Күҙемйәр
Күҙемйәр (Байауыл, Күҙмә[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810003 .
Ауыл | |||||
Байауыл (Күзмә) | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
байауыллар, күзмәләр | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 11 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 433 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 208 ир һәм 225 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 588 кеше йәшәгән[3].
Тарихы
үҙгәртергәРевизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 79 йортонда 203 ир һәм 174 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1834 йылда 102 йортта 289 ир һәм 256 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[4].
1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге «200 йылдан ашыу» эшләп килгән мосолман мәктәбендә 50 малай һәм 35 ҡыҙ белем алған[4].
Климат
үҙгәртергәКлиматы — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.