Ҡорҡот ата китабы
«Китаби дәдә Ҡорҡуд»[5][6] (әзерб. Kitabi Dədə Qorqud, төр. Dede Korkut Kitabı, төркм. Gorkut-ata kitaby, ҡырғ. Коркут ата китеби; һуңыраҡ Дрезден күсермәһендә яҙылған тулы исеме — «Китаби дәдәм Ҡорҡуд ала лисани таифәи оғузан» — «Уғыҙ ырыуы телендәге Ҡорҡот ата китабы»[6][7]) — ҡыпсаҡтар баҫымы аҫтында Үҙәк Азиялағы Туран далаларынан Каспий диңгеҙе буйына, Алғы Азияға киткән һәм Дунайғаса барып еткән, төркмәндәрҙең (ислам ҡабул иткән күсмә уғыҙҙар тәүҙәрәк шулай тип йөрөтөлгән), әзербайжандарҙың һәм төрөктәрҙең этногенезында ҡатнашҡан төрки ҡәбиләләр төркөмө — уғыҙҙарҙың героик эпосы[8],[5][8].
Эпос ике ҡулъяҙма, 12 дастандан торған Дрезден һәм 6 дастандан торған Ватикан ҡулъяҙмалары аша билдәле.
Эпоста уғыҙ батырҙарының кавказ ерҙәрендә яулаған хакимлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн «кафырҙар» менән һуғышыуы тураһында хикәйәләнә. Эпостың яралыуы уғыҙҙарҙың боронғо ватаны булған Үҙәк һәм Урта Азияла башлана. Тулыһынса хәҙерге Әзербайжан территорияһында, күсмә уғыҙ күскенселәренең күпләп төпләнгән урынында ижад ителеп бөтә[5]. Эпостағы дастандар һәм шиғырҙар XIII быуаттан да иртә сығарылмаған, ә һаҡланған яҙма ҡомартҡылар XV быуаттан да алдараҡ яҙыла алмағандыр[9].
Аҡ һаҡаллы Ҡорҡот ата, ырыуҙың аҡһаҡалы һәм әүлиә сәсәне булараҡ, тотош эпоста ҡатнаша. Ул эпостағы хикәйәттәрҙе һөйләүсе лә, хәл-ваҡиғаларҙың ҡатнашыусыһы ла булып тора. Ҡорҡот һәр хикәйәттең һуңында батыр хөрмәтенә йыр сығарып, уның ҡаһарманлығын данлап, үҙен тыңлаған ханға хөрмәт-шөһрәт һүҙҙәре әйтеп ҡуя[10]. Ҡорҡот тураһында риүәйәттәр төрки халыҡтарҙың ҡыпсаҡ һәм уғыҙ тармаҡтарына ҡараған бөтә халыҡтарҙа — ҡаҙаҡтарҙа, төркмәндәрҙә, әзербайжандарҙа, төрөктәрҙә, ҡарағалпаҡтарҙа, башҡорттарҙа, ғағауыздарҙа, татарҙарҙа һәм башҡаларҙа осрай. Бөтә был халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында шулай уҡ уртаҡ эпос булған «Уғыҙнамә» бар, ә "Китаби дәдә Ҡорҡуд"тағы бөтә 12 дастандың һәр береһе «Уғыҙнамә» тип аталған[11].
Эпостың тарихы һәм уны өйрәнеү
үҙгәртергәБөгөнгө заманға тиклем килеп еткән әҙәби текст XV быуатта ғына теркәлгән булһа ла, Ҡорҡот ата тураһындағы дастандарҙың тамырҙары уғыҙҙарҙың XI—XII быуатта Иранға килеп сығыуының тәүге ике быуатындағы ауыҙ-тел ижадына барып тоташа[12]. Америка антропологы Майкл Мекер фекеренсә, эпостағы дастандар һәм йырҙар XIII быуаттан да алда барлыҡҡа килмәгәндер, ә һаҡланған яҙма ҡомартҡылар XV быуаттан да алда теркәлмәгән булырға тейеш[9]. Виктор Жирмунский билдәләүенсә, уғыҙҙарҙың эпостары йөкмәткеһе буйынса XV быуаттағы «Ҡорҡот ата китабы» тигән әҙәби эшкәртмәгә ҡарағанда күпкә боронғораҡ[10]. Жирмунский, Ҡорҡот тураһындағы эпик хикәйәләүҙәр IX—X быуаттарҙа, Һырдаръя буйында йәшәгән уғыҙҙар тарафынан сығарылғандыр, тип фаразлай. Жирмунский һүҙҙәре буйынса, беҙгә килеп еткән яҙма эпос Ғосман империяһы баҫып алған осорға (XV быуат) тура килә[13]. Шулай итеп, эпостың шымартылған әҙәби эшкәртмәһенең һуңғы варианты[5] XV быуатта хәҙерге Әзербайжан территорияһында «Уғыҙ ырыуы телендә Ҡорҡот ата китабы» тигән атама бирелеп яҙма әҫәр рәүешендә теркәлгән[14].
«Китаби дәдә Ҡорҡуд» («Ҡорҡот ата китабы») героик эпосы халыҡтың ауыҙ-тел ижадының оҙайлы үҫеш йомғағы булып тора. Идея-тематик һәм художество байлығы, тел үҙенсәлектәре буйынса был һоҡланғыс эпос төрки донъяһының әҙәби әҫәрҙәре сиктәренән алыҫтарға сығып китә. Шунлыҡтан XIX быуат башында уҡ эпос сит ил ғалимдарының иғтибарын тарта, улар уны бөтә донъяла танылыу тапҡан халыҡ риүәйәттәре менән бер рәткә ҡуя.
Дастанды өйрәнеү һәм нәшер итеү менән урыҫ ғалимдарынан В. В. Бартольд, А. Н. Кононов, В. М. Жирмунский, әзербайжан ғалимдары Ғамид Араслы, А. Демирчизадә, М. Г. Тахмасиб, М. Сәидов, төрөк ғалимдары Муаллим Рифәт, Орхан Шәиг, Мәгәррәм Эргин һәм башҡалар шөғөлләнә.[15]
Яҙма эпос XVI быуатҡа ҡараған ике ҡулъяҙма аша билдәле: тулыһы[15] Дрезден китапханаһында һаҡлана, тағы бер ҡулъяҙма — Ватикан китапханаһында. Дрезден ҡулъяҙмаһы — 12, Ватикандыҡы 6 өлөштән тора. Дрезден ҡулъяҙмаһы Ғосман империяһының Ширвандағы идарасыһы Ғосман пашаның хазиналығы менән 1578—1585 йылдарҙа Төркиәгә килтерелә. Әзербайжан совет төркиәтселәре Фәрхәд Зәйнәлов һәм Сәмет Ализадә раҫлауынса, Дрезден ҡулъяҙмаһының әзербайжан телендә яҙылғанлығы шикһеҙ, ә Ватикан ҡулъяҙмаһының теле XVI быуаттағы төрөк теленә яҡын[16]. Әзербайжан Милли фәндәр академияһында дастандың өсөнсө ҡулъяҙмаһы әҙерләнә.
Дрезден ҡулъяҙмаһы 154 биттән тора, һәр биттә — 13 юл. 2-шәр юллы 37 биттән торған ҡулъяҙма Берлинда һаҡлана. Ул Дрезден ҡулъяҙмаһынан күсереп яҙылған. Ватикан ҡулъяҙмаһы һәр бер битендә 13 юл булған 109 биттән тора[16]. Төрөк төркиәтсе ғалимы Мәгәррәм Энгин өс ҡулъяҙма (Дрезден, Берлин, Ватикан) нигеҙендә 1958 йылда эпосты баҫтырып сығара, ул, Дрезден ҡулъяҙмаһы — төп ҡулъяҙма, ә Ватикандыҡы унан күсереп яҙылған, тип иҫәпләй [17].
Әзербайжанда эпос совет власы осоронда өйрәнелә башлай. 1928 йылда Баҡыла Атабаба Мусаханлы менән Исмаил Хикмәттең, 1930 йылда Әмин Әбидтең «Китаби дәдә Ҡорҡуд» тураһындағы мәҡәләләре һәм эпостан өҙөктәр баҫтырыла[18]. 1939 йылда академик Гамид Араслы редакцияһында эпос Әзербайжанда беренсе тапҡыр тулыһынса[18] нәшер ителә[7]. 1938 йылдан «Дәдә Ҡорҡуд» дастандарының телен тикшереү менән Абдулазал Демирчизадә шөғөлләнә. Уның 1959 йылда баҫылып сыҡҡан «Язык дастанов „Китаби деде Коркуд“» китабы һәм башҡа хеҙмәттәре был ҡомартҡының әзербайжан теле тарихындағы урынын билдәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә була[19]. 1958-59 йылда Али Султанлының "«Дәдә Ҡорҡуд» дастаны тураһында мәҡәләләр"е сыға[20].
1939 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән «Антология азербайджанской поэзии» йыйынтығында «Сказание о разграблении дома Салур Газана» баҫыла, 1946 йылда Тәбриздә сыҡҡан «Азербайджан» гәзитендә эпостың бөтә риүәйәттәре лә сыға [20]. Эпос француз, фарсы телдәренә лә тәржемә ителә һәм Англияла, Швейцарияла, АҠШ-та, Иранда нәшер ителә[7]. Дрезден ҡулъяҙмаһының бер күсермәһе 1972 йылдың авгусында Баҡыға Әзербайжандың Милли фәндәр академияһына тапшырыла.
1973 йылда эпос Техас университетында төрөк ғалимы профессор Фәруҡ Сүмәр, Анҡаранан инглиз әҙәбиәте профессоры Әхмәт Уйсал һәм Техас университетының инглиз теле уҡытыусыһы Уоррен Уолкер тарафынан инглиз теленә тәржемә ителә. Был тикшеренеүселәр раҫлауынса, дастандар IX—XI быуаттарҙа уғыҙҙарҙың Урта Азияла йәшәгән территорияларында сығарылған. Авторҙар, уғыҙҙарҙың тормош-көнкүреше, уларҙың ҡырғыҙҙар һәм Алтын Урҙа менән һуғыштары, монголдар ҡыҫымы аҫтында көнбайышҡа күсенеүҙәре тураһында һөйләп, Ҡорҡотто тарихи шәхес тип һанай һәм хикәйәләнгән ваҡиғаларҙы тарихта ысынлап та булған тип иҫәпләй[21]. Тәржемәселәр фекеренсә, Ҡорҡот ата уғыҙҙарҙың дәүләт эшмәкәре һәм дипломаты булған, Кесе Азияла легендар персонажға әйләнгән. Авторҙар шулай уҡ дастандар тәүҙә шиғыр менән яҙылған, әммә һуңынан озан булмаған хикәйәләүселәр тарафынан сәсмә әҫәр рәүешендә теркәлгән, тип фараз итә [22].
Ижад ителеү шарттары
үҙгәртергәТәү башлап уғыҙҙар VI—VIII быуаттарҙың орхон ҡулъяҙмаларында Алтай тауҙарының көньяҡ итәгендә һәм төньяҡ-көнбайыш Монголия сиктәрендә телгә алына. IX—X быуаттарҙа уғыҙҙар Урта Азия далаларында, Һыр-Даръя түбәнендә һәм Арал диңгеҙе тирәһендә пәйҙә була[23]. XI быуаттың беренсе яртыһында уғыҙҙарҙың ҙур ғына өлөшө Сәлжүк ырыуы солтандары етәкселегендә Иранды, Кавказ яръяғының көньяғын, тотош тип әйтерлек Кесе Азияны баҫып ала[10][13]. Уғыҙҙарҙың баҫып алыуы һөҙөмтәһендә Әзербайжандың һәм Анатолияның ер эшкәртеүсе халҡы төркиләшеүгә дусар була. Бартольд билдәләүенсә, эпостағы төп ваҡиғалар Әрмән ҡалҡыулығында[10], баяндурҙар идара иткән заманда Аҡ Ҡуйлылар мөхитендә, сама менән XIV быуат уртаһынан XV быуаттың беренсе яртыһына тиклемге осорҙа бара. Эпик хикәйәләүҙәр Кавказ аръяғы һәм Кесе Азияның көнсығышындағы тарихи һәм географик шарттар менән бәйле, был төбәктә Урта Азиянан күскән уғыҙҙар [10] XI быуатта үҙҙәренә яңы төйәк таба[10].
Эпоста төп геройҙарҙың береһе — Ҡорҡот ата, ул дастандар ижад итеүсе тип тә ҡабул ителә. Ул уғыҙҙарҙың баят ырыуына ҡарай, ерле уғыҙҙарҙың проблемаларын хәл итә һәм киләсәкте юраусы булып тора[7]. Ҡорҡот ата предметтарға атама бирә, төрлө ҡаһарманлыҡтар ҡылған уғыҙҙарға исемдәр ҡуша. Ауыр мәлдәрҙә халыҡҡа ярҙамға килә, кәңәштәр бирә. Ҡорҡот атаның исемен халыҡ музыка ҡоралы ҡумыҙ менән дә бәйләйҙәр [7].
Эпоста Ҡорҡот ата менән бергә Хәсән хан, Дирсә хан, Ғазылыҡ хужа, Бәкил, Байбежән, Аруз, Ғарагүнә, шулай уҡ йәштәрҙән Бейрәк, Оруз, Басат, Йейнәк, Сәгрәк, Ҡарабодағ, Әмран тигән персонаждар бар. Әҫәр героизм рухында ижад ителгән. Дастанда төрки уғыҙҙарының традициялары, мәҙәниәте, этнографик тарихы һүрәтләнә. Хатта ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡаһарманлыҡ хас. Әсә образы айырым бер урын биләй. Ул саҡтағы озандарҙың ижадына ла ҙур урын бирелә. Халыҡ аҡылы хазиналарына, әйтемдәр һәм мәҡәлдәргә бай[24].
«Китаби дәдә Ҡорҡуд» сәсмә инештән һәм 12 дастандан тора. Һәр береһе үҙ аллы сюжетҡа ҡоролған. Уларҙы уртаҡ персонаждар, атап әйткәндә, уғыҙ ханы Баяндур хан һәм уның баш сардары Салор-Ҡаҙан менән уның баһадирҙары бәйләй. Эпостағы йырҙар «бой» тип атала[25]. Эпостағы дастандар Ҡорҡот ата китабы исеме менән берләштерелә. Әммә анализ уларҙың төрлө осорҙа һәм төрлө озандар (ашуғтар) тарафынан сығарылғанын күрһәтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)
- ↑ https://www.slub-dresden.de/sammlungen/handschriften/kitab-i-dedem-korkut/
- ↑ http://nbn-resolving.de/urn:nbn:de:bsz:14-qucosa-65770
- ↑ https://digi.vatlib.it/view/MSS_Vat.turc.102/0122
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 БСЭ, 1973, с. 203203
- ↑ 6,0 6,1 Кор-оглы, 1966
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 АСЭ, 1981, с. 408408
- ↑ 8,0 8,1 Мелетинский, 1985, с. 588588
- ↑ 9,0 9,1 Meeker, 1992, с. 395395
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Жирмунский, 1962
- ↑ Огуз-Наме // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ H. Javadi, K. Burill. Azeri Literature in Iran (ингл.). AZERBAIJAN x. Azeri Literature. Encyclopaedia Iranica (1988).
- ↑ 13,0 13,1 Жирмунский В. М., 1964, с. 1414
- ↑ Якубовский, 1992
- ↑ 15,0 15,1 Ҹәмид, 1980, с. 33
- ↑ 16,0 16,1 Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 66
- ↑ Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 1010
- ↑ 18,0 18,1 Ш. Ҹәмид, 1977, с. 77
- ↑ Ш. Ҹәмид, 1977, с. 88
- ↑ 20,0 20,1 Ш. Ҹәмид, 1977, с. 99
- ↑ Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 88
- ↑ Китаби-Дəдə Горгуд, 1988, с. 99
- ↑ Жирмунский В. М., 1964, с. 13-1413-14
- ↑ Heinrich Friedrich von Diez. Denkwürdigkeiten von Asien in Künsten und Wissenschaften, Sitten, Gebräuchen und Alterthümern, Religion und Regierungsverfassung. — Nicolai, 1815. — 1079 с.
- ↑ Книга деда Коркута. Китаб-и дедем Коркут. I глава. Песнь о Богач-джане, сыне Дерсе-хана. перевод В. В. Бартольда. Книга моего деда Коркута. М-Л. АН СССР. 1962.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Китаби-Дәдә Горгуд (әзерб.) // Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — Б.: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1981. — Т. V. — С. 408.
- Ариф М. Азербайджанская литература. — М.: Высшая школа, 1979. — 232 с.
- Бартольд В. В. Турецкий эпос и Кавказ // Книга моего деда Коркута. — М-Л.: Издательство АН СССР, 1962.
- Жирмунский В. М. «Огузский героический эпос и “Книга Коркута"» // Книга моего деда Коркута. — М-Л.: Издательство АН СССР, 1962.
- Жирмунский В. М. Ритмико-синтаксический параллелизм как основа древнетюркского народного эпического стиха // Вопросы языкознания. — М.: Наука, 1964.
- Кор-оглы Х. Китаби деде Коркуд // Краткая литературная энциклопедия. — М., 1966. — Т. III. — С. 546-547.
- Короглы Х. Китаби деде Коркуд // Большая советская энциклопедия. — М., 1973. — Т. XII. — С. 203.
- Мелетинский Е. М. Огузский эпос «Китаб-и дэдэм Коркут» // История всемирной литературы: В 8 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1985. — Т. III. — С. 588—590.
- Якубовский А. Ю. «„Китаб-и Коркуд“ и его значение для изучения туркменского общества в эпоху раннего средневековья» // Книга моего деда Коркута. — М-Л.: Издательство АН СССР, 1962.
- Шамил Ҹәмид. Дәдә Горгуд Дастанлары / Под ред. Г. Векилова. — Б.: Азербайджанское государственное издательство научно-педагогической литературы «Маариф», 1980. (әзерб.)(әзерб.)
- Шамил Ҹәмид. Китаби-Дәдә Горгуд / Под ред. Г. Араслы. — Б.: Элм, 1977. (әзерб.)(әзерб.)
- Китаби Деде Горгуд = Китаби-Дəдə Горгуд / Составители, транскрипция, упрощённый вариант и предисловие Фархада Зейналова и Самета Ализаде. — Б.: Язычы, 1988. — 265 с. — ISBN 5560002518. (әзерб.)(әзерб.)
- Michael E. Meeker. The Dede Korkut Ethic (инг.) // International Journal of Middle East Studies. — 1992. — Т. 24. — № 3. — С. 395—417.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Книга Деда Коркута . Восточная литература. Дата обращения: 22 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года.