Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы
Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы (1783 — ?) — зауряд-сотник. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы.
Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө провинцияһы, Уҫы даруғаһы, Ирәкте улусы, Яңғыҙнарат ауылы |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Подданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәЗөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев 1783 йылда Өфө провинцияһы Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Яңғыҙнарат ауылында тыуған.
1803 йылдан хәрби хеҙмәттә, 6 ай һайын командаларҙы хеҙмәт үтәү урынына саҡлы һәм кире оҙатып йөрөй. Поход сотнигы (яу йөҙ башы) хәрби дәрәжәһен ала[1].
10-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1813 йылда 10-сы Башҡорт полкы составында Пруссия биләмәләрендә һуғыша[2].
1850 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев һаман да хәрби хеҙмәт үтәгән. 1859 йылда ул әле иҫән булған, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы[2]
Ғаиләһе
үҙгәртергә- 1-се ҡатыны Ғәйниса (1796—?), балалары: Зөлхиә (1808—?), Нәсибулла (1811—1858), Фазулла (1812—?), Фәтхулла (1815—?) һәм Заһиҙа (1821—?).
- 2-се ҡатыны Маһигөл Сәйфулла ҡыҙы (1797—?), балалары: Маһиғазикамал (1834—?), Ғәйникамал (1836—?) һәм Ғәләүетдин (1829—?)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Хазиахметов У. К. История возникновения с. Ялгыз-Нарат и родословные его жителей. — 2017. — С. 121. — 210 с. — ISBN 978-5-9500457-8-3.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.