарата халыҡтың нәфрәтле мөнәсәбәте, дәүләттең бөлгөнлөккә төшөүе, урыҫ властары менән үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ сәбәпсе була[1].
Ҡобанда хәлдең айырыуса ҡатмарлашыуы ихтималлығынан сығып, Потёмкин Александр Суворов менән ҡәрҙәше П. С. Потёмкинға Ҡобандың уң ярына ғәскәр сығарырға ҡуша. Кенәздең бойороғон алғас, Суворов элекке Ҡобан һыҙығына ғәскәрен ҡуя һәм Потёмкин тарафынан тәғәйенләнгән көнгә — Екатерина II-нең тәхетте биләү датаһы булған 28 июнгә — нуғайҙарҙы ант биреү тантанаһына әҙерләй башлай. Бер үк ваҡытта Кавказ корпусы командующийы П. С. Потёмкин Ҡобандың үр яғында антлашыу тантанаһын үткәрергә тейеш була[9].
Ҡырымға генерал-поручик граф де Бальмен етәкселегендәге урыҫ ғәскәрҙәре индерелә. 1783 йылдың июнендә Ҡарасубаҙарҙа кенәз Потёмкин Ҡырым аҡһөйәктәренең һәм халыҡтың бөтә ҡатламдары вәкилдәренең Рәсәйгә тоғролоҡ тураһындағы антын ҡабул итә. Ҡырым ханлығы йәшәүҙән туҡтай[1], уның юғары ҡатламы (300-ҙән ашыу ырыу) Рәсәй дворянлығына ҡушылып китә һәм яңы ойошторолған Таврия өлкәһенә идара итеүҙә ҡатнаша.
Екатерина II фарманы буйынса көньяҡ-көнбайыш яр буйында буласаҡ Ҡара диңгеҙ флоты өсөн гавань һайлау сараһы күрелә. II ранг капитаны И. М. Берсенев «Осторожный» фрегатында Таврия Херсонесы харабаларынан алыҫ түгел Әхтиәр ҡасабаһы эргәһендәге бухтаны файҙаланырға тәҡдим итә. Екатерина II 1784 йылдың 10 февралендә сыҡҡан указы менән бында «адмиралтействолы, верфле, ҡәлғәле хәрби порт төҙөргә һәм уны хәрби ҡала итергә» бойора. 1784 йыл башында порт-ҡәлғәгә нигеҙ һалына, уға Екатерина II Севастополь тип атама бирә[1].
Тәүге осорҙарҙа Рәсәй Ҡырымын төҙөкләндереү менән кенәз Потёмкин шөғөлләнә, уға «Таврия кенәзе» тигән титул бирелә.
1783 йылда Ҡырым халҡының һаны 60 меңгә етә[источник не указан 426 дней], улар нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнә (ҡырым татарҙары). Шуның менән бергә, Рәсәй юрисдикцияһы аҫтында булғас, урыҫтар һәм гректар һаны ла арта башлай. Яңы ерҙәрҙе үҙләштерергә болгарҙар һәм немецтар ҙа килә.
1787 йылда император Екатерина Ҡырымға данлы сәйәхәтен тормошҡа ашыра. Сираттағы урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында ҡырым татарҙары араһында сыуалыштар башлана, шул арҡала улар йәшәгән биләмәләрҙе ныҡ ҡына ҡыҫҡарталар. 1796 йылда өлкә Новороссия губернаһы составына индерелә. 1802 йылда яңынан үҙаллы административ берәмеккә әйләндерелә. XIX быуат башында Ҡырымда виноград үҫтереү (Магарач) һәм суднолар төҙөү (Севастополь) тармаҡтары үҫә, юлдар төҙөлә. Кенәз Воронцов ваҡытында Ялта төҙөкләндерелә башлай, Воронцов һарайына нигеҙ һалына, ә Ҡырымдың көньяҡ яр буйы курортҡа әйләндерелә.
Ҡырым һуғышы
үҙгәртергә1854 йылдың июнендә инглиз-француз флотилияһы Рәсәйҙең Ҡырымдағы яр буйы нығытмаларын утҡа тота, ә сентябрҙә Евпаторияға союздаштар (Бөйөк Британия, Франция, Ғосман империяһы) десантын төшөрөү башлана. Тиҙҙән Альмалағы алыш була. Октябрҙә Севастополь ҡамауға алына. Унда Малахов ҡурғанында Корнилов һәләк була. 1855 йылдың февралендә урыҫтар Евпаторияны штурмлай, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай. Майҙа инглиз-француз флоты Керчте ала. 1855 йылдың июлендә Севастополдә оборона тотоусыларҙы рухландырып торған адмирал Нахимов һәләк була. 1855 йылдың 11 сентябрендә Севастополь ҡолай, ләкин һуғыштан һуң айырым шарттар менән Рәсәйгә ҡайтарыла.
Ҡырым XIX быуат аҙағы — XX быуат башында
үҙгәртергә1874 йылда Симферополде Александровск (хәҙерге Запорожье) менән тимер юл тоташтыра. Ҡырымдың курорт статусы Ливадияла батшаның йәйге резиденцияһы булған Ливадия һарайы барлыҡҡа килгәс күтәрелә.
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ҡырымда 546 700 кеше йәшәй. Уларҙың 35,6 проценты — ҡырым татарҙары, 33,1 проценты — великоростар, 11,8 проценты — малоростар, 5,8 проценты — немецтар, 4,4 проценты — йәһүдтәр, 3,1 проценты — гректар, 1,5 проценты — әрмәндәр, 1,3 проценты — болгарҙар, 1,2 проценты — поляктар, 0,3 проценты төрөктәр була.
1905 йылдың ноябрендә лейтенант Шмидт етәкселегендә Севастополь ихтилалы була.
Ҡырым Граждандар һуғышында
үҙгәртергәРеволюция алдынан Ҡырымда 800 мең кеше, шул иҫәптән 400 мең урыҫ һәм 200 мең татар, шулай уҡ 68 мең йәһүд, 40 мең немец йәшәй. 1917 йылдың Февраль ваҡиғаларынан һуң татарҙар Милли Фирҡәгә берләшә һәм ярымутрауҙа власты ҡулдарына төшөрөргә тырыша.
1917 йылдың 16 декабрендә Севастополдә большевистик Хәрби-революцион комитет ойошторола, ул власты үҙ ҡулына ала. 1918 йылдың 4 ғинуарында большевиктар ҡырым татарҙары берләшмәләрен ҡыуып сығарып, Феодосияла, 6 ғинуарҙа Керчтә власты ала. 8 ғинуарҙан 9-ына ҡаршы төндә Ҡыҙыл гвардия Ялтаға инә. 14 ғинуарға ҡаршы төндә Симферополде алалар. 1918 йылдың 19 мартында Ҡырымда Таврида Совет социалистик республикаһы иғлан ителә.
1918 йылдың 22 апрелендә полковник Болбочан етәкселегендәге украин ғәскәрҙәре Евпатория менән Симферополде ҡулға төшөрә, улар артынса генераль фон Коштың герман ғәскәрҙәре килеп етә. Киев менән Берлин араһындағы килешеү буйынса 27 апрелдә украин частары Ҡырымдан сыға һәм ярымутрауға дәғүәләшеүҙән баш тарта[10]. Яңы баҫҡынсылар менән союзға ингән ҡырым татарҙары ла баш күтәрә. 1918 йылдың 1 майына герман ғәскәрҙәре бөтөн Ҡырым ярымутрауын оккупациялай. 1918 йылдың 1 майы — 15 ноябре — Ҡырым ғәмәлдә Германия оккупацияһы аҫтында, ә де-юре Сөләймән Сулькевичтың автономиялы Ҡырым край хөкүмәте идараһы аҫтында (23 июндән) була. 1918 йылдың 25 ноябрендә Севастополь портына союздаштар эскадраһы килә, ҡалаға француз ғәскәрҙәре аяҡ баҫа.
- 1918 йылдың 15 ноябре — 1919 йылдың 11 апреле — союздаштар бағыуы аҫтында Икенсе Ҡырым край хөкүмәте;
- 1919 йылдың апрель—июне — РСФСР составындағы Ҡырым Совет Социалистик Республикаһы;
- 1919 йылдың 1 июле — 1920 йылдың 12 ноябре — Рәсәй Көньяғының ҡораллы көстәре баш командующийҙары А. И. Деникин (1920 йылдың 4 апреленә тиклем) һәм П. Н. Врангель (1920 йылдың 4 апреленән) етәкселегендәге Рәсәй Көньяғы хөкүмәттәре.
5 апрелдә Деникин отставкаға китеүе һәм вазифаһын генерал Врангелгә тапшырыуы тураһында белдерә. 3 августа аҡтар Александровскиҙы ала, ләкин иртәгәһенә үк ҡалдырырға мәжбүр була.
1920 йылдың 12 ноябрендә Ҡыҙыл армия Перекопта оборонаны өҙөп, Ҡырымға бәреп инә. 13 ноябрҙә Ф. К. Миронов командалығы аҫтындағы 2-се Атлы армия Симферополде ала. Врангель ғәскәрҙәренең күп өлөшө портлы ҡалалар аша ярымутрауҙан китә. Баҫып алынған Ҡырымда большевиктар халыҡ араһында террор үткәрә, уның һөҙөмтәһендә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 20-нән 120 меңгә тиклем кеше һәләк ителә[11]
Граждандар һуғышы аҙағында Ҡырымда 720 мең кеше йәшәгән була.
Ҡырым СССР составында
үҙгәртергәРСФСР составындағы Автономиялы Ҡырым Социалистик Совет Республикаһы 1921 йылдың 18 октябрендә элекке Таврия губернаһының бер өлөшөндә ойошторола. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты менән Халыҡ Комиссарҙары Советының Ҡырым Совет Социалистик Республикаһы автономияһы тураһындағы декреты нигеҙендә ул «Ҡырым ярымутрауы сиктәрендә булған Джанкой, Евпатория, Керчь, Севастополь, Симферополь, Феодосия һәм Ялта округтарынан төҙөлә»; республиканың төньяҡ сиктәре тураһындағы мәсьәлә айырым ҡарауға ҡалдырыла.
1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ 75 меңдән ашыу ҡырымлының ғүмерен өҙә. 1923 йылдың яҙына бөтә һәләк булғандарҙың һаны 100 меңдән ашҡандыр, тип фараз ителә. Аслыҡ эҙемтәләрен тик 1920-се йылдар уртаһына ғына бөтөрөүгә өлгәшелә.
1925 йылдың 16 июнендә Артек пионерҙар лагеры асыла.
Ҡырым Бөйөк Ватан һуғышында
үҙгәртергә1941 йылдың 18 авгусында Сталин фарманы буйынса 60 меңдән ашыу Ҡырым немецы депортациялана[12].
1941 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия Ҡырымды ҡалдырып, Тамань ярымутрауына сигенергә мәжбүр була, тик Севастополде обороналауҙы ғына дауам итә. Декабрь аҙағында контрһөжүмгә күсә. Тәүҙә ул уңышлы бара, ләкин 1942 йылдың майында Ҡырым фронты ғәскәрҙәре Керчь боғаҙы артына ҡыуыла. Ҡайһы бер ғәскәри төркөмдәр Ҡырымдан сыға алмай һәм Аджимушкай таш сығарыу карьерҙарын биләй. Аҙыҡ-түлек, һыу, дарыуҙар, ҡорал һәм боеприпастар етешмәһә лә, 1942 йылдың октябренә тиклем оборона тоталар.
Севастополде обороналау 1942 йылдың июль башына тиклем дауам итә.
Оккупацион властар Украина рейхскомиссариаты составында Ҡырым генераль округын (Таврия ярымокругы) төҙөй, ләкин ғәмәлдә власть хәрби хакимиәт ҡулында була. Нацизм сәйәсәтенә ярашлы, оккупацияланған территорияла коммунистар һәм «расаһы буйынса кәмселекле элементтар» (йәһүдтәр, сиғандар, ҡырымчаҡтар, ҡараимдар) ҡырыла. Ҡырымда оккупанттарға ҡаршы партизандар хәрәкәте йәйелдерелә.
1943 йылдың 31 октябрендә Керчь ярымутрауын азат итеү маҡсатында Керчь-Эльтиген операцияһы башлана. Маҡсатҡа өлгәшелмәһә лә, Аҙау диңгеҙенән Керчь янына тиклемге плацдарм яулана, ул 1944 йылда Ҡырым операцияһы башланғансы ҡулда тотола.
1944 йылдың 11 апрелендә Совет армияһы Ҡырымды азат итеү операцияһын башлай. Джанкой менән Керчь алына. 13 апрелгә — Симферополь менән Феодосия, 9 майға Севастополь азат ителә. Иң аҙаҡтан Херсонес мороно немец фашистарынан таҙартыла.
Һуғыш Ҡырымда милләт-ара ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы көсәйтә. 1944 йылдың май-июнендә ярымутрауҙан ҡырым татарҙары (183 мең кеше[13]), әрмәндәр, гректар һәм болгарҙар күсерелә. СССР Юғары Советы Президиумының 1967 йылдың 5 сентябрендәге «Ҡырымда йәшәгән татар милләтле граждандар тураһында» 493-сө Указында былай тиелә: «1944 йылда Ҡырымды фашист оккупацияһынан азат иткәндән һуң Ҡырымда йәшәгән татарҙарҙың бер өлөшөнөң немец илбаҫарҙары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе факттары нигеҙһеҙ рәүештә Ҡырымдың бөтә татар халҡына күсерелә».
1945 йылдың 4 - 11 февралендә Ялтала Гитлерға ҡаршы коалицияға ингән өс бөйөк держава етәкселәренең конференцияһы була.
1946 йылдың 25 июнендә РСФСР Юғары Советы Ҡырым АССР-ының Ҡырым өлкәһе итеп үҙгәртелеүен раҫлай һәм Рәсәй Конституцияһына тейешле үҙгәреште индерә[14].
Һуғыш, оккупация һәм депортация һөҙөмтәһендә Ҡырымдың халҡы өс тапҡырға кәмей. 1939 йылда Ҡырымда 1 126 426 кеше йәшәһә, 1944 йылдың октябренә 379 000 кеше ҡала. Ҡырымға Рәсәйҙән һәм Украинанан кешеләрҙе күсереү сараһы әүҙем алып барылһа ла, ярымутрауҙа хужалыҡ итеү 1960-сы йылдарға ғына аяҡҡа баҫа.
УССР составында: 1954—1991
үҙгәртергә1954 йылда, «Ҡырым өлкәһе менән Украин ССР-ы араһында иҡтисад уртаҡлығын, территориаль яҡынлыҡты һәм тығыҙ хужалыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып», совет етәкселеге Ҡырымды Украин ССР-ы составына тапшыра.
1991 йылдың 20 ғинуарында Украин Совет Социалистик Республикаһының Ҡырым өлкәһендә дөйөм Ҡырым референдумы үтә[15]. Дөйөм тауыш биреүгә: «Һеҙ ССР Союзы субъекты һәм Союз договоры ҡатнашыусыһы булараҡ Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик республикаһын тергеҙеү яҡлымы?»[15] тигән һорау ҡуйыла. Ҡырым АССР-ын тергеҙеүгә ҡарата Ҡырымда йәшәүселәрҙән тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 93,26 проценты ыңғай тауыш бирә[15][16].
1991 йылдың 12 февралендә референдум нигеҙендә УССР-ҙың Юғары Советы «Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын тергеҙеү тураһында» закон ҡабул итә[17][18], ә 4 айҙан Украин ССР-ының 1978 йылғы Конституцияһына тейешле үҙгәрештәрҙе индерә [19].
Бойондороҡһоҙ Украина составында
үҙгәртергә1991 йылдың 24 авгусында УССР Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғо тураһында ҡарар һәм акт ҡабул итә, улар 1991 йылдың 1 декабрендә Бөтөн украин референдумында раҫлана.
1991 йылдың 4 сентябрендә Ҡырым Автономиялы Республикаһының ғәҙәттән тыш сессияһы республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Унда Украина составында хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә ынтылыш тураһында әйтелә[20].
1991 йылдың 1 декабрендә Ҡырымда йәшәүселәр Бөтөн украин референдумында Украинаның бойондороҡһоҙлоғо тураһында тауыш биреүҙә ҡатнаша. Ҡырымлыларҙың 54 проценты Украинаның — БМО-ны ойоштороуҙа ҡатнашҡан илдең — бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау өсөн тауыш бирә. Ләкин бында «Союздаш республиканың СССР-ҙан сығыуы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында» СССР Законының 3-сө статьяһы боҙола, был статьяға ярашлы, Ҡырым АССР-ында уның СССР составында ҡалырғамы, әллә унан сығыусы Украин ССР-ы составында булырғамы тигән һорау буйынса айырым (дөйөм Ҡырым) референдумы үткәрелергә тейеш була[21].
1992 йылдың 5 майында Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Советы «Ҡырым Республикаһының дәүләт үҙаллылығын иғлан итеү тураһында акт» декларацияһын ҡабул итә[22].
Ошо уҡ ваҡытта Рәсәй парламенты Ҡырымды УССР составына тапшырыу тураһындағы 1954 йылғы ҡарарҙы юҡҡа сығарыу өсөн тауыш бирә.
1992 йылдың 6 майында Ҡырым Автономиялы Республикаһы Юғары Советының етенсе сессияһында Ҡырым Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә.[23] Был документтар Украинаның ул саҡтағы ҡануниәтенә ҡаршы килә, улар Украинаның Юғары Радаһы тарафынан 1995 йылдың 17 мартында ғына ғәмәлдән сығарыла.
1992 йылдың 6 майында Ҡырым Автономиялы Республикаһы Юғары Советы ҡарары менән Ҡырым Автономиялы Республикаһының президенты вазифаһы булдырыла.[24]
1994 йылдың 4 февралендә Ҡырым Республикаһы Президенты итеп Юрий Мешков һайлана.
1994 йылдың 27 мартында Ҡырымда референдум менән бергә төбәк парламентына һайлауҙар һәм украин парламентына һайлауҙар үтә.
1994 йылдың 5 декабрендә Будапешт договоры менән Украинаның йәҙрә ҡоралынан баш тартыуы нығытыла. Гарант илдәр, шул иҫәптән РФ, был договорға ярашлы, Украинаның территориаль бөтөнлөгөн хөрмәт итергә һәм һаҡларға йөкләмә ала, йәғни Рәсәй Федерацияһының Украинаға рәсми территориаль дәғүәләре булмай.
1995 йылдың мартында Украина Юғары Радаһы һәм Украина Президенты ҡарары менән Ҡырым Республикаһының 1992 йылғы Конституцияһы ғәмәлдән сығарыла, Ҡырымда президентлыҡ бөтөрөлә[25].
1998 йылдың 21 октябрендә Ҡырым Республикаһы Юғары Радаһының икенсе сессияһында яңы Конституция ҡабул ителә.
2014 йылғы сәйәси кризис. Рәсәй Федерацияһына ҡушылыу
үҙгәртергә2014 йылдың 23 февралендә Керчь ҡала советы өҫтөндә, украин флагы төшөрөлөп, Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы күтәрелә[26]. 25 февралдән башлап Севастополдә лә украин флагтары төшөрөлә[27]. Феодосия казактары Киевтағы яңы власты тәнҡитләй[28]. Евпатория халҡы Рәсәй яҡлылар акцияларына ҡушыла [29]. Украинаның яңы власы Бөркөттө таратҡандан һуң Севастополь башлығы Андрей Чалый фарман сығара[30].
2014 йылдың 27 февралендә Ҡырым Юғары Советы бинаһы йырым билдәләре булмаған кейемле ҡораллы кешеләр тарафынан баҫып алына. Украина Эске эштәр министрлығының бина һаҡсылары ҡыуып ебәрелә, бина өҫтөнә Рәсәй флагы эленә. Ҡырым Юғары Советы депутаттарының мобиль элемтә ҡоролмаларын йыйып алғандан һуң баҫҡынсылар уларҙы эскә үткәрә. Депутаттар Аксёновты Ҡырым хөкүмәтенең яңы башлығы итеп тәғәйенләүгә тауыш бирә һәм Ҡырымдың статусы тураһында референдум үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡырым Юғары Советы матбуғат хеҙмәтенең рәсми белдереүенә ярашлы, был ҡарарға 53 депутат ыңғай тауыш биргән. Ҡырым парламенты спикеры Владимир Константинов әйтеүенсә, уға В. Ф. Янукович шылтыратҡан (уны парламентарийҙар Украина Президенты тип иҫәпләй) һәм телефон аша Аксёнов кандидатураһын яраштырған. Украина Конституцияһының 136-сы статьяһы ошондай яраштырыуҙы талап итә[31].
2014 йылдың 6 мартында Ҡырым Юғары Советы республиканың субъект булараҡ Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһында ҡарар ҡабул итә[32] һәм был һорау буйынса референдум тәғәйенләй[33].
2014 йылдың 11 мартында Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Советы һәм Севастополь ҡала советы Ҡырым Автономиялы Республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә[34][35].
2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда референдум үтә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, унда һайлаусыларҙың 82 проценты самаһы ҡатнаша, уларҙың 96 проценты Рәсәй Федерацияһына инеү өсөн тауыш бирә. 2014 йылдың 17 мартында референдум йомғаҡтарына ярашлы Ҡырым Республикаһы Рәсәйгә ҡушылыу тураһында үтенес ебәрә.
2014 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы менән Ҡырым Республикаһы араһында Ҡырым Республикаһын Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү тураһында дәүләт-ара договорға ҡул ҡуйыла. Договорға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттар — Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәттәге Севастополь ҡалаһы барлыҡҡа килә. 21 мартта Ҡырымда үҙәге Симферополдә урынлашҡан шул уҡ исемдәге федераль округ төҙөлә. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ярымутрау территорияһында урынлашҡан украин хәрби частарының яҙмышы мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Тәүҙә был частарҙы үҙоборона отрядтары ҡамай, унан һуң штурмлай. Штурм ваҡытында украин хәрбиҙәре һүлпәнлек күрһәтә һәм ҡорал ҡулланмай. 22 мартта Рәсәй ваҡытлы матбуғат саралары ҡырымлыларҙың Рәсәй паспорты алырға ашығыуы тураһында хәбәр итә. 24 мартта Ҡырымда һум рәсми валюта булып китә.
2014 йылдың 27 мартында БМО Генераль Ассамблеяһы 68-се сессияһының 80-се пленар ултырышында 68/262 һанлы резолюция сығарыла, уға ярашлы, БМО ГА-һы Украинаның суверенитетын һәм халыҡ-ара танылған сиктәрҙәге территориаль бөтөнлөгөн раҫлай һәм Ҡырым Автономиялы Республикаһының йәки Севастополь ҡалаһының статусы үҙгәреүенең законлылығын танымай, 2014 йылдың 16 мартында үткән референдумдың закон көсөнә эйә түгеллеге билдәләнә[36].
XVIII—XXI быуаттарҙа Ҡырым халҡы
үҙгәртергәҠырымдың Рәсәйгә ҡушылғанынан һуң халыҡ иҫәбен алыуҙар үткәрелмәй, Шаһин Гәрәй мәғлүмәттәре ҡулланыла[37], территорияла алты ҡаймаҡамлыҡ була (Баҡсаһарай, Аҡмәсет, Ҡарасубаҙар, Козлов, Кәфә һәм Перекоп[38]).
1784 йылдың 2 апреленән территория өйәҙҙәргә бүленә[39], 1400 ауылы һәм 7 ҡалаһы — Симферополь, Севастополь, Ялта, Евпатория, Алушта, Феодосия, Керчь — була.
1834 йылда бөтә ерҙә лә ҡырым татарҙары өҫтөнлөк итә, ләкин Ҡырым һуғышынан һуң улар күсеп китә башлай.
1853 йылға 43 мең православие динен тотоусы була, Таврия губернаһында «сит диндәгеләр» араһында римлы католиктар, лютерандар, реформаттар, әрмән католиктары, әрмән григориандары, меннониттар, талмудсы йәһүдтәр, ҡараимдар һәм мосолмандар була.
XIX быуат аҙағында, Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мәғлүмәттәре буйынса [40], Ҡырымда 397 239 кеше йәшәй. Этнографик составы төрлө була: татарҙар, украиндар, урыҫтар, әрмәндәр, гректар, ҡараимдар, ҡырымчаҡтар, немецтар, болғарҙар, чехтар, эстондар, йәһүдтәр, сиғандар. Татарҙар таулы өлкәләрҙә күпселекте (89 процент), дала яҡтарында халыҡтың яртыһын тәшкил итә.
Ҡырымдың тарихи карталары
үҙгәртергә-
1375 йыл
-
1474 йыл
-
1489 йыл
-
1540 йыл
-
1570 йыл
-
1578 йыл
-
1590 йыл
-
1596 йыл
-
1640 йыл
-
1715 йыл
-
1737 йыл
-
1747 йыл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Андреев А. Р.һ. История Крыма: Краткое описание прошлого Крымского полуострова / А. Р. Андреев. — М.: Межрегиональный центр отраслевой информатики Госатомнадзора России, 1997. — 96 с. — ISBN 5-89477-001-7.
- ↑ В.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 С. Н. Киселёв, Н. В. Киселёва. Геополитические аспекты истории Крыма 2016 йыл 4 март архивланған.. // Учёные записки Таврического национального университета, серия «География» 17 (56). 2004, № 3. С. 74-81.
- ↑ Alan Fisher «Muscovy and the Black Sea Slave Trade», Canadian American Slavic Studies, 1972, Vol. 6, стр. 575—594.
- ↑ Болотина Н. Ю. Потёмкин. Глава 9. Государев наместник. М.: Вече, 2014
- ↑ М. Нерсисян. Из истории русско-армянских отношений. Книга первая. А. В. Суворов и русско-армянские отношения в 1770—1790 годах. АнАрмССР, Ереван, 1956
- ↑ Зачем из Крыма изгнали греков? 2016 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Переселение армян с Крыма на Дон. Мясниковский район, сост. Л. С. Секизян. — Ростов-на-Дону: МП Книга, 1999. — 240 с.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Болотина Н. Ю. Потёмкин. Глава 10. «ДАР БЕСКРОВНЫЙ…». М.: Вече, 2014
- ↑ Петр Болбочан. 2014 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Кровь текла к морю… Владимир Куковякин — Красный террор — История России — Россия в красках
- ↑ 70-летие депортации крымских немцев.
- ↑ Крымское право
- ↑ Закон РСФСР от 25 июня 1946 г.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Первый советский плебисцит — всекрымский референдум 1991 года. Справка . // РИА Новости (20 ғинуар 2011). Дата обращения: 2 апрель 2014.
- ↑ Общекрымский референдум 20 января 1991 г.
- ↑ Закон о восстановлении Крымской АССР
- ↑ Наш Крым.
- ↑ Про внесення змін і доповнень до Конституції (Основного… | від 19.06.1991 № 1213а-XII
- ↑ Декларация о Государственном суверенитете Крыма
- ↑ Итоги независимости Украины в крымском контексте 2014 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Акт о провозглашении государственной самостоятельности Республики Крым // Ведомости Верховного Совета Крыма, 1991—1992, № 5, С. 243.
- ↑ Конституция Республики Крым, принятая седьмой сессией Верховного Совета Крыма 6 мая 1992 года, «Ведомости ВС Крыма», № 204-1, № 4, ст.228.
- ↑ Конституция Республики Крым 6 мая 1992 г.
- ↑ Силовой акт оккупационного режима: Об отмене Конституции Республики Крым
- ↑ Над керченской мэрией подняли российский флаг 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ В Севастополе начали массово снимать украинские флаги
- ↑ В мэрию Феодосии ворвались казаки
- ↑ В Евпатории митинговали в поддержку Севастополя 2014 йыл 2 март архивланған.
- ↑ Севастополь отказался выполнять приказ о ликвидации «Беркута»
- ↑ Конституция Украины, ст. 136, часть 4
- ↑ Власти Крыма приняли решение о вхождении в состав России, Русская служба Би-би-си (6 март 2014). 6 март 2014 тикшерелгән.
- ↑ Парламент Крыма принял постановление «О проведении общекрымского референдума»
- ↑ Парламент Крыма принял Декларацию о независимости АРК и г.
- ↑ Парламент Крыма принял декларацию о независимости
- ↑ Генеральная Ассамблея ООН призвала уважать территориальную целостность Украины.
- ↑ Население Крыма в конце XVIII — конце XX веков 2007 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Камеральное Описание Крыма л.
- ↑ Административно-территориальное деление Крыма . Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года. 2013 йыл 4 май архивланған.
- ↑ Крымский полуостров // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андреев А. Р. История Крыма: Краткое описание прошлого Крымского полуострова / А. Р. Андреев. — М.: Межрегиональный центр отраслевой информатики Госатомнадзора России, 1997. — 96 с. — ISBN 5-89477-001-7.
- Карпов Г. Ф. Отношения Московского государства к Крыму и Турции в 1508—1517 годах на сайте «Руниверс»
- Львов Л. Отношения между Запорожьем и Крымом на сайте «Руниверс»
- Абраменко Л. М. Предисловие Белоконь, С. И. // Последняя обитель. Крым, 1920-1921 годы. — 1-е. — Киев: МАУП, 2005. — 480 с. — ISBN 966-608-424-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- история Крым, история // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Крым // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Густерин П. О назначении первого российского консула в Крыму.
- Крым — История и экономика 2014 йыл 15 май архивланған.
- Всемирный референдум по Крыму / Русский обозреватель 2014 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Краткий экскурс в историю полуострова