Ҡашҡа (Асҡын районы)

(Ҡашҡа (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Ҡашҡа (рус. Кашкино) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 843 кеше[1]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819001.

Ауыл
Ҡашҡа
Ҡашҡа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°01′20″ с. ш. 56°59′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 819 001

ОКТМО коды

80 604 419 101

ГКГН номеры

0522773

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡашҡа (Рәсәй)
Ҡашҡа
Ҡашҡа
Ҡашҡа (Асҡын районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡашҡа


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 843 426 417 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 147 км

Архив мәғлүмәттәре һәм электән йәшәгән төп боронғо ерле халыҡтар һөйләп ҡалдырыуынса, яҡынса 1640 йылдарҙа ауылға нигеҙ һалынған йыл булып иҫәпләнә. Ауылды тауҙар: Арҡатау, Нөгәртау, Ҡаршытау уратып алған. Ҡашҡа янынан Төй йылғаһы аға.
Ҡашҡа һүҙе был яҡтарҙа бик йыш осрай. Күрше Байгиш(хәҙер Әмир) ауылы кешеһе Ҡашҡа Кәримғолов (1814 йыл), Рәхмәтғол Кашкин(1791йыл)йәшәгәндәр. 1752 йылда суд эшендә шаһит булып Абдрахман Кашкин үткән(ЦГИА РБ ФОНД 108. Л.29). Ул беренсе күсеп килеүсенең улы йәки ейәне булыуы мөмкин.Ҡашҡа һүҙе төрлө һүҙтеҙмәләрҙә осрай, мәҫәлән, ғашҡатлькль(Ҡашҡа бәрән), ғашҡаат(ҡашҡа ат). Әгәр бәрән йәки аттың маңлайында аҡ таптары булһа, шулай атағандар.
Мөхәмәтша Буранғолов һәм Әнүәр Әсфәндиәровтың ҡайһы бер эштәрендә ҡашҡа һүҙе «батыр» мәғнәһендә бирелгән. Ә профессор Йәмил Ғиниәтович Кейекбаев эштәрендә был һүҙ " таҙа"мәғнәһендә. Хәлил, Бағаҙы, Гөмбә, Яңы Сөйөш, Байғуш(Әмир), Урмияҙ, Иҫке Сарс, Ташлыкүл, Ҡашҡа менән бер юртаға ҡарағандар. Был ауылдарҙың башҡорттары 18 мең 998 дисәтинә ер биләгәндәр. Төй йылғаһының түбәнге яғында Ыйыҡташ исемле тау бар. Боронғо төрки телендә ул Изге тау тигәнде аңлата. Халыҡ уны Хан тауы ла тип йөрөтә, сөнки эсендә бер нисә иркен бүлемдәре һәм залдары бар. ХVIII быуат аҙаҡтарындағы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауыл Сиреүбай (Сирюбаево) тип аталыуы билдәле.
Ҡашҡалылар балыҡсы улусы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар. 1795 йылда ауылда 12 хужалыҡта 55 ир — ат һәм 60 ҡатын — ҡыҙ, 1812 йылда 22 хужалыҡта 83 ир — ат һәм 73 ҡатын — ҡыҙ йәшәгән. 1816 йылда ауылда яңы йәмиғ мәсете булған. 1792 йылғы Сиражетдин Абделкарамов указлы мулла булған(ЦГИА Фонд 138 ,опись 2, дело 557, стр. 504). 1895 йылда «башҡорт мәктәбе» булған. Мәсеттә имам- хатип Тажетдин Әсфәндиәров, ә мәҙрәсәлә Ғата Сөләймәнов эшләгән, ислам нигеҙҙәрен уҡытҡан.

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[2]

  • 9 Май урамы (рус. улица 9 Мая)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Марданов урамы (рус. улица Марданова)
  • Механиҙаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәшлек урамы (рус. улица Молодежная)
  • Йәш белгестәр урамы (рус. улица Молодых специалистов)
  • Нагорная урамы (рус. улица Нагорная)
  • Р.Зорге урамы (рус. улица Р.Зорге)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Труда)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп аралығы урамы (рус. улица Школьный переулок)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡашҡа ауылы