Ҡашҡа ауылы тирә- яғындағы шишмәләр.

Викидатала элемент юҡ

Ҡашҡа (рус. Кашкино) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 843 кеше[1]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819001.

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы Суртан күл(Щучье Озеро): 80 км

Шишмәләр

үҙгәртергә

Сөйөш ауылы юғарыраҡ урында, әсәһе ҡуйынына һыйынған сабыйҙай, тирә — яғын уратып алған тауҙар араһында урынлашҡан. Ә тау аҫтынан Төй йылғаһы аға. Йылға буйында саф һыулы шишмәләр күп.

Тал шишмәһе. Шишмә тал ағасы төбөнән ағып сыҡҡанға, халыҡ уны ошолай тип атап йөрөтә.

Улаҡлы шишмә Элек-электән Улаҡлы шишмә тип йөрөтөлә. Иң беренселәрҙән булып был шишмәне Сөйөш ауылы кешеһе Ғәлләметдин Шәрәфетдинов күргән (1888 йылда тыуған). Ул бейек Арҡа тауында аҡбур сығарған һәм арып, һыу эсәһе килеп, Төй йылғаһы буйына төшкән. Йылға буйында таштар араһынан таҙа һыу аҡҡанын күрә һәм тәрән соҡор яһай. Һыуы һалҡын булһа ла, ҡулға йомшаҡ тойола, тамаҡ кипкәнен бөтөрә. Шишмәне күреп, һыу алырға ауыл халҡы ла йөрөй башлай. Башта һауытҡа сүмес менән тултыралар. Берҙән- бер көндө ошоно күргән Ғәлләметдин бабай ике метрға яҡын юкә ағасының эсен алып, ҡабығын шишмә сыҡҡан урынға ҡаға. Бына ошонан һуң инде улаҡтан һыу аға. Халыҡ уны Улаҡлы шишмә тип йөрөтә башлай. Яҙ көнө һыу таша, улаҡты ағыҙа. Унан һуң ағастан эшләп ҡуялар. Һыу ташыу ваҡытында ағыҙып алып китә. Тик 20 быуат уртаһында Һөйөш ауылы кешеһе Мөхәмәтйәнов Низаметдин тимерҙән торба ҡаға. Шишмә һыуы бөгөн дә туктамай аға ла аға. Ҡайҙарҙан ғына килеп алмайҙар уны, ҡар, буран тип тормайҙар. Шишмәнән юл аша бейек Арҡа тау. Унда бигерәк тә ер еләге уңа, бәшмәк куп була. Ҡунаҡҡа ҡайтыусылар һәм ауыл халҡы йыш ҡына тау итәгендә еләк йыйғандан һуң, Ҡашҡа, Сөйөш ауылдарына һоҡланып ҡарап ултырырға күнеккән. Шулай ук Төй йылғаһы буйында балыҡ ҡармаҡлап ултырырға яратыусылар ҙа бихисап. Улаҡлы шишмә һыуын төрлө ерҙәрҙән килеп алалар, юлсылар туҡтап сарсауҙарын баҫтыра, бит-ҡулдарын йыуып, хәл ала. Ул аш-һыу әҙерләргә, сәйгә лә бик тәмле, йомшаҡ, сәйнүккә юшҡын да ултырмай. 20 -се быуат аҙағында шишмәнән юғарылағы юлды киңәйтәләр һәм ер ҡуйынынан бәреп сыҡҡан шишмә, юлды арҡылыға бүлеп ағыу сәбәпле, ауыл халҡына техника менән йөрөү өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырған була. Халыҡ был юлдан Гөмбә ауылына һәм ҡырға бара. 2000 йылда Хәүзетдин ағай һыу ағыу өсөн арҡылыға торба һалып ҡалдырып, юлды төҙөкләндерергә тәҡъдим итә. Торбалар хәстәрләнә. 16 метр озонлоғонда иретеп йәбештереп, баш-баштарына сүп-сар тығылмаһын өсөн тимер селтәр беркетелә. Канау ярып, торба һалына. Юл да, шишмә лә һаҡланып ҡалына. 2017 йылда «Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы» уңайынан был аҙ ғына өҫтәрәк аҡҡан шишмәне ауыл халҡы төҙөкләндерә. Ул таҡта менән ҡапланып, лакланған, ә ҡыйығы ҡалай менән ябылған. Һыу алыу урынына тотоноп төшөр өсөн баҫҡыс яһалған, таҡтанан иҙән дә теҙелгән. Шишмә янындағы майҙанға ваҡ таш килтереп, тигеҙләп йәйелгән, сүп-сар һалыу өсөн махсус тартмалар ҙа, ял итеп алыу өсөн эскәмйә лә эшләп ҡуйылған. Улаҡлы шишмә менән ошо шишмә араһы бик яҡын булғанлыҡтан, халыҡ Улаҡлы шишмә тип йөрөтә. (Аҫҡы һәм Өҫкө Улаҡлы шишмә -халыҡ телендә)

Төпһөҙ шишмә — тәбиғәт күрке. Тау- урмандар ҡосағында урынлашҡан Гөмбә ауылы янында ысын тәбиғәт байлығына әйләнгән тере һыу — Төпһөҙ шишмә сылтырап аға. Төпһөҙ шишмәнең ағып сыҡҡан урыны ҙур ғына, шул уҡ ваҡытта сикһеҙ тәрән, ҡуйы зәңгәр булып ялтырап тора. Тирә-яғында төрлө-төрлө ағастар үҫә: ҡайын, йүкә, тал, ҡарағай, муйыл, зирек. Шишмәгә ҡағылышлы ла һорауҙар бик күп. 1870 йылдарҙа ауыл ҡарттары шишмәнең тәрәнлеген үлсәргә булалар. Улар 12 дилбегә бәйләп төшөргәндәр, тик төбөнә төшөп етә алмағандар. Ауылдың аҡһаҡалдары һөйләүенсә, 1982 йылда урып-йыйыу ваҡытында, шишмәгә комбайн төшөп бата. Нисек кенә тырышһалар ҙа, уны табып, тартып ала алмайҙар. Хатта башҡаланан водолаздар ҙа килеп эҙләп ҡарай. Шул ваҡыттан һуң ауыл халҡы уны «Төпһөҙ шишмә» тип йөрөтә башлай. Ауыл халҡы һөйләүенсә, шишмә феномен күренешкә эйә: бер арта, бер кәмей. Төй йылғаһы ташһа, шишмә лә таша. Элегерәк шишмә аша күпер ҙә, һыу тирмәне лә булған. Быуа урыны әле лә беленеп тора. Шишмә Төй йылғаһына ағып төшә. Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән шишмәнән көйәнтәләп һыу ташый. Шишмә һыуы эсергә лә тәмле, сәс һәм кер сайҡарға ла бик йомшаҡ. Йәй көнө һыу бигерәк һалҡын, ә ҡыш ҡөнө йылы. Ял итер өсөн урын да эшләп ҡуйылған. 2017 йылда «Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы» уңайынан Гөмбә ауылында Шишмә байрамы үтте. Ул «Асҡын районының тәбиғәт байлыҡтары» ижади конкурсы нигеҙенә ярашлы, бик тәрән эстәлекле булды. Ауыл халҡы сараны үткәреү урынын яҡшы итеп әҙерләне, тирә-яғын йыйыштырҙы. «Һыу юлы башлау» йолаһы күрһәтелде. Нәфҡиә апа Ғилмийәрова йәш ҡыҙҙарға шишмәнән һыу алыу тәртибе тураһында һөйләне. «Иртән- иртүк алып ҡайтҡан һыу шифалы була. Элек ололар йәш киленгә һыу юлын ҡояш ҡалҡҡан саҡта күрһәткән. Һыу алғанда „бисмилла“әйтеп, яйлап ҡына, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның да күңеле, аҡылы бар. Ҡояш байығас, һыуға барырға ҡәңәш ителмәй — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр барырға тура килһә, һыуҙан рөхсәт һорарға кәрәк», — тип ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған теләк- кәңәштәрен еткерҙе. Шишмә буйында, ҡырҙарҙа үҫкән шифалы үләндәр тураһында ла һүҙ барҙы. Тәбиғәт — тере шишмә. Ул бер ҡасан да ҡараусыһыҙ булмаҫҡа, ҡорорға тейеш түгел. Уны яҡларға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.
Һыу — ерҙәге тереклек өсөн иң кәрәкле матдә. Ер шарының картаһына ҡараһаҡ, уның бик күп өлөшө һыу ятҡылыҡтарынан тора. Ер шарының 70%-ын һыу алып тора. Тимәк, ерҙә һыу бик күп тип уйларға була. Ләкин диңгеҙ, океан һыуы эсергә яраҡһыҙ, тоҙло. Эсергә яраҡлы һыу ерҙә бик аҙ. Йылға, шишмә, күл буйҙарын таҙа тотоу, эсер һыуҙы һаҡлап тотоноу — һәр кешенең изге бурысы.

Р.S. Ҡашҡа моделле китапханаһы Өлкән китапханасыһы Сабирова Гөлфиә Мәғсүмйән ҡыҙы Ҡашҡа ауылының аҡһаҡалы Васбий Имаев менән тыл ветераны Фәтхиә Фәзлетдиноваларҙан (иҫән сағында) яҙып алған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Чишмә - яшәү чыганагы. Сабирова Г.М. — Ышаныч. Аскын районының ижтимагый-сәяси гәзите,2 апрель 2021.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Чишмә - яшәү чыганагы. Сабирова Г.М. — Ышаныч. Аскын районының ижтимагый-сәяси гәзите,2 апрель 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә