Ғәлләмова Алиса Михайловна
Ғәлләмова Алиса Михайловна (рус. Алиса Михайловна Галлямова, татар. Алисә Михаил кызы Галләмева; 18 ғинуар 1972 йыл — СССР, Рәсәй һәм Украина шахматсыһыһы, Ҡазан ҡалаһынан, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан халыҡ-ара гроссмейстер, халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. 2010 йылда Рәсәй командаһы составында Шахмат Олимпиадаһы еңеүсеһе.
Ғәлләмова Алиса Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй[4][5][6] |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй[7] |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1972[8][9][10] (52 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | халыҡ-ара мастер[d][7], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d] һәм мастер спорта СССР по шахматам среди женщин[d] |
Спорт төрө | шахмат |
Эло рейтингы | 2397[11] |
Ҡатнашыусы | Женская шахматная олимпиада 1990[d][12], Женская шахматная олимпиада 1992[d][12], Женская шахматная олимпиада 1996[d][12], Женская шахматная олимпиада 2000[d][12] һәм Женская шахматная олимпиада 2010[d][12] |
Ғәлләмова Алиса Михайловна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҠазанда урыҫ-татар ғаиләһендә тыуған (Ғәлләмова — әсәһенең фамилияһы). 10-сы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡый башлаған, һуңынан Мәскәү спорт интернатында уҡыуын дауам иткән.
Беренсе тренер-педагогы — Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Олег Ильяс улы Иғламов. Артабан халыҡ-ара гроссмейстер, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Панченко Александр Николаевич уны ярыштарға әҙерләй.
1982 йылда рәсәй һәм «Трудовые резервы» ДСО Үҙәк советының чемпионы була.
1983—1984 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһынан ике тапҡыр Татарстан чемпионатының көмөш призеры була, 1985—1986 йылдарҙа чемпион титулын яулай.
1987 йылда 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында СССР беренселегенең көмөш миҙалына лайыҡ була (Силәбе).
1987 йылда шулай уҡ шахмат буйынса үҫмерҙәрҙең донъя чемпионатында 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында еңеү яулай (Инсбрук).
1988 йылда Румыния чемпионатында үҙенең уңышын ҡабатлай (Тимишоара), шулай уҡ 20 йәшкә тиклемге йәш категорияһында чемпион була (Австралия, Аделаида).
Алиса Ғәлләмова СССР йыйылма командаһы составында биш Бөтә донъя Шахмат олимпиадаһында ҡатнаша (1990/1990 , Нови-Сад, 2-се урын; Украина 1992/1992 , (Манила, 2-се урындар; Рәсәй (1996/1996) , Ереван, 3-сө урын; 2000/2000, Истанбул, 3-сө урын; 2010/2010, Ханты-Мансийск, 1-се урын).
1997 йылда Рәсәй чемпионы донъя тажына дәғүә итеүселәр турнирында еңеүяулай. Шул уҡ йылда Шахмат Оскары эйәһе булып китә.
2003 йылда Татарстан республикаһының йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионы.
1999 йылда ФИДЕ шахмат буйынса донъя чемпионы исеме өсөн уйында ҡытай шахматсыһы Цзюнь Сенан еңелә.
2006 йылда донъя чемпионы исеме өсөн уйында финалда матчында уны ҡытай шахматсыһы Юхуа Сюй еңә.
2009 һәм 2010 йылдарҙа — Рәсәй чемпионы.
2010 йылда Бөтә донъя шахмат олимпиадаһында Рәсәй йыйылма командаһы составында чемпион булған.
Ҡазанда йәшәй, бында үҙ йәмәғәт шахмат мәктәбен ойошторған, шулай уҡ бҙур булмаған бизнес менән шөғөлләнә.
2017 йылдың апрелендә Ригала ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса европа чемпионатында бронза яулай[13]
Рейтинг үҙгәрештәре
үҙгәртергә{{:ru: Эло диаграмма|height=200|width=700|ymin=2000}}
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/723272/Xie-Jun
- ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/1508933/Xu-Yuhua
- ↑ http://www.rediff.com/sports/report/humpy-joint-first-at-kazan-grand-prix-chess/20120622.htm
- ↑ http://ratings.fide.com/top.phtml?list=women
- ↑ http://en.chessbase.com/post/fide-april-rankings-vishy-anand-is-numero-uno
- ↑ http://commons.wikimedia.org/wiki/Category:Chess_players_from_Russia?uselang=de
- ↑ 7,0 7,1 Galliamova, Alisa // FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
- ↑ http://ratings.fide.com/toparc.phtml?cod=338
- ↑ http://en.chessbase.com/post/topalov-catches-anand-in-fide-rankings
- ↑ http://en.chessbase.com/post/fide-ratings-garry-kasparov-retires-at-2812
- ↑ Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2024 года — 2024.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 OlimpBase (ингл.)
- ↑ ChessPro. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында европа чемпионаты, 11-й тур
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шахматы. Энциклопедический словарь:Галлямова, Алиса Михайловна - с.75