Ҡараяҡуп ҡаласығы
Ҡараяҡуп ҡаласығы (рус. Кара-Якуповское городище) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э. VIII—IX быуаттарына ҡараған Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3].
Ҡараяҡуп ҡаласығы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шишмә районы |
Урын | Шишмә районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәҠараяҡуп ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Шишмә) — 8 км, яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә) — 8 км.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәҠараяҡуп ҡаласығы майҙаны 2300 м², 568 м² археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаласыҡ киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м тәшкил иткән 2 тупраҡ ур[4] һәм соҡорҙар менән нығытылған. Эске ур таш нигеҙгә ҡоролған, тышҡыһы — таш, өҫтән — текә ҡойма, тышҡы соҡорҙоң яҡтары ситән менән нығытылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ һауыттар түңәрәк төплө, тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, бәләкәй генә соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк баҫылған, ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән.
Ҡаласыҡта баҡыр таралғы һәм бил ҡайыштарын биҙәү тәңкәләре, балсыҡтан эшләнгән сүмес һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡ, балыҡ ҡармаҡтары, ҡалаҡ яһау ҡоралы, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тирмән таштары табылған. Табылдыҡтар араһында борай бөртөктәре, хайуан һөйәктәре булған.
Артефакттарҙан күренеүенсә, ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән.
Ҡараяҡуп ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].
Асыш тарихы
үҙгәртергәҠаласыҡ 1952 йылда археолог Талицкая Инна Андреевна[7] тарафынан асыла.
1962 йылда һәм 1967 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева етәкселегендә Башҡорт дәүләт университеты экспедицияһы өйрәнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ҡараяҡуп ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Талицкая Инна Андреевна
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡараяҡуп ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеева Г. И. Памятники кара-якуповского типа в Приуралье //Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, 1975. Вып.5.
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.