Ҡомарлы уйын
Ҡомарлы уйын (франц. jeu de hasard букв. «осраҡ уйыны»; революцияға тиклем Рәсәйҙә «азардный уйын», тип яҙылған азардовать «тәүәккәлләргә» тигән архаизмдан) — аҡса йәки башҡа матди ҡиммәттәр отоу менән бәйле отош уйыны, был уйында отош тулыһынса йәки күбеһенсә уйынсыларҙың оҫталығына түгел, ә осраҡҡа бәйле, һәм ҡыҙыҡһыныу уйын процесына түгел, ә уның һөҙөмтәһенә йүнәлтелгән[1].
Ҡомарлы уйын | |
Өлөшләтә тура килә | ярыш[d] |
---|---|
Ҡомарлы уйын Викимилектә |
Теоретик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәХәйер, һәр айырым ҡомарлы уйын һөҙөмтәһе осраҡлыҡҡа бәйле булғанлыҡтан, һөҙөмтәлә оҙайлы сериялы уйындар ниндәйҙер статистик законлылыҡтарға[1] буйһона. Рулеткалар һәм башҡа уйын йорттарын тотоусылар, уйын бер төрлө алдау менән оҙатылмаһа ла, оҙайлы уйындар барышында отошта ҡала. Был уйындың үҙенең шарттары менән билдәләнә. Мәҫәлән, рулеткала, тәгәрмәстә берҙән алып өскә тиклем йәшел сектор 0 (зеро) булғанлыҡтан, ҡыҙыл йәки ҡара 50%-тан кәмерәк төшөү шансына эйә.
Уйын «ғәҙел» йәки «зыянһыҙ, хәтер ҡалдырмаҫлыҡ», йәғни бөтә яҡтарға ла отош мөмкинлегенә бөтөнләй бер төрлө өмөт бирерлек шарттар урынлаштырыу һымаҡ, уйын үткәргәндә, күп һанлы ҡабатлауҙарҙың бер яҡҡа күпмелер отош тәьмин итеүе ихтималлыҡ теорияһы[1] өлкәһенә ҡараған математик тикшеренеү предметын тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәБөтөн донъялағы кеүек, Боронғо Һиндостанда һөйәктәр менән уйын билдәле булған. Веда гимндары йыйынтығы"Ригведа" поэмаһында ҡомарлы уйындар менән мауығыуҙы иҫкәртеү кеүек яңғыраған «Уйынсы ялыуы» бар: «Һөйәк менән уйнама, ә үҙ бураҙнаңды һөр! Үҙ милкеңдә ләззәт тап һәм уны юғары баһала! Үҙ малыңды һәм үҙ ҡатыныңды ҡара, ерәнес уйынсы!». «Бхавишья-пурана» китабында ҡомарлы уйын менән бәйле хикәйә бар: ниндәйҙер бер принц, һөйәк менән уйнап, бөтә нәмәһенән, шул иҫәптән, ҡатынынан мәхрүм ҡалған. «Маһабһаратам» эпосы, һөйәк менән уйынды ҡомарлы уйын тип атаһа ла, шулай ҙа уны бик ентекләп тасуирлай.
Боронғо гректарҙың, бигерәк тә коринфяндарҙың, һөйәк менән ҡомарлы уйынына мөкиббән китеүе тураһында мәғлүмәт бар. Тик Спартала ғына ҡомарлы уйын бөтөнләй ҡыуылған була[2]. Шулай уҡ боронғо грек мифологияһында ла ҡомарлы уйын иҫкә алына. Грек легендаһына ярашлы, Троя ҡалаһын ҡамау ваҡытында эстәре бошҡан һалдаттарҙың күңелен асыу маҡсатында, Паламедей һөйәк уйындары тәҡдим итә. Грек биографы Плутарх һөйәк менән уйындарҙы мөкиббән китеп уйнаған фарсы батшабикәһе Парисатис тураһында телгә ала.
Боронғо рим хоҡуғы, ҡомарлы уйындарҙың рухи тарҡатыу йоғонтоһон тулыһынса тойомлап, уларға ҡәтғи ҡарар ҡабул итә: тыйылған уйындарҙа аҡсаға отолған (alea дәрәжәһендә тип атала Римдә рөхсәт ителгәненән айырмалы рәүештә, ludi, qui virtutis causa piunt) тыйылған уйында отолған уйынсы аҡсаларын кире алыу талабын ҡуя алған.[2].
Ҡомарлы уйындар германдарҙа ғәҙәттән тыш таралған була. Боронғо гермалы мөлкәтен генә түгел, үҙенең иркен йәшәү хоҡуғын да юғалтҡан: уйында отолған һәм түләрлнк бер нәмәәһе лә булмаған кешене ҡоллоҡҡа һатҡандар. XIII йөҙйыллыҡта уҡ законлы сикләүҙәр барлыҡҡа килһә лә, ә XIV быуатта, бөтә урындағы кеүек, Германияла ла, уйын өйҙәрен (тәүләп Италияла, XII йөҙйыллыҡта) тыя башлайҙар; әммә иң яңы заманға тиклем бәләкәй герман дәүләттәрендә рулеткалар һәм башҡа вертептар кеүек уйын өйҙәренә түҙеп кенә ҡарау түгел, улар урта хәлле казначействоларға ла байтаҡ һалым түләгәнлектән, хатта хөкүмәт тарафынан дәртләндерелгән. Пруссияның юғары күтәрелеүендә һәм Германияны берләштереү дәүерендә был өлкәлә ҙур полиция реформаһы тормошҡа ашырыла — герман ерҙәрендә уйын өйҙәре юҡҡа сығарыла. 1868 йылдың 1 июлендә уйын өйҙәрен ябыу тураһында законына һәм артабан Германияның бер дөйөм законға буйһоноп берләштерелеүенә тиклем, Германия үҙенең пользовалась печальною известностью благодаря своим игорным домам в Баден-Бадендағы, Бад-Доберандағы, Бад-Эмстағы, Висбадендағы, Гамбург һ. б. уйын өйҙәре менән аяныслы танылыуы мнән дан тота ине[2].
Сығанаҡтарҙан белгән мәғлүмәттән сығып фекер йөрөткәндә, боронғо замандарҙан ҡомарлы уйындар пари һәм һөйәк ташлау төрөндә генә таралған була. 1423 йыл тирәһендә ағас һәм баҡырға гравировкалау сәнғәәте барлыҡҡа килгәндән һуң, в Испанияла һәм Германияла рәссамдар күрәҙәлек итеү маҡсаттары өсөн, һуңынан бағымсылыҡҡа нигеҙләнгән уйын ҡоралы булараҡ, йәғни ҡомарлы уйындар өсөн, уйын кәрттәре әҙерләй башлай. Тәүге әҙер, кәрт уйыны, ҡараңғы элементтарҙың һөнәре булараҡ, оҫта алдау формаһы булып хеҙмәт итә, һәм 1494 йылда уҡ кәрт хәйләләп уйнаусыларының (шулерҙар) алдаҡ алымдарын фашлаған «Liber vagatorum» трактат баҫылып сыға. Уйын притондарҙа, кабачоктарҙа ойошторолған, һәм 1541 йылда Англияла уйын притондарны эҙәрлекләү тураһында беренсе закон сығарыла. Әлегә тиклем инглиз дөйөм хоҡуғы буйынса уйын өйҙәрен тотоусылар, «дөйөм зыянлы эш ойоштороусылар (ингл. common nuisance), байтаҡ юлдан яҙған бәйелһеҙ кешеләрҙе бер урынға йыйып, кәйеф-сафа ҡороп күңел аҙҙырыусылар» тип атала[1].
Әммә, яйлап, ҡомарлы уйындар һарайҙа һәм юғары ҡатлам кешеләрендә лә тарала. Был уйындарҙың ныҡ үҫешкән мәле Францияла Людовик XIII һәм XIV осоронда була, шул уҡ ваҡытта был уйындар менән бергә, хәйләләү, алдау тарала, һәм юғары йәмғиәттең билдәле бай шәхестәре лә оятсылыҡ күрә, фашлана. Людовик һарайынан ҡомарлы уйындар модаһы Европаның башҡа һарайҙарына ла күсә (бөгөнгө көнгә тиклем ҡомарлы уйындарҙың күпселеге үҙҙәренең француз атамаларын һаҡлаған), һәм ҡомарлы уйын дворяндар яратҡан шөғөлгә әүерелә. XVIII быуат аҙағы буржуазияһы, йәмғиәттә үҙенең йоғонтоһон нығытып, шулай уҡ «дворян модаһын» өйрәнергә ашыға, әммә буржуазия араһында ҡомарлы уйындарҙың таралыуы XIX быуаттың 30—40-сы йылдарынан ғына һиҙелерлек күләмгә етә (Германияла һәм Рәсәййҙә тағы ла һуңыраҡ). Ишектәре бөтә кешегә лә асыҡ булған ҙур уйын йорттары төҙөлгәндән һуң ғына, ҡомарлы уйында төрлө синыфтарҙың нивелировкаһы мөмкин була. Уға саҡлы ҡомарлы уйын үҙенең синыфы даирәһенән тыш уйналғанда ғына, ғәйепкә алырлыҡ булған[1].
XIX быуаттан башлап Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән уйын «клубтары» киҫкен ҡатлам-синыф характерлы булған («Инглиз»—юғары ҡатлам өсөн, «Сауҙагәрҙәр өсөн», «Приказчиктар өсөн» һ. б.)[1].
Бәйлелек
үҙгәртергәҠомарлы уйындарға бәйлелек кешене психологик буйһоноуға — лудомания торошона килтерә. Бындай бәйлелек йәмғиәттә социаль-ижтимағи ҙа, медицина мәсьәләләрен дә килтереп сығарыуы мөмкин. Мөмкин булған хәүеф факторҙарының береһе булып шәхси үҙенсәлектәр: эмоциональ үҙгәреүсәнлек, үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙың кәмеүе тора.
Бәйлелек тәртибе депрессив ҡаҡшау менән оҙатыла. Тикшеренеүселәр аңдың үҙгәрешле торошо билдәләрен, атап әйткәндә, уйынға мөкиббән китеү менән бер үк ваҡытта бөтә иғтибарын уйынға ғына туплап (концентрация), тирә-яҡ ысынбарлыҡтан ситләшеүҙе күҙәтә.
Мәскәүҙә уйын автоматтары уйындарына патологик бәйлелек арҡаһында мөрәжәғәәт иткән 96 кешене тикшергәндә, 15 осраҡта үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйлау, 36 осраҡта — астеник ҡаҡшау күҙәтелгән[3].
Ҡомарлы уйындарға мөнәсәбәт
үҙгәртергәСаманан тыш уйын ҡомары арҡаһында икенсе дәрәжәле күренештәр менән көрәш элекке замандарҙан бирле донъяның бөтә илдәрендә лә хакимиәт һәм енәйәти сәйәсәт мәсьәләләренең береһе булып тора. Йәмғиәти зыянлы яҡтары халыҡта хеҙмәт түкмәй килем алып байыуға ынтылыуға ҡайтып ҡала, әммә йыш ҡына бәйлелеккә һәм ярлылыҡҡа алып килеү эҙемтәһенә эйә; кеше хаҡына инеп байығыу ҡыҙыҡһыныуына, аҡсаның өҫкә сығыуы һәм әрәм-шәрәм булыуына, үҙләштерелеүгә; уйын алдашыуы үҫешенә, кеше хаҡын ашап йәшәүселәр һанының артыуына килтерә[1]. Ҡомарлы уйындар процесы формалашҡан йөкләмәләр менән (законһыҙ ылыҡтырыу йәки уйынға мәжбүр итеү осрағынан башҡа), дәғүә йәки юллау хоҡуғы менән һаҡланмаған, күпселек осраҡта натураль йөкләмәләргә генә ҡайтып ҡала[4].
Ҡомарлы характерҙа булһа ла, бөгөнгө көндә покер законлы тәртиптә күп кенә илдәрҙә рәсми спорт төрө тип танылған. Нью-Йорк Федераль суды покер «һөҙөмтәгә оҫталыҡ өҫтөнлөклө йоғонто яһаған» уйын тип таныны[5]. Спорт бриджы Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан рәсми рәүештә спорт төрө тип танылды һәм Пекин ҡалаһында үткән 2008 йылғы Бөтә донъя интеллектуаль уйындар программаһына индерелде.
Рәсәйҙә
үҙгәртергәРәсәйҙә элек-электән күп кенә ҡомарлы уйындар билдәле булған, шуларҙан уйын кәрттәрен һәәм зернде руханиҙар ҙа, воеводаларға был уйынсыларҙы күҙәтеү аҫтына алырға ҡушҡан хөкүмәт тә эҙәрлекләгән. XVII быуаттағы воеводалар наказдарынанкәрт һәм зернь уйынсыларын ҡамсы менән һуҡтырғандар, ә кәрт менән зернде тартып алырға һәм яндырыыыырға ҡушылған[2].
Пётр I осоронда тәү сиратта хәрбиҙәргә кәрт һәм аҡсаға һөйәк уйнау ҡәтғи тыйылған була (Артиллерия хәрби уставы § 59; Диңгеҙ уставы, IV китап, гл. I, §§ 15, 19), ә һуңғараҡ тыйыу барыһына ла таралған: аҡсаға уйнау тыйыла, өсләтә штраф ҡаралған (указ № 3127, 17.12.1717 йыл)[6]. Был күрһәтмә императрица Анна Иоанновна идараһы осоронда 1733 йылдың 23 ғинуарында раҫланған: «партикуляр һәм ирекле өйҙәргә йыйылып, бер кем дә аҡсаға, ваҡ-төйәк мөлкәткә, хужалыҡтарға һәм ауылдарға һәм кешеләргә һис тә уйнамаҫҡа». Полиция күҙәтергә тейеш булһа, штрафтың өстән бер өлөшө ошаҡсыға тәғәйенләнә (№ 6313). Шуның менән һаман да киңерәк тарала барған уйынға ҡаршы торорға уйлағандарҙыр, әммә, күрәһең, бушҡа: был күрһәтмә бер туҡтауһыҙ ҡабатланған (№ 9380, 10714). Фәҡәт Елизавета Петровна идара иткән йылдар һуңыында (1761 йылдың 16 июне) законда тыйылған ҡомарлы уйындар менән рөхсәт ителгән коммерция уйындары араһында айырма яһалған: «танылған дворян йорттарында уйынды ҡулланыу рөхсәт ителә; бары тик аҙ аҡса суммаһына ғына, отош өсөн түгел, әммә ваҡыт үткәәреү маҡсатында ғына» (№ 11275)[2].
Императрица Екатерина II осоронда башта ҡомарлы уйындарҙы ғөмүмән тыйыу тураһында раҫлауҙар сығарылған (№ 11877, 12263, 12560), кәрт бурыстарының дөрөҫ булмауы һәм уйын отошо өсөн үтескә биреүселәргә аҡса ҡайтарыуҙан баш тартыу тураһында (№ 12593, 13677), ә "Устав благочиния"ла (1781 йыл) ҡарар ителгән: «игры домашния и игрища, поелику в оныя не входит беззаконие или противное узаконению, полиции не запрещает; в запрещённой же игре смотреть на намерение, с каким играли, и обстоятельства. Буде игра игроку служила забавою или отдохновением посреди своей семьи и с друзьями, и игра не запрещена, то вины нет; буде же игра игроку служит единственным упражнением и промыслом, или дом, в коем происходила игра, открыт день и ночь для всех людей без разбора, и что тут же и оттого происходит прибыток запрещенный, то о том исследовав, учинить по законам. Просьба же и иск о долге по игре да уничтожится» (Уст. благ. § 67)[2].
Император Александр I тәхеткә ултырғандан һуң, хөкүмөт әүҙем рәүештә ҡомарлы уйындарҙы эҙәрлекләй. 1801 йылда Петербург һәм 1806 йылда Мәскәү хәрби генерал-губернаторҙарына ҡомарлы уйынсылар артынан ныҡ күҙәтеү ойошторорға, ғәйеплеләрҙе судҡа бирергә һәм исемдәрен императорҙың үҙенә еткерергә ҡушыла (№ 19938, 22107). Император Александр I ооро положениеларын һәм екатерина дәүере «Устав благочиния» ҡарарҙары үҙгәртеүһеҙ Рәсәйҙә 1917 йылға тиклем ҡулланылған «Устав о предупреждении и пресечении преступлений» (ст. 444—449, т. XIV) тигән документҡа күсерелгән. Закон, рөхсәт ителмәгән ҡомарлы уйындарҙан башҡа, коммерция уйындарын таныған. Ҡомарлы уйындарҙы булдырмау, уйын йорттарын табыу һәм уларҙы ойоштороусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы суд менән эҙәрлекләүҙе башҡарыусы полиция органдары яуаплылығына һалырға. Полиция уйын ҡоралын, ваҡытын, урынын, ҡатнашыусыларын, маҡсатын һәм хәл-ниәтен асыҡларға тейеш. Закон, юҡ-бар үпкәләүҙәр һәм тынысһыҙланыуҙар булмаһын өсөн, полицияға һаҡлыҡ менән эш итергә ҡуша". Мәскәүҙә тотализаторҙар 1889 йылда мәскәү генерал-губернаторы күрһәтмәәһе менән тыйылған була[2].
Совет хоҡуғы, яңы иҡтисади сәйәсәткә тиклемге осорҙа төрлө ҡомарлы уйындар, спекулятив байығыу төрө булараҡ, ҡәтғи тыйыла. 1917 йылдың 24 ноябрендә Петроград Хәрби-Революцион Комитетының бөтә уйын клубтарын һәм притондарын ябыу тураһында ҡарар сыға. Әммә большевиктар уйын бизнесына ҡаршы етди көрәш алып бармай, һәм ул йәшерен рәүештә йәшәгән. Петроград Хеҙмәт Коммунаһының Комиссарҙар Советыы 1918 йылдың яҙында М. И. Калининдың Петроградтағы уйын йорттарын легалләштереү һәм һалым һалыу (килемдәренән 10-30 %) тәҡдимен тикшерә һәм кире ҡаға[7].
1921 йылдың 9 ноябренән Хеҙмәт Советы һәм РСФСР Оборонаһы[7] башҡарма комитеттарҙың айырым рөхсәте концессион башланғыс менән уйын йорттарында түләүле «ҡомарлы булмаған уйындар»ҙы ойоштороу[1], шулай уҡ уйын кәрттәрен һатыу рөхсәт ителә[7]. 1923 йылдың ахырынан, петроград эшселәренең буш ваҡытын үткәреүе н һәм шуның менән бәйййле негатив күренештәрҙе социологик тикшеренеүҙәр менән бәйле, ҡалаларҙағы «йоҡо райондарында» казиноларҙы, лото уйыны залдарын һ.б. уйын йорттарын ябыу кампанияһы башлана. Бының өсөн самогонға, кокаинға һәм ҡомарлы уйындарға ҡаршы көрәш буйынса махсус комиссия йошторола. 1928 йылдың майында Халыҡ Комиссарҙары Советы бөтә ерҙә лә уйын йорттарын тыя, ә Уголовный кодексҡа 201-се статья өҫтәлә: ҡомарлы уйындар ойоштороусыларға төрмәгә оҙайлы срокка ябылып ҡуйыу янай[7]. Ҡомарлы уйындарға яҡын лотереялар һәм ипподромдарҙағы тотализаторҙар ғына рөхсәт ителә, был ситуация СССР-ҙа даими һаҡлана. 1976 йылда башланған дәүләт «Спортлото» лотереяһы иң популяр була һәм ул килтергән бөтә килем портты финаслауға, шул иҫәптән 1980 йылда үткән Мәскәү Олимпиадаһын финанслауға тотонола. 1940 йылдан 1973 йылға тиклем шулай уҡ Ригала таралған бриджды ла спорт төрөнә индергәндәр, бридж буйынса хатта халыҡ-ара турнирҙар ҙа үткәрелгән, әммә һуңғараҡ бридж, "Коммунизм төҙөүселәрҙеү әхлаҡ кодексына тап килмәй тип, тыйылған[7].
1988 йылда «Интурист» ҡунаҡханаларында, сит ил туристары күңел асһын өсөн, 200-ҙән ашыу уйын автоматы ҡуйыу рөхсәт ителә. 1989 йылдың яҙында Таллинда беренсе казино асыла, ә августа казино Мәскәү ҡалаһындағы «Савой» ҡунаҡханаһында ла эшләй башлай[8].
1990 йылдан, СССР тарҡалыу менән, казино һәм уйын автоматтары залдары Рәсәйҙә сикләнмәгән һанда барлыҡҡа килә.
2006 йылда Рәсәйҙең бөтә территорияһында[9], илдең иң ҙур ҡалаларынан алыҫ урынлашҡан дүрт "Уйын зонаһы"нан башҡа, казино һәм уйын учреждениелары ойоштороуҙы тыйған закон ҡабул ителә. Бына ошо төбәктәр: Алтай крайы, Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһе сиге, Калининград өлкәһе, Приморье; Ҡырым Рәсәй Российской Федерацияһына 2014 йылда ҡабат ҡушылғандан һуң, Ҡырым ярымутрауы территорияһында ла уйын зонаһын ойоштороу тәҡдим ителә[10].
2009 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә ҡомапрлы уйындар рәсми рәүештә тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, уйын йорттарының бер өлөшө «электрон лотереялар», интернет-кафе һәм компьютер клубтары «пәрҙә»һе аҫтында йәшерен эшләүен дауам итә[7].
Рәсәй Федерацияһының заманса закондарына ярашлы, ҡомарлы уйын — «эш итеүҙә мөмкин булған ике варианттың береһен, нәтижәһе икеле йәки насар һөҙөмтә биреү ихтималлығына ҡарамай, һайлау, уйында ҡатнашыусы ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара ризалығы буйынса килешеүе йәки бындай килешеүҙең бер нисә ҡатнашыусыһының ҡомарлы уйынды ойоштороусы ҡағиҙәләре буйынса килешеп уйнауы»[11].
Йыш ҡына Рәсәйҙәге ҡомарлы уйындарға дәүләт лотереяларын да индерәләр. Был дөрөҫ түгел.
Лотереяла отош приз фонды ярҙамында уны үткәрер алдынан туплана. Ҡомарлы уйында — ҡатнашыусыларҙың аҡсаһы иҫәбенә уйын барышында отош йыйыла. Бынан башҡа, лотерея отошо лотерея билетында (йә башҡа документта) күрһәтелгән урында бирелә. Ҡомарлы уйын осрағында отош уйынды үткәргән урында бирелә.
«Лотереялар тураһында» федераль законына[12] 2014 йылдың 1 июленән дәүләт лотереяларынан башҡа теләһә ниндәй лотереяларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылырға тейеш тигән төҙәтмәләр индерелде.
АҠШ-та
үҙгәртергәТарихсылар Лиза Моррис һәм Алан Блок «1840-сы йылдарға тиклем уйын бизнесы Миссисипи һәм Огайо йылғалары һәм шулай уҡ Бөйөк күлдәр буйлап йөрөгән пароходтарҙа ойошторолған». Һуңынан, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан — ә бәлки шул тыйыу эҙемтәһе булараҡ — йәшерен уйын бизнесы ҡоро ерҙә лә сәскә атҡан, һәм шуның һөҙөмтәһе булып «аяныслы билдәлелек алған бер нисә „криминаль ҡала“ барлыҡҡа килгән».
Лотереялар иһә, улар Иҫке Донъяла ла билдәле булған. Королева Елизавета I [1569 йылда махсус грамота баҫтырып беренсе инглиз лотереяһын үткәрергә рөхсәт бирә. Һуңыраҡ, Англияның Америка колнияларында ла һәм шулай уҡ Иҫке Донъяла ла лотереяларҙы ирекле рекламалағандар һәм үҙ иректәре менән дөйөм халыҡ ҡаҙнаһын тулыландырыу сараһы тип иҫәпләгәндәр. Әммә, лотерея мәсьәләһе буйынса регуляр рәүештә ығы-зығы ҡубыуы һәм сәйәәси һөжүм ойошторолоуы арҡаһында, XIX быуатта улар АҠШ-та бөтөнләй тыйыла. Легаль лотереялар ойоштороу тәжрибәһенә бары 1963 йылда Нью-Гэмпшир штатында, ә 1965 һәм 1993 йылдар арауығында 35 штатта һәм Колумбия округында лотерея ойоштороуға дәүләт монополияһы индерелә[13]. Һуңғы ваҡытта АҠШ-та йәмәғәтселектең ҡомарлы уйындарға мөнәсәбәте түҙеп ҡарау яғына үҙгәрә. Gallup йәмәғәт фекерен фәнни-тикшереү институты мәғлүмәттәре һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 67%-тан ашыуы, был күренештә бер насарлыҡ та күрмәйбеҙ һәм ҡомарлы уйындарҙы тыйыу йәмғиәткә бер төрлө лә файҙа килтермәй тигән.[14]
Һәр штат ҡомарлы уйындар буйынса үҙенең закондар йыйынтығы урылаштыра. Дөйөм федераль закондар ҙа бар. Баҙарҙы көйләүселәр — штаттар хакимиәттәре һәм American Gaming Association (баҙарҙа ҡатнашыусыларҙы — етештереүселәрҙе, таратыусыларҙы һәм операторҙарҙы берләәштерә). АҠШ-та уйын бизнесы индей резервацияларында, круиз караптарҙа һәм Невада штатында үҫешә. Йыл һайын баҙарҙың дөйөм килеме 71.1 млрд доллар тәшкил итә.
АҠШ-та барлығы 1600-тан артығыраҡ казино эшләй. Дөйөм алғанда, Онлайн уйын бизнесы рөхсәт ителгән, әммә онлайн ҡомарлы уйындар менән бәйле финанс транзакциялары тыйылған[15].
Диндәрҙә
үҙгәртергәХристиан сиркәүе ҡомарлы уйындарға кире ҡарашта, ундай уйындар нигҙһеҙ байығыу теләген үҫтерә һәм насар социаль эҙемтәләргә килтерә ти. Ҡомарлы уйын менән мауығыусыларҙың санын алыуға һәм диндән ҡыуыуға тиклем алып барып еткерә. Ҡомарлы уйындарҙы ике тыйыу постановлениеһы бар; был 42 Изге апостолдар ҡағиҙәләре [16][17][18]. Зернь, шашка, шахмат һәм һөйәк уйындарын тыйыу тураһындағы законды 1551 йылда Стоглавый собор ҡабул иткән[19][20].
Ислам дине лә ҡомарлы уйындарҙы тыя. Шуның өсөн ислам илдәренең күпселегендә ҡомарлы уйындар закондан тыш иҫәпләнә[21].
Иудаизм да шулай уҡ ҡомарлы уйындарҙы тыя. Торала улар телгә алынмаһа ла, Талмуд уйындарҙы тәнҡитләй[22].
Иҡтисад
үҙгәртергәThe Economist[23] журналы мәғлүмәттәре буйынса, казино, спорт ставкаларын, лотереяларҙы һ. б. индереп, 2011 йылда ҡомарлы уйындар һөҙөмтәһендә отоштоң дөйөмләштерелгән күләме (ставкалар күләменән минус отош күләме) 350 миллиард АҠШ долларына тиң булған. Шуның менән бергә 50 миллиарды онлайн-казино ставкалары өлөшөнә тура килгән.
Донъя күләмендә отош өлөшө буйынса беренсе өс урынды: Гонконг — 32 %, Швеция — 23 %, Бөйөк Британия — 21 % — биләгән.
Төрлө ҡомарлы уйындар ҡатнашыусыларының артыуы башҡа өлкәләрҙә, айырып әйткәндә, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында, хәүефҡә мөнәсәбәтте байтаҡҡа арттыра: мөмкин булған уңышһыҙлыҡтан ҡасыуҙың тәбиғи механизмдары баҫыла, ә ҡомарлы уйында ҡатнашыу ғәҙәттәре фонд баҙарындағы уйын кимәленә күсә[24].
2016 йылдың башында KeyToCasino.com порталы аналитиктары интернет-казино-онлайн буйынса тикшеренеү үткәргән, һәм ул онлайн-казино уйынсылары араһында АҠШ долларының лидерлығын тартып аоған евро иң популяр валюта булып торғанын асыҡлаған.[25]
Уйын зоналары
үҙгәртергәМәҙәниәттә
үҙгәртергәКлассик әҙәбиәттә
үҙгәртергәУрыҫ классиктарының бер нисә әҫәре ҡомарлы уйындарға һәм мауығыусы кешенең яҙмышына уларҙың ниндәй йоғонто яһауына бағышланған. Александр Сергеевич Пушкиндың «Пиковая дама» повесының сюжеты ҡомарлы уйын менән бәйләнгән кеше яҙмышын бәйән итә. Николай Васильевич Гоголдең «Игроки» комедияһы мутлашыусылар образын тасуирлай. Михаил Юрьевич Лермонтов үҙенең «Маскарад», «Штоссе» һәм «Тамбовская казначейша» әҫәрҙәрендә шулай уҡ сюжетты башлап китеү маҡсатында ҡомарлы уйын темаһын файҙаланған. Фёдор Михайлович Достоевский «Игрок» романында тормошоноң мәғәнәһенә әйләнгән ҡомарға буйһоноу кешене рухи һуҡырлыҡҡа килтереүен хикәйәләй. Осип Эмильевич Мандельштам «Казино» шиғырында уйын аппараттары араһына барып ингән кешенең хәл-торошон образлы итеп тасуирлай. Александр Степанович Грин «Гениальный игрок» хикәйәһендә сюжетҡа, уйындың үҙенең идеяһын юҡҡа сығарыусы отошһоҙ кәрттәр идеяһын индерә. Александр Иванович Куприн «Система» хикәйәһендә Монте-Карлонан килгән еңелмәҫ уйынсы тураһында һөйләй, һәм ошо һәләтенән ҡурҡҡан казино хужалары уны үҙҙәренең уйын йорттарына индермәгән.
Һынлы сәнғәттә
үҙгәртергәXVI быуат аҙағынан башлап, рәссамдар, уларҙың шәхес үҫешенә емергес кире тәьҫир итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡомарлы уйындарҙы һүрәтләй башлай. Шуға оҡшаш елые серии подобных изображений создали Рәссамдар Виллем Корнелис Дейстер, Жорж де Латур, Караваджо шуға оҡшаған һүрәттәрҙең тотош серияһын булдырҙы.
-
Хәйләләп уйнаусы бубновый туз менән.
Жорж де Латур,
ок. 1630 -
Кәрт уйнаусы һалдаттар.
Виллем Корнелис Дейстер,
1625 — 1630 йылдар араһында -
Уйын йорто.
Уильям Хогарт,
1733 — 1735 йылдар араһында
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Люблинский П. И. «Азартная игра» // Большая советская энциклопедия, 1 издание, — М.: Советская энциклопедия, 1926, Т. 1, С. 635—638
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Азартные игры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Малыгин В. Л., Хвостиков Г. С., Малыгин Я. В. Особенности характерологических свойств патологических азартных игроков и психопатологические феномены, сопровождающие азартную игру // Прикладные информационные аспекты медицины. — Воронежская государственная медицинская академия им. Н. Н. Бурденко, 2007. — В. 10. — С. 135—141. — ISSN 2070-9277.
- ↑ Игры и пари // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Федеральный судья признал покер игрой мастерства
- ↑ 3127.—Декабря 15. Именный.— О запрещеніи носить пряденое и волоченое золото и серебро покупать оное и играть въ деньги.17 (28) декабрь 1717 года
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Олег Тарасов «Азартные игры в Советском Союзе» (23.07.2010)
- ↑ История азартных игр в России на casinojack.ru/* В России */
- ↑ Закрытие казино в России
- ↑ Власти Крыма предложили перенести игорную зону из Ялты в Евпаторию
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 29 декабря 2006 г. N 244-ФЗ О государственном регулировании деятельности по организации и проведению азартных игр и о внесении изменений в некоторые законодательные акты Российской Федерации
- ↑ Федеральный закон от 11.11.2003 N 138-ФЗ
- ↑ Гай Кальверт. Азартные игры в Америке . InLiberty.ru.
- ↑ Американцы позитивно относятся к азартным играм . ratingbet.com. Дата обращения: 13 июнь 2016.
- ↑ Игорный бизнес США . slots.com.ua. 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ И. И. Срезневский. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Санкт-Петербург, 1890—1912. Том II. Л — П 1902 год. колонка 71. „лѣкъ, лѣка“
- ↑ Бенешевич В. Н. Древлеславянская Кормчая. том 1, Издание 1906 год стр. 178
- ↑ Кормчая 1650 года. стр. 523
- ↑ И. И. Срезневский. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Санкт-Петербург, 1890—1912. Том III. Р -Ѩ (йотированный юс малый) и дополнения 1912 год. колонка 911. тавлия=тавлѣя
- ↑ Стоглав. Глава 92 «О игрищах еллинского беснования»
- ↑ Отношение ислама к азартным играм 2012 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Играми бесовскими тешатся
- ↑ Bedbetting // The Ecomonist, 4 июня 2012
- ↑ Шиллер, Роберт , 2013, с. 103
- ↑ The US Dollar Loses Its Crown As The Most Popular Currency In Online Casinos . WebWire. Дата обращения: 18 март 2017.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҠомарлы уйын Викимилектә |
- Игорный бизнес / Пер. с англ. и фр. НВЦ «Библиомаркет»; Ред.-сост. А. В. Пурник. — М., 1994. — 208 с.
- Eliage, Mircea. The Encyclopedia of Religion. — N. Y.: Simon & Schuster Macmillan, 1995. — Vol. 5. — P. 486—474.
- Евгений Ковтун. История правового регулирования азартных игр в России. — М.: ИПЦ Маска, 2009. — ISBN 978-5-91146-255-0.
- Евгений Ковтун. Азарт в Стране Советов. — М.: Олимп-Бизнес, 2012. — ISBN 978-5-9693-0220-4.
- Роберт Шиллер. Иррациональный оптимизм. Как безрассудное поведение управляет рынками = Irrational Exuberance. Second Edition Revised & Updated. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 422 с. — ISBN 978-5-9614-1845-3.