Ҡуянтау
Ҡуянтау (рус. Куянтаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1166 кеше[1]. Почта индексы — 453670, ОКАТО коды — 80206809002.
Ауыл | |
Ҡуянтау | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34751 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәҠуянтау (ҡуян+тау) тауы исеменән алынған[2].
Географик урыны
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Әселе йылғаһы буйында урынлашҡан[3]
Тарихы
үҙгәртергәСовет осоронда, 1929 йылда, Баймаҡ баҡыр-иретеү заводының ярҙамсы хужалыҡ булараҡ ойошторола. 1959 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Тәжрибә-етештереү хужалығы (ОПХ)[4].
Бөгөнгөһө
Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. «Сударушки» урыҫ йыры халыҡ ансамбле, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолған[3]. Ҡуянтау ауылы ҡоролтайы булдырылған[5], уның сиктәрендә балалар ҡоролтайы эшләп килә. Ағинәйҙәр ойошмаһы йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә: балаҫ һуғыу[6], башҡорт милли кейемен пропагандалау[7], «таҙа шишмә» акцияһында ҡатнашып, Нурлыбай, Шәһит шишмәләрен таҙартыуҙы ойошторҙо[8] һәм башҡа бик күп файҙалы эштәр. 2021 йылда Ҡуянтау мәктәбе «Иң яҡшы цифрлы мәктәп» конкурсында «Социаль селтәрҙәрҙәге иң яҡшы сәхифәле мәғариф ойошмаһы» номинацияһында еңеү яулаған. Ҡуянтау ауылы янында «Аҡъял» ипподромы бар[9], унда йыл һайын республика, төбәк-ара кимәлдәге ат спорты ярыштары үткәрелә[10].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | - | ||||
1926 йыл 17 декабрь | - | ||||
1939 йыл 17 ғинуар | 155 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 625 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1186 | ||||
1998 йыл 12 ғинуар | 1018 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 994 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 933 | 448 | 485 | 48,0 | 52,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (60 %) һәм урыҫтар (29 %) йәшәй[11].
Урамдар
үҙгәртергә- Әселе урамы (рус. Аселинская улица)
- Баймаҡ урамы (рус. Баймакская улица}})
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Таулы урамы (рус. Горная улица)
- Лаборатория урамы (рус. Лабораторная улица)
- Болонло урам рус. Луговая улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
- Юл буйы урамы (рус. Придорожная улица)
- Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
- Ҡарлы урамы (рус. Снежная улица)
- Дала урамы (рус. Степная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Юбилей урамы (рус. Юбилейная улица)
- Көньяҡ урамы (рус. Южная улица)
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Киекбаев Т. И. — ауыл хужалығы кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы;
- Лукьянов А. И. — Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры;
- Лысак Г. Н. — БАССР-ҙың ауыл хужалығы атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Хәсәнов Х. К. — ауыл хужалығы фәндәре докторы, ауылда эшләгән;
- Лукманова И. К. — ОПХ зоотехнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
- Кейекбаева Н. Г. — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
- Кутуков В. А. — малсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
- Мичунов М. И. — ОПХ директоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы;
- Назарова В. А. — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы[4]
Видеояҙмалар
үҙгәртергә— YouTube сайтында Видео Ҡуянтау мәктәбе музейына экскурсия
— «Сударушки» ансамбле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. 96 бит
- ↑ 3,0 3,1 Ҡуянтау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Ҡоролтай
- ↑ Балаҫ һуға Ҡуянтау ағинәйҙәре
- ↑ Башҡорт милли кейеме — халҡыбыҙҙың рухи байлығы
- ↑ Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды
- ↑ «Аҡъял» ат спорты ярыштарына йыйҙы
- ↑ Атың булһа, ил таный
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡуянтау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Яҡшылар рәтендә
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |