Ғаспыралы Рифат Исмәғил улы

Ғаспыралы Рифат (Рефат, Ғабделрафия) Исмәғил улы (ҡырымтат. Refat Gaspıralı; 14 апрель 1886 йыл5 декабрь 1925 йыл — йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре, журналист. «Тәрджиман» гәзитенең мөхәррире (1909—1918) һәм нәшриәтсеһе (1914—1918). Баҡсаһарайҙа Исмәғил Ғаспыралы музейы һәм китапханаһы мөдире, Хан һарайы музейы директоры урынбаҫары.

Ғаспыралы Рифат Исмәғил улы
ҡырымтат. Refat Gaspıralı
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 17 июнь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Баҡсаһарай, Симферопольский уезд[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Баҡсаһарай, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР
Атаһы Ғаспыралы
Әсәһе Аҡсурина Зөһрә Әсфәндиәр ҡыҙы
Бер туғандары Ғаспыралы Шәфиҡа Исмәғил ҡыҙы
Һөнәр төрө публицист, нәшерсе
 Ғаспыралы Рифат Исмәғил улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рифат Исмәғил улы Ғаспыралы 1886 йылдың 14 апрелендә Таврия губернаһының Баҡсаһарай ҡалаһында мәғрифәтселәр Исмәғил Ғаспыралы һәм Зөһрә Аҡсурина ғаиләһендә тыуған . Бер туғандары: Хәҙисә (ата бер,, әсә башҡа), Нағар, Шәфика, Хәйҙәр һәм Мансур. 1894 йылда Симферополь ир балалар ҡаҙна гимназияһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1904 йылда Император Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә, һуңынан В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетына. күсә.1909 йылдың 25 апреленән «Тәрджиман» гәзитенең рәсми мөхәррире, 1914 йылда атаһы вафат булғандан һуң, «Тәрджиман» мираҫ буйынса Рифатҡа күсә, мөхәррир вазифаһына Әсән Сабри Айвазов тәғәйенләнә.[1][2] 1918 йылдың 23 февралендә, большевиктарҙың ҡырым татар милли хәрәкәтенә ҡарата репрессияларына яуап итеп, «Тәрджиман» үҙ эшен туҡтата.

Революциянан һуң уның бөтә туғандары эмиграцияға китә. Рифат Ҡырымда бер үҙе ҡала. Өсәйен Боданинский менән бергә Исмәғил Ғаспыралының Йорт-музейын ойоштора.

1921 йылдың 21 мартынан Рифат Ғаспыралы был музейҙың директоры итеп тәғәйенләнә. Баҡсаһарайҙа Исмәғил Ғаспыралы исемендәге китапхана мөдире, һуңыраҡ Хан һарайы музейы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1925 йылдың 5 декабрендә 41 йәшендә бөйөр ауырыуынан вафат була. Сынйырлы мәҙрәсәһе ҡәберлегендә атаһы һәм әсәһе янында ерләнә.

Рифат Ғаспыралы ике тапҡыр өйләнә.

Беренсе ҡатыны Фатима (Фатиманың әсәһе Сембер губернаһы Сенгилеевский өйәҙенән, Зөһрә Аҡсуринаның яҡын дуҫы һәм яҡташы була). Ҡыҙы Зөһрәне (1914) 1903 йылда вафат булған әсәһе хөрмәтенә атай.

Икенсе ҡатыны — Тәнзилә. Был никахтан ике бала (ҡыҙ һәм малай) тыуа, икеһе лә сабый сағында вафат була.[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Абдулваапов Н. Ҡырым татар мәҙәниәте эшмәкәрҙәре (19211944): Библиографик һүҙлек. Симферополь: Доля, 1999, 69-сы бит.
  • Сәйетваниева Г. Ю. Исмәғил Гаспринскийҙың вариҫтары тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр. Ульяновск: Сембер ғилми хәбәрсеһе", 2016, № 1(23).
  • Д. П. Урсу. Ҡырым-татар мәҙәниәте эшмәкәрҙәре (1921—1944 йй.). Симферополь.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Fahri Solak. . TERCÜMAN GAZETESİ BİBLİYOGRAFYASI. ismailgaspirali.org (төр.)
  2. Айвазов Асан Сабри. crimea.ru (рус.)
  3. Евгений Пажитнов. Родословная Исмаила Гаспринского

Һылтанмалар

үҙгәртергә