Ҡаза намаҙҙары
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡаза намаҙҙары — төрлө сәбәптәр менән үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар.
Ниндәй ҙә булһа бер намаҙҙы үҙ вакытында үтәү «ӘДӘ» тип атала. Ә үтәү вакыты сыккандан һуң ҡылыуға «ҡаза» тип әйтәләр.
Намаҙҙы белеп, гөҙөрһөҙ-сәбәпһеҙ ваҡытынан һуң ҡылыу ҙур ғонаһ һанала һәм намаҙ Ҡаза ҡылыу менән үтәлгән һынала. Бары тик, вакытынан һуңға ҡалып ҡылған өсөн, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү итеүен һорарға кәрәк.
Биш вакыт намаҙҙың фарыздары менән витер намаҙы ҡаза ителә. Ә вакыты сыккандан һуң сөннәттәр каза ителмәй.
Тик иртәнге намаҙҙы ваҡытында ҡылмаған кеше, шул көндөң өйлә намаҙына ике сәғәт алда, фарыз менән бергә сөннәтен дә ҡаза ҡылыр.
Ҡаза намаҙын ҡылыр өсөн айырым ваҡыт юк. Уны көндөҙ ҙә, төндә лә ҡылырға мөмкин. Ләкин, өс мәкрух вакытта, йәғни ҡояш ҡалҡҡанда, батҡанда һәм уның нәк баш өҫтөндә торғанда ғына ҡаза ҡылырға ярамай.
Ҡалдырған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылғанда кайһы көнгө,кайһы вакыт намаҙы икәнен белмәһә, түбәндәгесә ниәт әйтелә: «Ниәт иттем Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡазаға ҡалған иртәнге намаҙҙың фарызын ҡылырға» тип. Шулай ук башҡа намаҙҙарға ла ҡаза кыла.
һәр аҡыллы мосолман ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ бәлиғ булғандан һуң бөтөн дини вазифалар менән бергә биш ваҡыт намаҙҙы үтәргә тейеш. Шунлыҡтан, намаҙҙы уҡымай ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә илле биш урында һәр мосолманға намаҙ уҡыуҙы әмер иткән, утыҙ өс урында намаҙҙың зәкәт менән бергә фарыз икәнлеген әйткән.
Ҡөрьән Кәримдә намаҙ тураһында барлығы йөҙҙән артыҡ урында иҫкә алына. Намаҙ хаҡындағы әмерҙең шул ҡәҙәр ҡат-ҡат әйтелеүе, бер яҡтан, намаҙҙың өҫтөнлөклө булыуына һәм сауабына ишаралаһа, икенсе яҡтан, намаҙҙан баш тартҡан өсөн яуап биреүҙең бик ауыр булғанлығына ьмил булып тора.
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙис-шәрифендә: «Аллаһы Тәгәләнең Ҡиәмәт көнөндә ҡолдарын яуапҡа тарттырғанда иң бесренсе һорауы намаҙ тураһында буласаҡ», — тип намаҙ хисабын теүәл биреүселәрҙең бүтән яуаптары ла еңел биреләсәген, был хисапты теүәл бирә алмағандарҙың башҡа мәсьәләрҙә лә ҡыйынлыҡта ҡаласағын аңлатҡан.
Бер кеше бер намаҙ урынына миллиондарса һум аҡсаны саҙаҡа итеп бирһә, йәки береһенең ике рәҡәғәт намаҙы урынына йөҙ рәҡәғәт намаҙ уҡыһа ла, намаҙ бурысы һәм яуаплылығы шулар менән бөтмәй, алынмай, түләнмәй.
Ҡаза намаҙын ҡылыу
үҙгәртергәНамаҙ кемгә фарыз — ул шул бәндәнең үҙе тарафынан уҡылыуы менән үтәлә. Шунлыҡтан бер кешенең ғәфләт, ғәмһеҙлек йәки ялҡаулыҡ һөҙөмтәһендә үҙ ваҡытында уҡымаған намаҙы булһа, ул кисекмәҫтән ҡазаһын уҡырға һәм йыл намаҙҙы ҡазаға ҡалдырғаны өсөн тәүбә һәм истиғфар кылырға тейеш.
Намаҙҙа бурысы булған кеше, бурыстарын һанап сығып, ҡалдырылған иң һуңғы намаҙынан башлап ҡаза ҡылырға тейеш. Иң әүәлгеһенән башларға яраһа ла, иң камил йәштә ҡалдырылған намаҙҙар өсөн яуаплылыҡ иң ауыры булыуын иҫкә алып, шуларҙы ғәфү иттереүҙән башларға кәрәк тигән фекер тыуа.
Ҡазаны үтәгәндә, фарыз һәм витр намаҙҙар ғына ҡаза ҡылына. Сөннәттәр ҡаза ҡылынмай.
Ҡаза намаҙы, намаҙ уҡыу тыйылған ваҡыттарҙан тыш, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында уҡыла ала. Ҡазаларын уҡыған кеше тәһәжжүд, әүүәбин, духа, тәсбих намаҙҙарын һәм мөбәрәк кисәләрҙә уҡыла торған хәжәт, башҡа нәфел намаҙҙарын уҡый ала. Бында һис бер тыйыу, сикләү юҡ (14бне Ғәбидин, 1-се том, 688-се бит).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
- Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев