Яңы Балтас (Балтас районы)

Яңы Балтас (рус. Новобалтачево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 337 кеше[1].

Ауыл
Яңы Балтас
Яңы Балтас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°03′05″ с. ш. 56°01′21″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 837 005

ОКТМО коды

80 608 437 121

Яңы Балтас (Рәсәй)
Яңы Балтас
Яңы Балтас
Яңы Балтас (Балтас районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Балтас

Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837005.

Ауылға нигеҙҙе XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары һалған.

Ауылға XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, уны баштараҡ Түбәнге Балтас тип йөрөткәндәр(икенсе исеме — Уҫаҡ ауылы, «Усаково тож» тиелгән). Тикшеренеүселәр фекеренсә, ауыл Иҫке Балтастан айырылып сыҡҡан, шуға күрә уны Яңы Балтас ауылы тип атағандар.

1732 йылда был ауыл башҡорто Зияш Тоимбаев («Һ» тамғаһы күрһәтелгән) Янбай ауылынан хеҙмәттә торған татар кешеһе Ибрай Узбәхтеевҡа үҙенең ер биләмәһен залогҡа биреп, 57 һум аҡса алып тора[2] .

1795 йылда ауылда 17 йортта 111 башҡорт, 3 йортта 40 мари милләтле типтәр була. Мариҙарҙы башҡорттар 1769 йылдың 1 ноябрендә төҙөлгән килешеү буйынса үҙ ерҙәренә индерә. 1815—1816 йылдарҙағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 25 йортта башҡорттар — 70 кеше, «сирмештәрҙән типтәрҙәр» (мариҙар) — 24, мишәрҙәр — 11 ир-ат була. Мишәрҙәр 1811—1816 йылдарҙа ике ревизия араһында ауылға индерелгән.

1834 йылда ауылда 252 башҡорт, 90 типтәр, 30 мишәр йәшәгән. 252 башҡорт 720 бот ҡышлау һәм 1112 бот яҙғы иген сәскән. Тушҡыр йылғаһы буйында ике тирмән булған. Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр үрсеткән, 116 һарыҡ һәм 112 кәзә тотҡан. Ауыл халҡының ҡайһы берҙәре умартасылыҡ (6 умарта) һәм солоҡсолоҡ (12 солоҡ) менән шөғөлләнгән[2].

X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), 183 йортта 450 аҫаба башҡорт, 39 йортта 244 ауылға керҙәштәр («килмешәк») йәшәгән.

1905 йылда ауылда 1116 кеше (200 йорт) йәшәгән. 1920 йылда 28 йортта 1171 кеше була. Күпселекте башҡорттар тәшкил итә.

1959—1964 йылдарҙа ауыл Борай районының Яңы Балтас ауыл Советы үҙәге була (хәҙерге Тушҡыр ауыл Советы (Балтас районы)). 2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. Хәҙерге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 337 169 168 50,1 49,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 75 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Ленин урамы - Ленина (улица)
  • Матросов урамы- Матросова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы- Мира (улица)
  • Октябрь урамы- Октябрьская (улица)
  • Беренсе Май урамы- Первомайская (улица)
  • Пушкин урамы- Пушкина (улица)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә