Поносова-Молло йорто
Иҫтәлекле урын | |
Поносова-Молло йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Төҙөлөшө | ???—1910 йылдар |
Поносова-Молло йорто Викимилектә |
Е. А. Поносова-Молло йорто — Өфө ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы, Киров районында Карл Маркс урамы, 6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБыл айырым торған йорт 1910 йылда төҙөлгән. Уны төҙөү буйынса заказсы сауҙәгәр һәм тау заводы хужаһы С. С. Манаев була, йортто ул Өфө сауҙәгәр ҡатыны Елена Александровна Поносова-Молло өсөн төҙөтә. Йорттоң проектын инженер-архитектор К. А. Гуськов эшләй, ә төҙөлөш урындағы оҫталар һәм эшселәр көстәре менән алып барыла. Был бина Өфөләге иң беренсе «модерн» стилендә төҙөлгән йорт була. Ул үҙ эсендә барокко һәм ренессанс элементтарын берләштерә.
Йорт ике ҡатлы бинанан тора, бина фасадтары Карл Маркс урамына сыға. Йортҡа инеү урыны фасад һәм үҙәк өлөшөнөң тап уртаһында тора. Бинаның тышҡы яҡҡа сығарылған тупһаһы бар, тупһа ике квадрат формаһындағы колонналы һәм өс мөйөшлө фронтанлы портиктан ғибәрәт. Фасад рустовка (юнылған таш), ҡатмарлы кәрниздәр, һырлы биҙәүестәр һәм тәҙрә ҡапҡастары менән матурланған. Айырым торған йорттоң комплексына шулай уҡ баҡса, фонтан һәм кәрәк-яраҡ өсөн бүлмәләр ингән.
1919 йылда был бинала Василий Чапаевтың 25-се уҡсылар дивизияһы штабы урынлашҡан, был ваҡиға хаҡында бина тышындағы мәрмәр таҡтаһы хәтерләтә. 1920-се йылдар уртаһынан 1936 йылға тиклем бинала Октябрь революцияһы музейы урынлаша. Артабан — Ғалимдар йорто, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы. Хәҙерге көндә бинала Археология һәм этнография музейы урынлашҡан.
Бинаны реставрациялау
үҙгәртергә1980 йылда архитектор Р. Сәлимовтың проекты буйынса бина реставрациялана.
«Рәсәй мәҙәниәте (2006—2010 йылдар)» Федераль маҡсатлы программаһы буйынса Поносова-Молло йортон реставрациялауға һәм уны Археология һәм этнография музейы булараҡ реконструкциялауға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 17 миллион һум аҡса бүленгән[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вероника Галимьянова. На сохранение культурного наследия республики в 2007 году было выделено более 66 миллионов рублей . Башинформ.ру (12 ноябрь 2007). Дата обращения: 25 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Объекты архитектуры. Культурное наследие . Дата обращения: 25 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.(урыҫ.). Тәүге сығанаҡтан 2013 йыл 15 ғинуар архивланған. архивланған 22 сентябрь 2012. 25 май 2012 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.