Ибн ән-Нәдим
Әбү-л-Фәраж Мөхәммәт ибн Әбү Яҡуп ибн Исхаҡ ән-Нәдим әл-Үәрраҡ әл-Бағдади[2] (ғәр. أبو الفرج محمد بن أبي يعقوب بن إسحاق النديم الوراق البغدادي), күберәк Ибн ән-Нәдим булараҡ билдәле (ғәр. ابن النديم) — X быуат ғәрәп әҙибе, Бағдад.
Ибн ән-Нәдим | |
ғәр. مُحمَّد بن إسحٰق بن مُحمَّد بن إسحٰق البغدادي | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Ҡушамат | النديم һәм أبو الفرج |
Тыуған көнө | X быуат |
Тыуған урыны | Бағдад |
Вафат булған көнө | 995[1] |
Һөнәр төрө | книготорговец, библиограф, тарихсы, яҙыусы |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Ибн ән-Нәдим Викимилектә |
987—988 йылдарға ғәрәп телендә мосолман донъяһының һәм уны уратып алған илдәрҙең мәҙәниәте буйынса иң әһәмиәтле энциклопедик һүҙлектәрҙең береһе «Китаб әл-Фәһрисәт» тигән һүҙлеген төҙөй, был үҙ йүнәлешендә беренсе булып фәһрисәт (ғәр. فهرست) жанрына башланғыс бирә. Каталогта ғәрәп әҙәбиәте тарихы өсөн мөһим булған «Һәзар Афсане» (фарс. هزارافسان) йыйынтығын фарсысанан ғәрәпсәгә тәржемәләү тасуирламаһы бирелгән. Ихтимал, ул «Мең дә бер кисә» йыйынтығына ингән булғандыр[3]. Әл-Мәғсүдтең шаһитлығы менән бер рәттән, «Һәзар Афсане» йыйынтығы күрһәткесендәге тасуирлама «Мең дә бер кисә» текстуаль тарихы буйынса тәүге документтарҙың береһе булып тора[3].
Был культурологик мәғлүмәттәрҙең айырым бүлектәрендә мосолман илдәре әҙәбиәте һүрәтләнә, яҙыусылар һәм шағирҙар тормошо факттары хәбәр ителә, 1-се мең йыллыҡтың 2-се яртыһындағы дини ағымдар һәм йолалар тураһында мәғлүмәттәр килтерелә. Бынан тыш, автор география буйынса Левант (Шам), Кавказ аръяғы, Ираҡ, Иран һәм башҡа мосолман илдәренә ҡағылышлы бик күп мәғлүмәттәр индергән. Үҙенең автор ҡулъяҙмаһында төрлө халыҡтарҙың яҙма өлгөләре ярайһы уҡ теүәл күсереп яҙылған.
Ошо хеҙмәте арҡаһында ғәрәп теленә фәһрисәт («исемлек»,"теҙмә") тигән фарсы теле һүҙе килеп ингән.
Баҫмалары
үҙгәртергә- Әл-Фәһрисәт. Бәйрүт, 1970 (ғәр. теле.).
- Китаб әл-фәһрисәт. Тәһран, 1972 (фарс. теле.).
- The Fihrist of al-Nadim, a tenth century survey of Muslim culture. Ed. B. Dodge. Vols. 1-2. N.-Y. — L., 1970.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ الزركلي خ. ا. الأعلام (ғәр.): قاموس تراجم لأشهر الرجال والنساء من العرب والمستعربين والمستشرقين — 15 — بيروت: دار العلم للملايين, 2002. — Т. 6. — Б. 29.
- ↑ Матвиевская, Г. П., Розенфельд, Б. А. Математики и астрономы мусульманского средневековья и их труды, VIII-XVII вв: Математики и астрономы, время жизни которых известно. — Наука, 1983. — С. 187.
- ↑ 3,0 3,1 Marzolph, 2004
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Полосин В. В. «Фихрист» Ибн ан-Надим. М., 1989.
- The Encyclopaedia of Islam. New Edition. Leiden: Brill. Vol. 3, p. 895.
- Fück J. Neue Materialien zum Fihrist // Johann Fück / Zeitschrift der Deutschen Morgenländischen Gesellschaft. Bd. 90, 1936, S. 298—321.
- Goldziher I. Beiträge zur Erklärung des Kitāb al-Fihrist // Ignaz Goldziher / Zeitschrift der Deutschen Morgenländischen Gesellschaft. Bd. 36, 1882, S. 278—284.
- Marzolph U., Leeuwen R. van, Hassan W. The Arabian Nights Encyclopedia : в 2 т. / by Ulrich Marzolph and Richard van Leeuwen; with the collaboration of Hassan Wassouf. — Santa Barbara • Denver • Oxford : ABC • Clio, 2004. — xxvi, 921 p. — ISBN 1-85109-640-X.
- Fuat Sezgin. Geschichte des arabischen Schrifttums. Leiden: Brill. 1967. Bd. 1, S. 385—388.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |