Акаба (холм)

Ғәкәбә
ғәр. العقبة
Ил
РегионХижәз
Сәғүд Ғәрәбстаны

Хата: беренсе юлда рәсем күрһәтелгән булырға тейеш.

Ғәкәбә (ғәр. العقبة‎; рус. Акаба) — Мәккә һәм Мина үҙәне араһындағы уба. 620-се йылдарҙа Ғәкәбә янында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәнең бәнү әл-Хәзрәж һәм бәнү Аус ҡәбиләләре вәкилдәренән ант ҡабул итә.

Тарихы үҙгәртергә

Был урында ислам динен таратыуҙа айырыуса ҙур роль уйнаған ваҡиғалар була. Бында, 621 йылда, хаж ҡылыу ваҡытында, Мәҙинәнән 10 хәзрәжи һәм 2 аусилы Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән осрашып, уға тоғролоҡ анты бирә һәм уның етәкселеген таный. Улар бер Аллаһҡа ышанырға, урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, яла яҡмаҫҡа һәм балаларын үлтермәҫкә вәғәҙә итә[1]. Был ваҡиға «Ғәкәбәнең беренсе анты» йәки «Ҡатын-ҡыҙҙар анты» тип атала[2].

Бер йылдан һуң йәшерен генә осрашыуға 500 мәҙинәле килә, улар араһында 75 мосолман була (73 ир-ат һәм 2 ҡатын-ҡыҙ). Был ваҡиға «Ғәкәбәнең икенсе анты» йәки « һуғыш анты» исемен ала[2]. Ошо ваҡиғаларҙан һуң мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе башлана (һижрә)[1].

Бер нисә йылдан, күрәһең, яңы бәйләнештәр һәм йөкләмәләр урынлаштырыу, шулай уҡ исламдың көсәйеүе менән бәйле ике килешеү ҙә үҙ көсөн юғалта[3]. Ҡайһы бер көнбайыш ислам белгестәре, Ғәкәбәлә бер генә осрашыу булған тип иҫәпләй, сөнки әт-Тәбәри тик беренсеһен генә — "ҡатын-ҡыҙҙар анты"н ғына — телгә ала[2].

Әлеге ваҡытта Ғәкәбә хаж ваҡытында шайтандарға таш ырғытыу йолаһы менән бәйле [2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Большаков О. Г. Ал-Ансар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 21. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [64 Акаба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • al-ʿAḳaba / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)