Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой], ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры.

Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы (1909 йыл – 18 июль 1988 йыл), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой], ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры.

Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Ҡолғана ауылы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 18 июль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Ҡолғана ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы 1909 (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 2010) йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуа.

Хеҙмәт юлын 1932 йылда «Ҡолғана» колхозында звено бригадиры булып башлай.

1935 йылда Район Советы указы менән Ҡолғана ауылында 20 кешенән торған төҙөлөш буйынса бригада төҙөлә. Уның бригадиры итеп Ғәләүетдинов Әбүталип һайлана. Был бригада 1935 йылдан 1939 йылға тиклем район үҙәге Иҫке Собханғолда ағастан мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм башҡа социаль объекттар төҙөй.

1941 йылдың 1 авгусында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ғәләүетдинов Әбүталип һуғышҡа киткәндә өйҙә ҡатыны 4 балаһы менән яңғыҙы тороп ҡала.

1-се һанлы Әлкә ҡасабаһында хәрби хеҙмәткә әҙерлек курсы үтә.

Курстан һуң Ғәләүетдинов 5-се Ҡыҙыл Байраҡлы Орлов уҡсылар дивизияһының 190-сы уҡсылар полкында танкка атыусы пулеметсы булып һуғыша. Сталинград, Курск, Орел, Воронеж, Кенигсберг ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Ә. Ғәләүетдинов Бөйөк Ватан һуғышында баштан алып аҙаҡҡа тиклем ҡатнашып, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. 4 тапҡыр яралана, контузия ала, 4 тапҡыр госпиталдә ятып дауалана.

1943 йылдың 14 февралендә Воронеж фронтында башына яралана, 1943 йылдың 22 авгусында айында һул ҡулына пуля тейә. 1943 йылдың 29 сентябрендә 3-сө тапҡыр яралана. 1944 йылдың 28 октябрендә һул аяғы ҡаты яралана.

Днепрҙы аша сыҡҡанда Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһы составында һуғыша[сығанаҡ 1270  көн күрһәтелмәгән].

Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы 1946 йылда демобилизациялана.

Һуғыштан ҡайтҡас, Ҡолғана ауылында ойошторолған «Яңы юл» промартелендә эшләй.

1954 йылда «Яңы юл» промартелендә 15 кешенән торған төҙөлөш бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләнә. Бөрйән һәм Әбйәлил райондарында төрлө социаль объекттар төҙөйҙәр.

Ветеран 1988 йылдың 18 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Не забыты их имена... (памяти воинов Великой Отечественной войны, призванных Бурзянским РВК, посвящается). Руководитель проекта Ахмедьянов Д.А. Редакционная коллегия: Вагапов А.Н., Давлетбердин С.Х.,Сагитов З.Г., Ишкильдин А.И. 2013 год. ББК 63.3(2)622.78
  • История войны моего отца

Һылтанмалар

үҙгәртергә