Ҡырымсаҡтар

1917 йылға тиклем үҙҙәрен еудилер — «йәһүдтәр», Срэль балалары — "Израил балалары) тип атаған ҙур булмаған йәһүди төрки телле этнолингвисти
(Ҡырымшаҡтар битенән йүнәлтелде)

Ҡырымсаҡтар (крымч. кърымчахлар, берлектә — кърымчах; 1917 йылға тиклем үҙҙәрен еудилер — «йәһүдтәр», Срэль балалары — "Израил балалары) тип атаған ҙур булмаған йәһүди[2] төрки телле этнолингвистик төркөм. Улар талмуд йәһүдилек динен тота, Ҡырымда йәшәй һәм ҡырымтатар теленең ҡырымчак диалектында[3][4][5] (һөйләшендә) аралаша. 1960—1990-сы йылдарҙа ҡырымсаҡтарҙың ҡатнаш төрки-йәһүд сығышлы булыуҙары тураһындағы теория киң таралыу ала.

Ҡырымсаҡтар
Байраҡ
Туған тел Ҡырымшаҡ теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Израиль
 Рәсәй
 Украина
Халыҡ һаны 954 кеше (2021)[1]
 Ҡырымсаҡтар Викимилектә

Этник сығыштары

үҙгәртергә

Ҡырымсаҡтарҙың тамыры бик борондан Ҡырымда көн иткән йәһүд халҡының дауамы булыуы фаразлана. Әммә уларҙың Европа, Кесе Азия, Кавказ һәм Яҡын Көнсығышта[2] йәшәгән йәһүд общиналары вәкилдәренән айырым этнолингвистик төркөм булып ойошоуы тик XIV—XVI быуаттарҙа ғына башлана. Ҡырымсаҡтарҙың фамилияларын анализлау төрки сығышлы фамилиялар менән бер рәттән ашкеназ һәм сефард фамилиялырының булыуын да раҫлай.

1920-се йылдар башында ҡырымсаҡ теленең лексикаһын өйрәнгән тюрколог А.Н.Самойлович, улар хазар мәҙәниәтенә ҡарай, тип иҫәпләй. С. Заболотный ҡырымсаҡтарҙың семит сығышлы булмауҙарын раҫлау өсөн уларҙың ҡанын тикшерә. Ҡырымсаҡ мәғрифәтсеһе Евсей Исаакович Пейсах (1903—1977), ҡырымсаҡтар беҙҙең эра башында Ҡырымға килеп төпләнгән аҙ һанлы йәһүдтәрҙән йәһүд динен ҡабул иткән прозелиттарҙың вариҫтары, тигән фекергә килә.

Антрополог Самуил Вайсенберг түбәндәгене билдәләй: «ҡырымсаҡтарҙың килеп сығышы быуаттар төпкөлөндә юғала. Шуны әйтергә була: ҡарайымдар менән сағыштырғанда һис шикһеҙ уларҙа төрки ҡаны аҙыраҡ, әммә был халыҡтарҙың икеһенең дә хазарҙар менән туғандаш халыҡ булыуҙарын инҡар итеп булмай. Ләкин ҡырымсаҡтар урта быуаттарҙа һәм яңы заманда үҙҙәренең Европалағы туғандары менән никахлашып йәшәй. Ломброзо, Пястро һәм башҡа фамилияларҙың булыуы Генуя колониялары заманынан уларҙың ҡанына итальян-йәһүд ҡанының ҡушылыуы тураһында һөйләй. Һуңғы ваҡытта урыҫ йәһүдтәре менән никахлашыу ҙа йышайҙы».

Ҡырымсаҡтар этнографияһы буйынса дөйөмләштергән ғилми эштәр юҡ. Фольклор материалдарының йыйылмаһы ла тулы түгел. Антропонимика мәғлүмәттәре бер ни тиклем киңерәк. Әммә уларҙа XIX быуат аҙағынан алып XX быуат башындағы ғына осорҙағы хәл торошо сағылдырыла, ә архив материалдары булған боронғораҡ осорҙар иғтибарҙан ситтә ҡала килә. Атап үтелгән сығанаҡтарҙың һәр береһен тикшереү аҙ һанлы ҡырымсаҡтарҙың этногенезына асыҡлыҡ индерер ине[6].

Ҡырымаҡтарҙың ата-олаталары, күрәһең, Ҡырымға боронғо замандарҙа килеп, грек колонияларында төпләнә. Күптән түгел үткәрелгән археологик ҡаҙылмаларҙа беҙҙең эраға тиклем беренсе быуат тигән йәһүд яҙыуы табыла. Беҙҙең көндәргә шундай фараз килеп еткән: Рим императоры Адриан боласы Бар-Кохбаның ихтилалын баҫтырғандан һуң, йәһүдтәрҙең язалауҙан ҡасып ҡалған өлөшө Ҡырым ярымутрауына[2] ҡыуала.

Йәһүд общинаһы XIII быуатта Кафаға (хәҙерге Феодосияға) килеп төпләнгән, тигән фараз йәшәй. 1309 йылда элекке СССР территорияһында иң боронғо тип иҫәпләнгән синагога төҙөлә, һәм был ғибәҙәтхана, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец бомбаларынан зыян күреп, емерелә. Кафалағы йүһәд общинаһы вәкилдәренең береһе, сауҙагәр Хозя Кокоз, 1472—1486 йылдарҙа Иван III һәм Ҡырым ханы Менгли I Гәрәй араһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Хаттарының бер өлөшөнөң боронғо йәһүд телендә алып барылыуы ла билдәле. Кафанан һәм Солхат-Ҡъырымдан тыш Ҡараһыубаҙар (хәҙер Белогорск) ҡалаһы Ҡырымда төрки телле раввиндарҙың иң ҙур үҙәгенә әйләнә, ә 1516 йылда ҡалала синагога төҙөлә. Ҡырымсаҡ-раббаниттар общинаһы Мангупта ла була.

 
Раввин Хаим Хизкиягу Медини (1832—1904) — XIX быуат аҙағында ҡырымсаҡтарҙың рухи юлбашсыһы

XV быуат аҙағына Ҡырымдың йәһүд ойошмаһы Византия, Испания, Италия, Кавказдан һәми Рустән ҡыуылған йәһүдтәр иҫәбенә байтаҡҡа арта. Тиҙҙән ҡырымсаҡтар килеп төпләнгән йәһүдтәр менән ассимиляцияға инә, улар раввинист йүнәлешендәге иудаизмға (йәғни ҡарайымдарҙыҡы булмаған дин) ылығыу нигеҙендә бер бөтөн халыҡ булып берләшә башлай. Әммә берләшеү мәлендә күрше йәшәгән ҡырым татарҙарының аралашыу телен, кейемен һәм көндәлек ғөрөф-ғәҙәттәрен дә үҙләштерәләр. Шуға ҡарамаҫтан, XVI быуат башында Кафаның раббанит ойошмаһы үҙҙәре килеп сыҡҡан ашкеназ, романиот йәки вавилон дини ойошмаларының доға уҡыу йолаһын һаҡлаған яҡташтар берекмәләренә бүленә. Моше а-Голе Ҡырым йәһүдтәре өсөн дөйөм булған доға китабын яҙа, аҙаҡ был китап «Кафа йолалары доғалары» (Махзор минхаг Кафа) атамаһын ала. Ләкин шул осорҙа Ҡырымдың йәһүд ойошмаһында етәкселек итеү раббаниттарҙан Ҡырым ханлығында бер нисә яуаплы посын биләгән ҡарайымдарға күсә. Раббанит ойошмаһы, башлыса, Ҡырымдың көнсығыш өлөшөндә, Кафала һәм Ҡараһыубаҙарҙа йәшәй. Ҡарайымдар һан буйынса ла раббанит-ҡырымсаҡтарҙан артығыраҡ була. Ҡайһы бер статистика баһалары буйынса, XVIII быуат аҙағына раббаниттар Ҡырым ханлығында йәһүд подданныйҙарының дөйөм һанының 25 процентын, ә ҡарайымдар 75 процентын тәшкил итә. Ҡырым раббанитттары һәм ҡарайымдар, дини ҡапма-ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәттәрҙә йәшәй, һәм был дини ойошмалар йыш ҡына бер-береһенә ярҙам итер була.

XVIII быуатта Ҡараһыубаҙарҙың дини ойошмаһын Давид бән-Элиэзер Лехно етәкләй (вафаты 1735 йыл), ул "Кафа йолалары доғалары"ның (Махзор минхаг Кафа) инеш һүҙе һәм иврит грамматикаһына арналған «Давид Мишкан» («Давид йәшәгән урын») әҫәре авторы. Шулай уҡ боронғо йәһүд телендә Ҡырым ханлығы тарихына бағышланған «Девар сефатаим» («Речение уст») монументаль-тарихи хрониканың да авторы ул.

  Тышҡы һүрәттәр
  Объявления немецких оккупационных властей о сборе евреев и крымчаков для "переселения", Крым, 1941 год

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу мәлендә (1783) Ҡырымдың төрки раввинистик ҡырымсаҡ ойошмаһында 800 тирәһе кеше була. Яҡынса XIX быуаттың икенсе яртыһынан Ҡырым йәһүдтәре-раввинистары үҙҙәрен «ҡырымсаҡтар» тип атай башлай.

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 3345 ҡырымсаҡ теркәлә. Икенсе донъя һуғышы алдынан Ҡырымда 6 мең тирәһе ҡырымчак йәшәй. 1941 йылдың көҙөндә Ҡырымды немецтар баҫып алғандан һуң ярымутрауҙа ҡалған ҡырымсаҡтар Айнзацгруппы D Отто Олендорфтың, шул иҫәптән Пауль Цапптың 10А, 10b, 11a һәм 11b Айнзацкомандалары тарафынан атып үлтерелә, йәки икенсе төрлө язалана[7]. Һуғыштан һуң СССР-ҙа тере ҡалған ҡырымсаҡтар 1000 кеше тәшкил итә, улар — һуғыштан ҡайтҡан ир-егет-фронтовиктар һәм эвакуацияланып өлгөргән аҙ һанлы ғаилә вәкилдәре.

Ҡырымсаҡтар бөгөн

үҙгәртергә

1990-сы йылдарҙа бер нисә тиҫтә ҡырымсаҡ ғаиләһе Израилгә күсеп китә. Ҡырымсаҡтар иудаизм динен тота һәм Израилдең «Ҡайтыу тураһындағы законына» ярашлы йәһүд халҡының бер өлөшө тип иҫәпләнелә һәм Израилгә репатриацияланырға (ҡайтырға) хоҡуҡтары бар. 1981 йылда Тель-Авивта һуңғы ҡырымсаҡ синагогаһы ябыла.

Ҡырымсаҡтарҙың дөйөм һаны 1,2—1,5 мең кеше тирәһе. Был һанға Израилдә йәшәгән 600—700 кеше[8], Украиналағы 126 (2001 йыл), Рәсәйҙәге яҡынса 370 кеше (уларҙың 228-е Ҡырымда һәм Севастополдә йәшәй) (2014 йылда Ҡырым федераль округында үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[9]), Үзбәкстандағы 173 кеше лә инә (1989 йыл).

1989 йылдың 8 октябрендә Симферополдә ҡырымсаҡтарҙың «Кърымчахлар» Мәҙәни-ағартыу йәмғиәте эшләй башлай, уға Бинйәмин Моисеевич Ачкинази (1927—1992) етәкселек итә[10]. 1990 йылдың 21 декабрендә Ҡырым мәҙәниәт фонды идараһы ҡарары менән Евсей Пейсах исемендәге премия булдырыла, ул ҡырымсаҡ халҡы тарихы һәм мәҙәниәте өлкәһендә иң яҡшы тикшеренеү эштәре өсөн тапшырыла[11]. «Кърымчахлар» һәм Ҡырымдың йәһүд ойошмаһы инициативаһы буйынса һәм Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Радаһының 2004 йылдың 20 октябрендәге ҡарары менән 11 декабрь нацизм ҡорбандары булған ҡырымсаҡтарҙы һәм йәһүдтәрҙе Иҫкә алыу көнө тип иғлан ителә[12]. 2006 йылдан Ҡырым Автономиялы Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д. Т. Пиркова — «Кърымчахлар» йәмғиәте рәйесе. 2004 йылда Симферополдә ҡырымсаҡтарҙың тарихи-этнографик музейы асыла. Ҡырымсаҡтарҙың Ҡырым йәмғиәте 2005 йылдан алып «Кърымчахлар» фәнни-популяр, әҙәби-нәфис альманах баҫтырып сығара башлай[13][14].

2014 йылдың 25 июнендә Ҡырым Республикаһының Дәүләт Советы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә Ҡырымда йәшәгән ҡарайымдарҙы һәм ҡырымсаҡтарҙы Рәсәй Федерацияһының Берҙәм аҙ һанлы аҫаба халыҡтары исемлегенә индерергә тигән рәсми тәҡдим ебәрә[15]. 2015 йылда «Кърымчахлар» Мәҙәни-ағартыу йәмғиәте йәмәғәт ойошмаһы «Ҡырымчаҡтарҙың „Кърымчахлар“ Ҡырым ойошмаһы» исеме аҫтында Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлә, уға Симферополь һәм Керчь ҡала округтарындағы урындағы ҡырымсаҡтарҙың милли-мәҙәни автономиялары ла инә[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  2. 2,0 2,1 2,2 Крымчаки — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  3. Polinsky, M.S. The Krymchaks: History and Texts // Ural-Alteische Jahrbucher. — 1991. — Т. 63. — С. 123—154.
  4. Ianbay, Iala. Krimchak Dictionary. — Wiesbaden: Harrassowitz Verlag, 2016. — 237 с. — ISBN 978-3-447-10541-5.
  5. Ianbay, I. New Data on the Literature and Culture of the Krimchaks (English) // Manuscripta Orientalia : International Journal for Oriental Manuscript Research. — 2000. — Т. 6. — № 4. — С. 4—13. — ISSN 1238-5018.
  6. А. И. Айбабин 1985; «Этногенез крымчаков»
  7. Михаил Тяглый. Холокост в Симферополе. (5 март 2015).
  8. Михаил Кизилов. Крымчаки: современное состояние общины. Дата обращения: 10 октябрь 2012. 2015 йыл 17 октябрь архивланған.
  9. Да, скифы мы. Перепись выявила проживающих в Крыму и Севастополе эльфов, арийцев и сарматов, ForPost (19/03/2015). 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  10. Пурим Ю. Важные даты Крыма // Кърымчахлар (Крымчаки). Альманах № 6. — Симферополь : Издательство «ДОЛЯ». — С. 134—143
  11. Их именами названы. — Симферополь: «Таврия», 1991. — С. 5. — (Неизвестный Крым. История в лицах). — ISBN 5-7780-0485-0
  12. О Дне памяти крымчаков и евреев Крыма — жертв нацизма
  13. В Симферополе отпраздновали первый «круглый» юбилей альманаха «Кърымчахлар» 2015 йыл 14 ноябрь архивланған.
  14. Крымское общество крымчаков презентовало новый номер альманаха «Кърымчахлар»(недоступная ссылка)
  15. Аверин А. Н., Понеделков А. В., Воронцов С. А., Голобородько А. Ю. Коренные малочисленные народы в Южном и Северо-Кавказском федеральных округах: национальный состав и языки // Наука и образование: хозяйство и экономика; предпринимательство; право и управление. — Ростов-на-Дону: Фонд поддержки образования и науки в Ростовской области, 2018. — № 4 (95). — С. 128. — ISSN 2219-0279.
  16. Информация с официального сайта ФНС

Һылтанмалар

үҙгәртергә